25 февралдә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика геопарктарын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Ирландиянан халыҡ-ара эксперттар Джон Галлоуэй һәм Испаниянан Хосе Мария Баррера ҡатнашты. Улар Башҡортостанға “Торатау” геопаркы ғаризаһын ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә индереү өсөн кәрәкле критерийҙарға тап килеүен баһалау маҡсатында килде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда “Торатау” ошо статусҡа дәғүә иткән 16 биләмә исемлегенә инде. Халыҡ-ара геология фәндәре союзының экспертиза йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың ғаризаһын геомираҫты тасуирлау буйынса иң яҡшыһы тип билдәләнеләр.
- Һеҙҙең сәфәрегеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки беҙ, ысынлап та, ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлекте дауам итергә теләйбеҙ. Икенсе геопаркыбыҙ – “Торатау”ҙың да ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүен маҡсат итеп билдәләгәнбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров үҙ сығышында. - Салауат районындағы “Янғантау” геопаркы ошондай статусҡа эйә булыуын беләһегеҙ. Сираттағы сәфәрегеҙ ваҡытында һеҙҙе унда саҡырырға теләр инем. Беҙгә тағы ла бер тапҡыр килерһегеҙ, тип ышанам, һеҙгә республикабыҙ, тәбиғәтебеҙ һәм халҡыбыҙ оҡшағандыр, тип уйлайым.
“Торатау” геопаркына килгәндә, ул әле үк эшләй. Беҙ уны, Указға ярашлы, үҙенсәлекле тәбиғәт биләмәһе булараҡ ойошторҙоҡ. Уның ЮНЕСКО геопаркы статусына эйә булыу-булмауына ҡарамаҫтан, был биләмәнең тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау эшен дауам итәсәкбеҙ. Бының өсөн тейешле инфраструктураны үҫтерәбеҙ, аҡса бүләбеҙ, ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе йәлеп итәбеҙ. Иң мөһиме – республика халҡы өсөн беҙҙең байлығыбыҙҙы – билдәле башҡорт шихандары Торатауҙы, Ҡуштауҙы һәм Йөрәктауҙы һаҡлау.
Ирландиянан ЮНЕСКО эксперты Джон Галлоуэй республика етәкселегенә йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостанда ысынлап тәбиғәт рухын тойоуын билдәләне.
- Геопарктарҙың төп бурысы – ошо биләмәгә ғүмер биреү. Геопарктың туристарҙы йәлеп итеүе мөһим, - тине Джон Галлоуэй.
Испаниянан ЮНЕСКО эксперты Хосе Мария Баррера төбәктең идара итеү командаһының геопарктарҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Геопарктарға ярҙам күрһәтелеүе – ҡыуаныслы хәл. Башҡортостан властарының уларҙың инфраструктураһын булдырыуға әүҙем булышлыҡ итеүен күрҙек, - тине Хосе Мария Баррера. - Беҙ “Торатау” геопаркы хеҙмәткәрҙәре менән аралаштыҡ. Улар ярҙамында беҙҙең миссия уңышлы үтте, беҙгә эшләүе еңел булды. Донъяла геопарктар системаһы үҫешә һәм ЮНЕСКО геопаркы статусын алыу өсөн етди көнәркәшлек барлыҡҡа килде. Беҙ иһә һеҙгә еңеү теләйбеҙ!
2022 йылдың яҙында ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар советы ултырышы уҙасаҡ, тип күҙаллана. Унда дәғүә иткән биләмәләрҙең ғаризалары ҡараласаҡ. Ҡабул ителгән ҡарарҙы ЮНЕСКО Башҡарма советына раҫлауға индерәләр. Уның сессияһы яҡынса 2022 йылдың көҙөнә билдәләнгән.
Беренсе вице-премьер – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов республикала геопарктарға ярҙам саралары хаҡында һөйләне. 2022 йылдың ноябрендә “Янғантау” геопаркы һәм Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә ошо өлкәлә берҙәм координация үҙәген асыу күҙаллана, тип хәбәр итте ул. Ә 2022 йылдың сентябрендә “Янғантау” шифаханаһында геопарктарҙы үҫтереү буйынса иҡтисади форум үтәсәк, унда ЮНЕСКО вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ.
2020 йылда Башҡортостандың Салауат районында “Янғантау” геопаркы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде. Был биләмәне үҫтереү перспективалары тураһында Фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәге директоры Айрат Ғәлиев һөйләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проектының тормошҡа ашырылыуы тураһында әйтеп үтте. Ул өлкән йәштәгеләр өсөн гид-экскурсовод оҙатыуында төбәктең иҫтәлекле урындары буйлап бер йәки ике көнлөк социаль турҙар ойоштороуға йүнәлтелгән. Проект республика етәксеһе башланғысы менән 2020 йылда эшләй башланы. Бөгөн был программаға ихтыяж бар, һәм пенсионерҙар уны финанслау күләмен арттырыуҙы һорай, тип билдәләне төбәк Башлығы. Радий Хәбиров был мәсьәләне республиканың Финанс министрлығы менән өйрәнергә ҡушты.
Осрашыу һуңында Радий Хәбиров ЮНЕСКО эксперттарына республика хаҡында йылы һүҙҙәре һәм төбәктең геопарктары хаҡында объектив фекерҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru