Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Июнь 2019, 12:00

Сүп-сарҙа батмайыҡ

Илдәге сүп-сар реформаһын ғәмәлгә ашырған “Рәсәй экология операторы” илдең Генераль прокуратураһы тәнҡиткә дусар иткән төбәктәрҙең ҡалдыҡтар менән эш итеү схемаһын тикшерәсәк. Улар араһында Башҡортостан да бар.

Илдәге сүп-сар реформаһын ғәмәлгә ашырған “Рәсәй экология операторы” илдең Генераль прокуратураһы тәнҡиткә дусар иткән төбәктәрҙең ҡалдыҡтар менән эш итеү схемаһын тикшерәсәк. Улар араһында Башҡортостан да бар.


“Рәсәй экология опера­торы”ның генераль директоры Денис Буцаев белдереүенсә, компанияның бурысы — етеш­һеҙлектәре асыҡлан­ған­дарҙы битәрләү түгел, ә төбәктәргә ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм сорттарға бүлеүҙә оптималь схема булдырыу, логистик пробле­маларҙы хәл итеү буйынса ярҙам күрһәтеү.


2020 йылдың 31 декабренә илдә көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш иткән берҙәм федераль схема булдырылырға тейеш. Ул — “Экология” милли проекты сиктәрендәге “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проектының маҡсатлы күрһәткестәренең береһе.


Сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ, агросә­нәғәт комплексы, бюджет һәм һалым сәйәсәте, тәбиғәт ресурстары һәм экология мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Рәсих Хәмитов фекере буйынса, Генераль прокурату­раның дәғүәләре һәм “сүп-сар” реформаһы баш­ланғандағы ҡайһы бер пробле­маларға ҡарамай, республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡ­тар менән эш итеү йәһәтенән һайлап алынған биләмә схемаһы оптималь булып тора.


– Республикала конкурс ниге­ҙендә дүрт-биш төбәк операторы һайлап алынды. Бурысыбыҙ әлеге механизмды һөҙөмтәле итеп эшләтеп ебәреү, “Экология” милли проекты сиктәрендә был бизнесҡа эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеү, халыҡҡа төбәк оператор­ҙары, дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарының нимә менән шөғөлләнеүен аңлатып биреү ине, – ти ул.


Башҡортостандың Йәмәғәт пала­таһы был мәсьәләне былтыр “Сообщество” форумында һәм Рәсәй йәмәғәт палатаһы, респуб­ликаның Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Тарифтар буйынса дәүләт комитеты, Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронты һәм төбәк опера­торҙары менән берлектә республика Хөкүмә­тендә уҙғарылған эш кәңәш­мәһендә тикшерҙе. Шулай уҡ төбәк Эшҡыуарлыҡ ойошмаһы ассоциа­цияһы һәм “Рәсәй терәге”нең төбәк бүлексәһе менән берлектә ошо проблема буйынса “түңәрәк өҫтәл” дә ойошторолғайны.


“Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалырға ярамай. Һәр төбәктең үҙ үҙенсәлеге бар: тәбиғәт, климат, инфраструктура, аграр һәм башҡалар. Бөгөн дәүләт тарафынан ҡалдыҡтар өлкәһендә эшләгән бизнес структуралары өсөн хоҡуҡи һәм иҡтисади уңайлыҡтар булдырыу һәм уларҙы файҙаланыу мөһим. Беҙҙең төп маҡсат – илде таҙа итеү. Беҙ иһә бөгөндән үҙебеҙҙең сүп-сарҙа бата башланыҡ, сөнки полигондар ябылды, ә ҡыйҙы яндырған һәм сорттарға бүлгән заводтар төҙөлә башламаны”, – тигән фекерҙә Рәсих Хәмитов.
Читайте нас: