Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Май 2022, 16:15

Йәнә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тураһында

Ялыуҙарҙың күпселеге “Дүртөйлөмелиоводстрой” компанияһы зонаһына тура килә.

Йәнә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тураһында
Йәнә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тураһында

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһына арналған кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үтте.

– Республикала өмәләр айлығы тамамлана. Экологик өмәләрҙә республикабыҙҙан 413 меңдән ашыу кеше һәм 12 мең ойошма ҡатнашты, 6,5 мең тонна самаһы сүп-сар йыйылды, контейнер майҙансыҡтары тулды. Һөҙөмтәлә “Инцидент-менеджмент” системаһына мөрәжәғәттәр бермә-бер артты. Шул уҡ ваҡытта ялыуҙарҙың күпселеге “Дүртөйлөмелиоводстрой” компанияһы зонаһына тура килә. Уҙған кәңәшмәлә уға етешһеҙлекте төҙәтергә ваҡыт бирелде. Башҡа зоналар буйынса ла проблемалар бар, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов төбәк операторҙарының һәм муниципаль берәмектәрҙең эш сифаты тураһында һөйләне. Республика Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығындағы социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәр менән эшләү бүлеге мөдире урынбаҫары Ләйсән Хәйретдинова социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәргә анализ яһаны.

Кәңәшмәлә шулай уҡ Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы рөхсәтһеҙ асылған сүплекте ябыу, өмәләрҙә йыйылған һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар иҫәбенә инмәгән ҡалдыҡтарҙы ташыуҙы ойоштороу, Өфө районында сүп-сарҙы тоҡсайһыҙ йыйыу алымын бөтөрөү мәсьәләләре тикшерелде. Андрей Назаров Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына муниципалитеттар, төбәк операторҙары менән берлектә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ҡарамаған сүп-сар өсөн майҙансыҡтарҙы йыһазландырыу буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу өсөн участка билдәләргә ҡушты.

Әйткәндәй, Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә коммуналь ҡалдыҡтар полигондары, рөхсәтһеҙ асылған сүплектәр проблемаһы тураһында яҙып сыҡты.

“Реформа башланғандан алып Башҡортостанда ҙур эш башҡарылды: 24 меңгә яҡын контейнер майҙансығы йыһазландырылды, 61 меңдән ашыу контейнер ҡуйылды, төбәк операторҙарының эш сифатына аныҡ ваҡыт тәртибендә контроль һәм мониторинг системаһы ғәмәлгә индерелде. Һөҙөмтәлә республиканың бөтә биләмәләре ҡалдыҡтарҙы ташыу системаһына тоташтырылды.

Реформаның тәүге этабы бурыстары үтәлде тиерлек. Шул уҡ ваҡытта артабан алға барыу өсөн хәл итеүҙе талап иткән байтаҡ мәсьәләләр ҡала.

Хеҙмәт сифатын яҡшыртыу юлы менән генә реформаның икенсе этабына – сүп-сарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү комплекстарын яңыртыуға һәм төҙөүгә, сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ғәмәлгә индереүгә күсә алабыҙ. Быйыл ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү сәнәғәтен ойоштора башлауҙы планлаштырыу тураһында әйткәйнем инде. Бәләбәйҙә бер ай элек пластик һәм алюмин тараны ҡабул итеү буйынса республикала тәүге фандомат ҡуйылды.

Республикабыҙҙа экология проблемаларына яуаплы мөнәсәбәт киләһе бер-ике йылда нормаға әүерелергә тейеш. Стратегик күҙаллау бар, юл картаһы төҙөлгән”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press, vk.com/agnazarov

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Йәнә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тураһында
Йәнә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тураһында
Йәнә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тураһында
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: