Бөтә яңылыҡтар
Экология
31 Май 2019, 16:10

Тәртип тупһанан башлана...

Тәтешле районы – ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу буйынса республикабыҙҙа өлгө һанала, улар, һәр ваҡыттағыса, тәүгеләрҙән булып халыҡ араһында аңлатыу эше алып барҙы, контейнерҙар һатып алды һәм башҡа йөкләмәләрҙе үтәне.

– Тәртип тупһанан башлана тигән мәҡәлде тәтешлеләр һәр саҡ иҫтәрендә тота, – тип башланы һүҙен Тәтешле районының муниципаль торлаҡ инспекторы Илмар Хәмитов. – Таҙа йәшәүҙе берәү ҙә тыймаған бит, хәйер, быға хәтлем дә был тәңгәлдә артта түгел инек.
“Дюртюлимедиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре – тотош Тәтешле районында тәртип-таҙалыҡ булһын өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Халыҡтан түләүҙәр килеп етмәгән осраҡта ла бурысын теүәл башҡаралар.
Илмар Илдар улы белдереүенсә, район буйынса һәр кеше өсөн 70 һум түләү билдәләнгән. Бөтәһе 370 контейнер һатып алынған, шул иҫәптән, 130 контейнер район үҙәге Үрге Тәтешле ауылында урынлыштырылған. Бынан тыш 112 урында контейнер майҙансыҡтары эшләнергә тейеш булһа, эштең өстән бер өлөшө үтәлгән.
Читайте нас: