Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Июль 2019, 20:01

Бөрйәндә лә сүп ятмаясаҡ

Районда “Эко-Сити” төбәк операторының яңы сүп ташыусы машинаһы эшкә тотондо.

Фото яндекс.ру сайтынан.
Районда “Эко-Сити” төбәк операторының яңы сүп ташыусы машинаһы эшкә тотондо.
Машина бөтә талаптарға яуап бирә, ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған, ул 22 кубометр ҡалдыҡ һыйҙыра ала. Хәҙер ул Бөрйән районының 12 мең кеше йәшәгән 33 ауылын хеҙмәтләндерәсәк. Тимер һәм Байназар ауылдарында контейнерҙар ҙа ҡуйылған.
Оҙаҡламай Ейәнсура районында ла ошондай машина эш башлаясаҡ. Бындай машиналарҙы биш дана алыу планлаштырыла. Уларҙың дөйөм хаҡы 30 миллион һумдан ашасаҡ.