Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Июнь 2019, 15:18

Мәңгелек тема эшләүҙе талап итә

Баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы уҙҙы.

Фото: "Башинформ"
Фото: "Башинформ"
Баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы уҙҙы.


Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм округтағы башҡа етәкселәр, Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Сергей Ястребов, Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров ҡат­наш­ты. Ултырышты Тулы хоҡуҡлы вәкил Игорь Комаров алып барҙы.


Совет ултырышы экология тема­һына арналды. Айырып әйткәндә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, экологияға зыян килтергән объекттарҙы бөтөрөү, Волга йылғаһын “һауыҡтырыу” мәсьәләләре ҡаралды.


– Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар ме­нән эш итеү үтә мөһим мәсьәлә булып тора. Һәм унда ниндәйҙер проблемалар, етешһеҙлектәр килеп сыҡһа, халыҡ араһында киҫкен реакция тыуыуы, социаль көсөргәнешлек бар­лыҡ­ҡа килеүе ихтимал, – тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вә­киле Игорь Комаров. – Шуға күрә ошо йәһәттән аныҡ эшләргә, бар пробле­маларҙы ваҡытында хәл итергә кәрәк. Был – дәүләт башлығы билдә­ләгән мөһим бурыс. Сүплектәрҙе бөтөрөү, улар урынлашҡан биләмәләрҙе рекультивациялау, ҡалдыҡтарҙы икенсел эшкәртеү өсөн шарттар тыуҙырыу – мәсьәләне хәл итеүҙең төп юлдары.


Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы дәүләт власы орган­дарының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге эшмә­кәрлеге тураһындағы доклад менән сығыш яһаны. Республика етәксеһе был йәһәттән Башҡортостан тәжри­бәһе, башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар тураһында ла һөйләне. Шулай уҡ экологик мәҙәниәт булдырыу, экологик тәрбиә биреү мәсьәләләренә ныҡлы туҡталды.


– Тармаҡ тотороҡло эшләһен өсөн ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең берҙәм федераль схемаһын булдырыу кәрәк. Уны “Рәсәй экологик операторы” эшләп сығарырға тейеш, – тине ул.


Радий Фәрит улы 2024 йылға ике мөһим бурыс ҡуя: утилләштереүгә ебәрелгән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар кимәлен 36 процентҡа, ә эшкәртеүгә йүнәлтелгәндәрен 60 процентҡа еткереү зарур.


Экологик тәрбиә темаһына ла ҙур иғтибар бүленде. Сүп-сарҙы айырып йыйыу, уларҙы махсус урындарға һалыу – быға беҙҙең граждандарҙы өйрәтәһе бар. Әйткәндәй, был өлкәлә ыңғай миҫал да юҡ түгел. Һүҙ Октябрьский ҡалаһы халҡы тураһында бара. Бында 2012 йылдан алып сүп-сарҙы айырып йыялар. Экологик мәҙәниәтте формалаштырыуҙа ком­мерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа ҙур роль уйнай. Ҡайһы бер төбәктәрҙә улар тәбиғәтте һаҡлау акциялары ойоштора һәм экологик проблема­ларҙы хәл итеү өсөн гранттар ота һәм был йүнәлештә әүҙем эшләй. Шуға күрә был тармаҡта тап йәмә­ғәтселәр ҙур эш башҡара һәм файҙа килтерә ала.


Волга буйы федераль округында экологияға бәйле проблемалар күп. Мәҫәлән, полигондар етешмәй. Әлеге мәлдә ҡалдыҡтарҙы урынлаш­тырыу­ҙың дәүләт реестры объекттарына ингән 232 полигон бар. Шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәр­теүсе 50 объект иҫәпләнә. Был йә­һәттән беҙ алдынғылар рәтендә, улар иң күбе – Башҡортостанда һәм Татарстанда.


Операторҙарға сүп-сарҙы күсе­реп тейәүсе станциялар талап ителә, улар транспорт хаҡын төшөрөүгә яр­ҙам итер ине. Тағы бер проблема – ошоға тиклем ҡануниәт кимәлендә опера­торҙар өсөн ҡаты коммуналь ҡал­дыҡтар менән эш итеүҙең берҙәм үлсәм дәүмәле булдырылмаған. Ни­мәлә үлсәргә: кубометрмы йәки тоннамы? Уртаҡлыҡ әле һаман юҡ.


Улай ғына түгел, ҡайһы бер тө­бәктәрҙә әлегә тиклем контейнер майҙансыҡтарын урынлаштырыу мәсьә­ләһе хәл ителеп бөтмәгән. Дөйөм алғанда, округтың төбәктә­рендә 185 мең самаһы ҡалдыҡ йыйыу урыны бар, уларҙа 288 мең контейнер урынлаштырылған. Тик тағы 80 мең майҙансыҡ һәм 150 мең самаһы контейнер талап ителә.


Ошоға тиклем майҙансыҡтар булдырыу һәм контейнерҙар һатып алыу буйынса бурыстар норматив документтар менән көйләнмәгәс, был бурыс башлыса төбәк бюджеты иҫәбенә хәл ителә килә. Мәҫәлән, Баш­ҡорт­останда йыл башынан был маҡ­сатта 500 миллион һум аҡса бүленгән. Республиканы тулыһынса майҙан­сыҡтар һәм контейнерҙар менән тәьмин итеү өсөн тағы ла 1 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк.


Махсус техника менән дә хәл еңелдән түгел. Әлеге мәлдә ҡалдыҡ­тарҙы 3910 берәмек техника сығара, уларҙың яртыһы иҫкергән. Әлбиттә, был эште тейешле ки­мәлдә һәм сифатлы итеп ойоштороуға ҡамасау. Өҫтәмә рәүештә тағы 630 берәмек техника кәрәк. Уларҙың дөйөм хаҡы – 4,2 миллиард һум.

Читайте нас: