Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
12 Апрель 2019, 16:25

Үҙ-үҙеңә ышанырға кәрәк

Риэлтор... Сажиҙә Игебаева ҡасандыр ошо һөнәр эйәһе булып китәсәген күҙ алдына ла килтермәй, әммә тормош башҡасараҡ шул.

Риэлтор... Сажиҙә Игебаева ҡасандыр ошо һөнәр эйәһе булып китәсәген күҙ алдына ла килтермәй, әммә тормош башҡасараҡ шул.
Сажиҙә Нияз ҡыҙы Хәй­бул­ла­ла тыуһа ла, бала сағы, йәшлеге Өфө районының Авдон ҡаса­баһында үтә. Табиптар әсәһенә йәшәү урынын үҙгәртергә кәңәш бирә. Мәктәпте тамамлағас, йырсы булырға теләй, әммә атаһы етдиерәк һөнәр һайларға өндәй. Шулай итеп, ҡыҙ БДУ-ның тариф факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, һигеҙ йыл тыуған яғында эске эштәр органдарында хеҙмәт итә.
– Хәйбуллала иркенлек етмәй башланы, – тип һөйләй Сажиҙә. – Ниәтемде атай-әсәйемә әйткәс, ҡаршы килмәнеләр. Шулай итеп, 2015 йылда Өфөгә киттем. Килеүен-килдем дә ул, баш ҡалала эш эҙләүе лә, баш терәр урын табыуы ла еңел түгел икән. Әлбиттә, эске эштәр органдарына алалар ине, әммә бындағы мәшәҡәтте үҙем генә беләм. Өйгә ҡайтыу юҡ тиерлек. Ә миңә бит баламды үҫтерергә кәрәк!
Эш тапҡансы берәүҙәрҙең өйөн йыйыштырып, икенсе урында иҙән йыуып көн күрә йәш ҡа­тын. Ҡарсәһенең, бер эштең дә ояты юҡ, тип бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәтеп үҫтереүе файҙаға ғына була. Тап ошо минутта хәлен аңлаған әсәһе Шәһиҙә апайға рәхмәт әйтеп бөтә алмай ул. Кескәй Искәндәрҙе һағынып, 600 саҡрым алыҫлыҡтағы Хәйбул­лаһына үҙенең машинаһында ҡайтып килергә лә өлгөрә.
Көндәрҙең береһендә әхирәте Сажиҙәгә күсемһеҙ милек менән эш иткән компанияға агент булып килергә тәҡдим иткәс, ул аптырап ҡала.
– Бығаса риэлторҙарҙы алдаҡ­сы­лар һымаҡ ҡабул итә тор­ғай­ным, сөнки уларҙың арҡа­һында бәғзе берәүҙәрҙең торлағынан мәхрүм ҡалыуы хаҡында йыш ишетергә тура килде. Хатта атай-әсәйем дә, Өфө һынлы Өфөлә шунан башҡа эш бөткәнме ни, тине. Әхирәтем минең хаҡта директорға әйтеп тә ҡуйғайны, – тип хәтирәләргә бирелде Сажиҙә.
Бәхеткә күрә, компанияла бер нисә аҙна был эш нескәлектәренә өйрәтәләр. Ә ике аҙнанан һуң Сажиҙә тәүге эш һөҙөмтәһен күрһәтә – йәш ғаиләгә бүлмә алып бирергә ярҙам итә. Ноябрҙә эшкә урынлашҡан ҡыҙ киләһе айҙа дүрт кешегә фатир алыуҙа һәм һатыуҙа булыша. Кәйефе күтәрелә, эшкә дәрт уяна.
– Хәҙер риэлторҙарға ҡарата мө­нәсәбәтем бөтөнләй үҙгәрҙе, – тип һөйләй Сажиҙә. – Кемгәлер яр­ҙамың тейеп, уларҙан рәхмәт ишетеү – үҙе бер бәхет. Ҡайһы­лары менән дуҫлашып киттек хатта. Аралашып йәшәйбеҙ, ҡу­наҡ­ҡа саҡыралар. Һәр эштәге ке­үек, кеше менән яҡшы мөнә­сә­бәттә бу­лыу мөһим. Теге йәки был фатирҙы тиҙерәк һатыу өсөн тырышып, ялғанға барһаң, мут­лығың барыбер асыласаҡ. Шуға ла һәр кем менән ихлас, нисек бар, шулай аралашырға кәрәк. Ә тәжрибә эшләй-эшләй туплана.
Бер йылдан 200-ләп агентты берләштергән компанияла Сажи­ҙә Нияз ҡыҙы иң яҡшы унау исем­легенә инә һәм ике йыл буйы ошо исемлектән төшмәй.
– Бәғзеләр риэлторҙарҙы мут кеше тип уйлай. Йәшермәйем, ундайҙар ҙа бар. Әммә күптәр эшен намыҫ менән башҡара. Аҡсаны ғына уйлағанда, уңышҡа өлгәшеп булмай, кешенең күҙ йәшенән ҡурҡам. Нисек тә ғәҙел булырға, эште урынына еткереп, матур итеп башҡарырға тырышам... – Сажиҙә һөйләй, ә мин уны рәхәтләнеп тыңлайым.
– Үҙең башҡортса уҡымаған­һың, ә ҡайһылай матур һөйлә­шәһең...
– Балалар баҡсаһында ла, мәк­тәп­тә лә рус телендә уҡырға тура килде. Шулай ҙа өйҙә гел баш­ҡорт­са һөйләштек. Хәйбул­лаға ҡайтҡанда, өләсәйҙәремдән өйрән­дем. Бер ваҡыт кәштәлә Зәй­нәб Биишеваның “Кәмһетел­гәндәр” романын күреп ҡалдым. Уҡығы килә бит, әммә ҡайһы бер хәрефтәрҙе белмәйем. Әсәйем уларҙы өйрәткәйне, уҡып алдым да киттем. Шулай итеп, өс романды ла уҡып сыҡтым.
Буш ваҡыттарында төрлө китап уҡырға ярата Сажиҙә. Кон­церт­тарға, театрға йөрөй. Уның һәр сәғәте билдәләнгән. Аҙна­һына өс тапҡыр фитнесҡа барырға ла өлгөрә.
– Тормош аҡса эшләүҙән генә тор­май. Донъяның матурлығын то­йоп йәшәргә кәрәк. Кешегә асыу һаҡламаҫҡа тырышам. Был эшең­дә, тормошоңда мәшәҡәт тыу­ҙыра. Үҫмерҙәрҙең дә, өлкән­дәр­ҙең дә һау-сәләмәт тормош өл­гөһөнә күсә барыуы һоҡлан­дыра.
Яҙмышынан ҡәнәғәт Сажиҙә Нияз ҡыҙы. Ҡала үҙәгенән бер бүл­мәле фатир һатып алған, улы Искәндәр йүгереп йөрөй. Алла бойорһа, йырҙарын да яҙҙырырға уйы юҡ түгел. Күптән түгел тәүәк­кәл ханым күсемһеҙ милек һатыу буйынса үҙенең “Мегаполис-нед­вижимость” компанияһын ойош­тор­ған. “Үҙ-үҙеңә ышанырға кә­рәк”, – тип йылмая мөләйем ханым.
Читайте нас: