Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Май 2019, 03:32

Мораҙына етер "Мораҙым"!

Күгәрсенгә эш сәфәре һуңында республика етәксеһе Радий Хәбиров “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында булды.

Олег Яровиков фотолары.
Олег Яровиков фотолары.
Күгәрсенгә эш сәфәре һуңында республика етәксеһе Радий Хәбиров “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында булды.


Директор Илдус Аллағужин һүҙҙәренсә, бында йылына 18 мең самаһы турист килә. Ҡунаҡтар өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Паркта “Урман әкиәте” туристик базаһы бар. Уның директоры Марат Ибәтуллин әйтеүенсә, бында тәүге инвестициялар ике йыл элек һалынған. Төҙөкләндереү өсөн 180 миллион һум йүнәлтелгән. Туристарҙы йәшәтеүгә бер һәм ике ҡатлы өйҙәр, илле урынға иҫәпләнгән ҡунаҡхана төҙөлгән. Кафе, беседкалар, мунсалар бар.


“Биш йөҙ урынлыҡ тағы бер ҡунаҡхана, бассейны, спорт залы булған дауалау-һауыҡтырыу комплексы төҙөргә планлаштырабыҙ. Шулай уҡ тау саңғыһы комплексы асыу уйы бар. Теплицаһы, умарталығы, бағыр үрсетеү өсөн быуаһы булған ярҙамсы хужалыҡ булдырырға теләйбеҙ”, – тип һөйләне туристик база директоры.


Радий Хәбиров инвесторҙарҙың планын хупланы һәм тейешле ведомстволарға тәбиғәт паркына илткән юлды яңыртыу, газ үткәреү мәсьәләләрен ҡарарға ҡушасағын белдерҙе. Әле йорттар һәм ҡунаҡхана ҡышҡы миҙгелдә утын менән йылытыла. Газ индерелһә, күрше ятҡан ике ауыл да “зәңгәр яғыулыҡ”лы буласаҡ.


“Иң мөһиме – Мораҙым тарлауығының тәбиғи матурлығын һаҡлау. Бында үҙенсәлекле һауа. Экология балансын боҙмау зарур”, – тине Радий Хәбиров.


Республика етәксеһе парк биләмәһен ҡараны, Кесе Эйек буйында ял итеүселәр менән аралашты.

Билдәле булыуынса, “Урман әкиәте” туристик базаһында “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркын үҫтереү” инвестиция проекты Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде.

Читайте нас: