Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Июнь 2019, 18:46

Климаттың үҙгәреүе Ер шарына хәүеф тыуҙыра

"Торатау" конгресс-холында уҙған Хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса яуаплы вәкилдәрҙең Х халыҡ-ара осрашыуында ҡатнашыусыларға Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль секретары урынбаҫары, Контртеррор идаралығы башлығы Владимир Воронков ойошманың Генераль секретары Антониу Гутерриштың мөрәжәғәтен уҡып ишеттерҙе.

– Рәсәй Федерацияһына был мөһим инициативаны дауам итеүенә хөрмәт күрһәтәм, һәм милли хәүефһеҙлек, тотроҡло үҫеш һәм гуманитар ярҙам осрашыуҙың төп темалары булыуына ҡәнәғәтлек белдерәм. Был темалар көнүҙәк. Улар араһындағы бәйләнеште төптән аңлау һәм уларҙы хәл итеүҙең дөйөм юлдарын табыу күп аспектлы, тыныслыҡ һәм именлек мәсьәләләрендә донъяуи хәлдәр ауырлаша барғанда был айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы бәхәстәргә юл ҡуймауға, көйләүгә айырыуса иғтибар биреп, дипломатик көстө тыныслыҡ файҙаһына арттырасаҡ, – тип әйтелә мөрәжәғәттә.

Антониу Гутерриш белдереүенсә, климаттағы үҙгәрештәр кешелектең барлыҡ ҡаҙаныштарын юҡҡа сығарыуы ла ихтимал, шулай уҡ хәүефһеҙлек һәм үҫеш мәсьәләләренә йоғонто яһауы бар. "Уны хәл итеү өсөн ҡаты сәйәси ихтыяр ҙа кәрәк. Бер минутты ла юғалтырға ярамай. Йөкләмәләр, ҡарарҙар сығарыуҙы, уҙаҡташлыҡ бәйләнешен яйға һалыуҙы һәм сараларҙы туплауҙы киңәйтеү маҡсатында сентябрҙә климаттың үҙгәреүе өлкәһендәге саралар буйынса саммитҡа саҡырам. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының алдынғы илдәренән аныҡ план тәҡдим итеүҙәрен һораным. Бер ил дә был мәсьәләгә ҡаршы яңғыҙ көрәшә алмай. Алға китешкә өлгәшеү өсөн мөмкинлекте беҙ бергә файҙалана алабыҙ", – ти Генераль секретарь.

Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас: