Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Май 2019, 00:15

"Эко-Сити": алға ышаныслы аҙым

Ишембай районында “Эко-Сити” комплексы рәсми асылды.

Фото Ишембай районы хакимиәте сайтынан.
Фото Ишембай районы хакимиәте сайтынан.
Ишембай районында “Эко-Сити” комплексы рәсми асылды.


Сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексы йылына 200 мең тонна ҡалдыҡ ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә. Уға 600 миллион һум инвестиция һалынған. Әле бында Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, эргә-тирәләге райондарҙан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар килтерелә.


Комплексты рәсми асыу тантанаһы барышында халыҡ ҡоролманың эшмәкәрлеге менән танышты. Ингән урында, килтерелгән ҡалдыҡтарҙың теүәл күләмен билдәләү өсөн, үлсәү контроле ҡуйылған. Сүп-сар ике линияла сорттарға бүленә. Дөйөм массанан утыҙҙан ашыу файҙалы фракция алына, төп һаналғандары – пластик, полиэтилен, ҡатырға, быяла. Икенсе сеймал эшкәртеү заводтарына ебәрелә.


Өҫтәүенә бында беренсе тапҡыр органик ҡалдыҡтарҙы сепаратор аша үткәреү буйынса ҡулайлама эшләй башланы.


“Ул – беҙҙең комплекс өсөн алға ҙур аҙым. Яңы ҡулайлама линияларҙа сорттарға бүлеү эшен яҡшыртыу, икенсе сеймалдың күләмен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Хеҙмәткәрҙәргә файҙалы фракцияларҙы йыйыу еңелерәк, һөҙөмтәлерәк буласаҡ, – ти “Эко-Сити” компанияһының генераль директоры Семен Земсков. – Киләсәктә органиканан серетмә эшләргә планлаштырабыҙ. Уны полигондарҙы рекультивациялау өсөн, шулай уҡ юл хеҙмәтендә файҙаланырға мөмкин буласаҡ”.

Читайте нас: