Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Июнь 2022, 23:00

Төпһөҙ шишмә ысынлап та төпһөҙмө?

1980 йылда, урып-йыйыу эштәре ваҡытында, шишмәгә комбайн төшөп китеп бата. Баш ҡаланан водолаздар саҡыралар, тик... 

Төпһөҙ шишмә ысынлап та төпһөҙмө?
Төпһөҙ шишмә ысынлап та төпһөҙмө?

Асҡын районының тау-урмандар ҡосағында урынлашҡан Гөмбә ауылы янында Төпһөҙ шишмә сылтырап аға. Уның инеше артыҡ ҙур ҙа түгел, әммә ныҡ тәрән булыуы арҡаһында һыуы ҡуйы зәңгәр булып ялтырап ята. Шишмәнең тирә-яғында ҡайын, тал, ҡарағай, муйыл, ерек ағастары үҫә.

Төпһөҙ шишмә – бик үҙенсә­лекле тәбиғәт ҡомартҡыһы. “Үткән быуаттың 40-сы йылдарында ауыл ҡарттары шишмәнең тәрәнлеген үлсәргә була. Улар 12 дилбегәне ялғап, осона ауыр әйбер бәйләп төшөргән, тик ул инештең төбөнә етә алмаған. Һәр дилбегәнең оҙонлоғо – һигеҙ метр, тимәк, бауҙың дөйөм оҙонлоғо – 96 метр.

1980 йылда, урып-йыйыу эштәре ваҡытында, шишмәгә комбайн төшөп бата. Нисек кенә тырышһалар ҙа, уны табып, сығара алмайҙар. Хатта баш ҡаланан водолаздар ҙа килеп эҙләп ҡарай. Шишмә инешенә төшкән белгес туғыҙ метрҙан һуң кире сығырға мәжбүр була, сөнки көслө өйрөлмәккә эләгә лә тын ала алмай башлай. Ул әйтеүенсә, һыу менән тулы соҡорҙоң ярҙары аҡ таштарҙан тора. Был урын тау тоҡомдарының йыуылыуынан барлыҡҡа килгәндер, тип фаразлана, әммә шишмәнең инеше фәнни нигеҙҙә өйрәнелмәгән әле”, – тип яҙҙы “Атайсал – кесе Ватан” проектының рәсми сайтында Гөмбә ауылы әүҙемселәре.

Ауыл халҡы һөйләүенсә, шиш­мәнең һыуы бер арта, бер кәмей. Төй йылғаһы ташһа, шишмә лә таша. Элегерәк бында  күпер, һыу тирмәне булған. Шишмә Төй йылғаһына ағып төшә. Ҡатын-ҡыҙҙар элек-электән ошонан көйәнтәләп һыу ташыған, сөнки һыуы тәмле, сәс һәм кер сайҡарға ла бик йомшаҡ.

2017 йылда үткән “Шишмә байрамы”на әҙерлек барышында Гөмбә ауылы халҡы Төпһөҙ шиш­мәнең тирә-яғын матур итеп йыйыштырған. Ошо көндәрҙә, “Атайсал – кесе Ватан” проектына ярашлы, бында тағы ла төҙөк­ләндереү эштәре башҡарылған. Шишмә буйын таҙартыу йәһәтенән өмә ойошторғандар. Унда ауыл халҡы менән бергә ҡунаҡҡа ҡайтҡандар ҙа сыҡҡан.

Фото: “Атайсал – кесе Ватан” проектының рәсми сайтынан. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: