Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Июнь 2019, 15:46

Башҡортостан ҡапҡастар йыя

Быйыл февраль башында, Халыҡ-ара яман шешкә ҡаршы көрәш көнөндә, республикала экологик-мәрхәмәтлек акцияһы старт алғайны. Уның асылы – пластик шешәләрҙең ҡапҡастарын йыйыу. Уларҙы тапшырып, килгән аҡсаға Республика клиник онкология диспансерының паллиатив ярҙам бүлексәһе пациенттарына заманса каталкалар алыу планлаштырыла.

Әлеге мәлдә тәүге 500 килограмм ҡапҡастар йыйылған. Был бик ҙур булмаһа ла – еңеү. Акцияны ойоштороусы “Таҙа Өфө” йәмәғәтселек ойошмаһы ағзалары бындай һөҙөмтә көтмәгәндәрен белдерҙе. Шулай ҙа ярты тонна эшкәртеүгә ебәреү өсөн күп түгел икән. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн кәмендә 10 тонна ҡапҡас йыйылырға тейеш.

“Эко-Сити” төбәк операторы “Ҡапҡастар ярҙамға ашыға” тигән экологик-мәрхәмәтлек акцияһына ярҙам итә. Үҙҙәренең үҙәк офистарында ҡапҡастар йыйыу иғлан иткәндәр. Шлай уҡ эко-дәрестәр уҙғарған мәлдә 16 ҡалала акция тураһында һөйләп, унда балаларҙы ла йәлеп иткәндәр. Бының өсөн ҡайһы бер уҡыу йорттарына махсус контейнерҙар бүләк иткәндәр. Йыл аҙағына тиклем тағы алты районда “Таҙа илгә сәйәхәт” тип аталған эко-дәрестәр үткәреү планлаштырыла.

– Ҡапҡастар йыйыуҙа бар республика ҡатнашты. Тик уларҙың бөтәһе лә 30 майға тиклем Өфөгә килеп етеп өлгөрмәне, – ти проектты ойоштороусы Елена Воробьева. – Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡтар иһә килтереп еткереп өлгөрҙөләр.

Әйткәндәй, Ишембай ҡалаһы һәм уға яҡын урындарҙа йәшәгәндәр үҙҙәренең ҡапҡастарын “Эко-Сити”ның икенсел сеймал ҡабул итеү пункттарына тапшыра ала. Улар Пролетар урамы, 34 һәм Стаханов урамы, 25 Б адрестары буйынса урынлашҡан.

Фото: bash.news
Читайте нас: