9-10 июлдә Башҡортостанда тотороҡло үҫеш мәнфәғәтендә Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын һәм “Шүлгәнташ” уникаль тарихи-мәҙәни комплексын асыу тантанаһы үтә.
Бер көн алда, 8 июлдә, тотороҡло үҫеш мәнфәғәтендә Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыу тантанаһы ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында үтәсәк.
“2030 йылға тиклем тотороҡло үҫеш стратегияһында ҡаралған 17 маҡсатҡа өлгәшеү өсөн фундаменталь фәндәрҙең роле һис ҡасан булмағанса мөһим”, – шундай йүнәлтмә менән БМО-ның Генераль Ассамблеяһы 2022 йылда тематик йылды үткәреү тураһында резолюцияға ҡул ҡуйыуы тураһында иғлан итте.
Бындай ҡарар ҡабул итеү “кешелек өсөн фундаменталь фәндәрҙең юғары әһәмиәте”нә, шулай уҡ “бөтә донъяла кешеләрҙең тотороҡло үҫешенә өлгәшеү һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн фундаменталь фәндәрҙең әһәмиәтен көсәйтеү бик кәрәк” икәнен аңлауға бәйле, тип билдәләнде.
Рәсәйҙә йылды асыу тантанаһының рәсми партнерҙары - Федерация Советы, Рәсәй Фәндәр академияһы, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы, ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһы.
Дуҫ илдәрҙең Милли академиялары президенттарының, Рәсәйҙең төп музейҙары директорҙарының, шулай уҡ билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ҡатнашыуы көтөлә.
Башҡортостан биләмәһендәге сара уникаль “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексын асыу һәм эшлекле программа менән берләштереләсәк. Шүлгәнташ мәмерйәһе – уникаль археология ҡомартҡыһы, унда ташбыуаттағы Көнбайыш Европанан ситтәге иң ҙур ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр йыйылмаһы һаҡланған.
Сара Евразия үлсәмендә Рәсәй Федерацияһының яңы ғилми-технологик хеҙмәттәшлек векторының эшен, шулай уҡ тиҙ технологик үҫеште тәьмин итеү өсөн алдағы ун йылда Рәсәйгә таянырға кәрәкле төп векторҙарҙы билдәләйәсәк.
Сараның төп темаһы – “Рәсәйҙең матди булмаған мәҙәни мираҫы: ғилми-тикшеренеү һәм иҡтисади контекст” тигән төп тема менән “Көнсығышҡа боролош” халыҡ-ара ғилми-технологик хеҙмәттәшлектең Евразия векторы” пленар ултырышы.
Бындай сараны республикала үткәреү башланғысы менән Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй Фәндәр академияһы президенты, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Александр Сергеев менән осрашыуҙа сығыш яһаны. Александр Сергеев Көньяҡ Уралда бындай профилдәге беренсе ғилми-тикшеренеү базаһын асыуҙа ҡатнашыуын раҫланы.
“Радий Хәбировтың туристик ҡына түгел, музей һәм ғилми-тикшеренеү комплексын асыуға ныҡлап әҙерләнеү тәҡдиме менән ризалаштым. Был мәлде түҙемһеҙләнеп көтәм – төбәк Башлығына, Башҡортостандың Фәндәр академияһына, коллегаларым – ғалимдарға ошондай дәрт менән эшләгәндәре өсөн рәхмәт. Шүлгәнташ мәмерйәһе – ысынлап та, үҙенсәлекле объект. Асыу тантанаһын фәнни мәғәнә менән тулыландырырға йыйынабыҙ, конференция буласаҡ”, – тип һөйләне Александр Сергеев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 - 2031 йылдар Рәсәйҙә фән һәм технологияларҙың ун йыллығы тип иғлан ителде, тейешле указға Президент Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Төп маҡсаттары – тикшеренеүҙәр һәм асыштар өлкәһенә һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү, йәмғиәт һәм ил үҫешенең мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә тикшеренеүселәрҙе, уйлап табыусыларҙы ылыҡтырыуға булышлыҡ ҡылыу һәм ил граждандары өсөн Рәсәй фәненең ҡаҙаныштары, перспективалары тураһында мәғлүмәттең асыҡлығын арттырыу.
Бөтә донъяла Фундаменталь фән йылы саралары 2023 йылдың 30 июненә тиклем дауам итә.
Фото: uksrb.ru