Йыл дауамында елһеҙ, тымыҡ көндәрҙә республиканың ҙур ҡалаларында йәшәүселәр Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының “бәйләнеш” телефонына, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына һулар һауаның сифатына зарланып мөрәжәғәт итә башлай. Ҙур сәнәғәт предприятиелары булған ҡалаларҙың уртаҡ бәләһе инде был. Бындай хәбәрҙәр күп булһа, ваҡиға урынына шунда уҡ күсмә лаборатория ебәрелә. Анализдарҙан һуң ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тартыла. Әммә һауаның таҙалығын тәьмин итеү бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Ошо хаҡта һөйләшеп алайыҡ.
Сәнәғәт предприятиелары зыян килтермәһен
«Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы һуңғы йылдарҙа таҙартыу ҡоролмаларын төҙөкләндереү менән мәшғүл. Был сара бер нисә этапта бойомға ашырыла. Техник ҡарарҙарҙың береһе бөтә асыҡ һыйҙырышлы ҡоролмаларҙы ҡаплауҙы күҙ уңында тота, был атмосфераға бысратыусы матдәләр сығарыуҙы шаҡтай кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Проекттың үҙенсәлеге һәм ҡатмарлығы шунда - реконструкция объекттарҙың эшен туҡтатмайынса уҙғарыла. Таҙартыу ҡоролмалары өҙлөкһөҙ эшләй, шул уҡ ваҡытта улар Салауат, Ишембай ҡалаларының бөтә сәнәғәт предприятиеларының, һәм шулай уҡ, Салауатта йәшәүселәрҙең көнкүреш ағынды һыуҙарын таҙарта.
Нефть эшкәртеү заводының 10-сы цехы резервуар паркында ҡунаҡтарға атмосфера һауаһына углеводородтар сығарыуҙы кәметеү өсөн резервуар парктарҙы модернизациялау программаһы тормошҡа ашырыла. 2016 - 2020 йылдар эсендә 16 яңы резервуар файҙаланыуға тапшырылған. Бөгөн программа сиктәрендә йәнә дүрт резервуарҙы монтажлау эштәре бара – улар күләмдәре буйынса ҙурыраҡ һәм экологик һәм сәнәғәт хәүефһеҙлек нормаларын үтәү йәһәтенән замансараҡ буласаҡ.
Предприятие төҙөгән техник көкөрт етештереү производствоһы водородын утилләштереүгә һәм атмосфераға бысратыусы матдәләр сығарыуҙы кәметеүгә йүнәлтелгән. Уны бойомға ашырыу бысраҡ матдәләр сығарыуҙы йылына 4670 тоннаға кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Атмосфераға дөйөм ҡалдыҡтар сығарыу күләме 15 процентҡа, ә көкөрт диоксидыныҡын 30 процентҡа кәмейәсәк. Майҙансыҡта технологик ҡоролма монтажланған да инде, проекттың әҙерлек дәрәжәһе – 95 процент.
Был проектты тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәһе бик етди – һауала көкөрт диоксиды кәмейәсәк. Производствоны файҙаланыуға тапшырғандан һуң тиҙ арала һауаның сифатына йоғонто яһаласаҡ, тип билдәләй экологтар.
“Таҙа һауа” проекты ярҙамға килде
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко ҡарары буйынса Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары «Таҙа һауа» федераль проектына индерелде. Был ҡалаларҙың иң эре предприятиелары менән ҡалдыҡтарҙы кәметеү буйынса сараларҙы билдәләйәсәк ике дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
“Тәү сиратта, беҙ халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ: был ҡалдыҡ матдәләрҙе сығарыуҙы кәметеү, мониторинг системаһын үҫтереү мәсьәләләре, торбаларҙы автоматик сығарыуҙы контролдә тотоу системаһы менән йыһазландырыу. Һәм дүртенсе мәсьәлә – халыҡты даими рәүештә атҡарылған эш барышы менән таныштырып тороу. Саралар һөҙөмтәһе ҡала халҡына аңлайышлы булһын өсөн предприятиеларҙың асыҡлығын тәьмин итергә кәрәк”, - тип билдәләне Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының «Таҙа һауа» федераль проекты офисы етәксеһе Максим Корольков.
«Экология» милли проектының «Таҙа һауа» федераль проекты экологик хәлде яҡшыртыуға һәм атмосфера һауаһын бысратыусы матдәләр сығарыуҙы кәметеүгә йүнәлтелгән. Проекттың ҡатнашыусылары – эре сәнәғәт предприятиелары. 2021 йылдың авгусынан «Таҙа һауа» федераль проекты етәкселеге тарафынан Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығына йөкмәтелде. Проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған саралар атмосфера һауаһын бысратыу кимәлен ҡырҡа кәметәсәк.
Стәрлетамаҡ менән Салауат ҡалалары – иғтибар үҙәгендә
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазыловтың һүҙҙәренсә, предприятие мөмкин тиклем асыҡ, эштең башынан уҡ атмосфера һауаһына йөкләмәне кәметеү өсөн производстволарҙы модернизациялауға аҡса һалыу планлаштырған саралар планын һәм инвестициялар күләмен күрһәтте.
«Салауат ҡалаһында төбәк мониторингы селтәрен үҫтереү сиктәрендә атмосфера һауаһы бысраныуҙы контролдә тотҡан ике автоматик станция бар. Беҙҙә эре инвестиция проекты планлаштырыла – Салауат һәм Стәрлетамаҡ предприятиеларының санитар-күҙәтеү зонаһы сиктәрендә атмосфера һауаһы бысраныуҙы контролдә тотҡан автоматик станциялар урынлаштырыу. «Таҙа һауа» федераль проектының башынан уҡ республика уға инергә тырышып ҡараны, әммә был килеп сыҡманы. Атмосфера бысраныу индексы беҙҙә 2021 йылда ғына юғары булды, ә унан алдағы өс йылда түбән булды. Атмосфера һауаһына йөкләмәне кәметеү буйынса саралар тураһында фекерен белдереп хәбәр иткәне өсөн, тирә-яҡ мөхиткә йөкләмәне кәметеү өсөн тәбиғәтте һаҡлау сараларына инвестициялар йәлеп иткәне өсөн предприятиеларға ҙур рәхмәт», - тип аңлатты Нияз Фазылов.
Стәрлетамаҡта хәлдәр нисек?
Башҡортостан сода компанияһы производствоһында ПВХ-ны дегазациялау стадияһын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу, киптереү стадияһына бирелгән ПВХ суспензияһында винилхлорид миҡдарын кәметеү иҫәбенә тирә яҡ мөхиткә йөкләмәне мөмкин тиклем кәметергә форсат бирәсәк.
Һөҙөмтәлә карбонизация колонналарын, газ колонналарын йыуыусы ҡорамалдарҙы, абсорбция һәм дистилляция, электр фильтрҙары элементтарын модернизациялау йәһәтенән техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу технологиҡ ҡоролмалар эшенең һөҙөмтәлелеген күтәрәсәк, атмосфераны бысратыуҙы, бигерәк тә аммиак менән углекислый газды кәметәсәк.
Газдарҙы таҙартыуҙа плазма-каталитик технология индереү углерод оксиды сығарыуҙы кәметеүгә килтерәсәк. Газ таҙартыу технологияһы махсуслаштырылған ойошма тарафынан эшләнелгән дә инде. Әле һауаны таҙартыу буйынса тест ҡоролмаһы тәжрибә-сәнәғәт һынауҙары үтә.
Дистиллер шыйыҡсаһын фильтрлау бүлексәһен техник йәһәттән яңынан йыһазландырыу проекты өҫтәмә фильтр-пресс урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота. Был иһә шыйыҡсаны ҡаты матдәләрҙән таҙартыу дәрәжәһен арттырырға, шлам йыйғыста булыу ваҡытын ҡыҫҡартырға, һәм тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметергә форсат бирәсәк.
Шулай уҡ тоҙ иретмәһен таҙартыу шламын фильтрлау станцияһын төҙөү буйынса проект та тормошҡа ашырыла. Был «аҡ диңгеҙ»гә сығарып ташланған (тоҙ иретмәһен таҙартыу) ағынды һыуҙарҙан тулыһынса арынырға, хлорлы натрийҙы кальцинирланған сода производствоһына кире ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостанда сәнәғәт ташландыҡтарының 20 проценты Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларына тура килә. Салауат предприятиеларының сәнәғәт ташландыҡтары өлөшө республиканың дөйөм күләменең туғыҙ процентын тәшкил итә. Стәрлетамаҡтың «Башҡортостан сода компанияһы» һәм «Газпром нефтехим Салауат» прелприятиеялары республиканың көньяғындағы һауаны бысратыусылар булып тора. Республика властары «Таҙа һауа» федераль программаһы саралары ярҙамында ошо күләмде кәметергә иҫәп тота.
Андрей НАЗАРОВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы:
- Өфөлә Экология форумы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте араһында ике килешеүгә ҡул ҡуйылды. Беҙҙең алға халыҡтың йәшәү сифатын һәм кимәлен күтәреү, тотороҡло иҡтисади үҫеште тәьмин итеү һәм республикала уңайлы йәшәү мөхитен булдырыу буйынса стратегик бурыстар ҡуйылған. Килешеү сиктәрендә атмосфера һауаһына бысратыусы ҡалдыҡтарҙы бүлеп сығарыуҙы кәметеү, 2025 йылға тиклем һауаға бысраҡ матдәләр бүлеп сығарыуҙы автоматик контролдә тотоу системаларын ҡуйыу, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында һауа сифатын күҙәтеү системаһын үҫтереү буйынса саралар планлаштырылған. Бынан ары уңайлы мөхитте яҡшыртыу өсөн федераль власть органдары һәм бизнес менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш алып барасаҡбыҙ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.