Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Октябрь 2019, 18:00

Бүздәктәр Хәтер аллеяһына килде

"Йәшел Башҡортостан" тирә-йүнде йәшелләндереп кенә ҡалмай, халыҡты уртаҡ маҡсатта нығыраҡ берләштерә лә".

Фотолар район хакимиәте сайтынан.
Фотолар район хакимиәте сайтынан.
Быйыл яҙ акцияға берҙәм сыҡҡан Бүздәк халҡы был юлы ла үҙҙәренең әүҙемлеге менән айырылып торҙо.
Улар район үҙәгендәге Хәтер аллеяһында тиҫтәләгән эре ағасҡа соҡорҙо алдан әҙерләп ҡуйғайны.
Мул итеп һыу һибеп, изге ниәт менән шартына килтереп ултыртылған үҫентеләр яңы урынға уңышлы ерегеп, яҙын бында килеүселәрҙе йәшел япраҡтары менән сәләмләр әле.
"Йәшел Башҡортостан" тирә-йүнде йәшелләндереп кенә ҡалмай, халыҡты уртаҡ маҡсатта нығыраҡ берләштерә лә, тигән фекерҙә бүздәктәр.
Читайте нас: