Ҡара диңгеҙ булмаһа ни… Туризм өсөн беҙҙә һылыу Әйҙән дә ҡулайлыһы юҡ .
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Ҡыйғы районының төп етештереү тармағы – ауыл хужалығы. 1930 йылдың авгусында ойошторолған райондың бөтә тораҡтары ла башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан. Райондың гербында ныҡлыҡ, ҡеүәт, көс, үҫеш символы булған имән ағасы һәм башҡорт халҡының айырылмаҫ юлдашы – ҡанатлы ат һүрәтләнеүе лә ҙур мәғәнәгә эйә.
Ҡыйғылар – ерҙә ныҡ баҫып торған, тормош һәм тәбиғәт ҡырыҫлыҡтарына бирешмәй донъя көткән, балалар үҫтергән, төбәктәре өсөн йән атҡан берҙәм, тыйнаҡ, эшһөйәр халыҡ.
Район хакимиәте башлығы Шамил Радил улы МӨХӘМӘТДИНОВ менән әңгәмә барышында киләсәккә күҙ һалдыҡ, үткәненә йомғаҡ яһаныҡ, күп кенә һорауҙарыбыҙға яуап таптыҡ.
– Рәғиб Ғимаев, Радик Бәширов, Рим Ғарипов кеүек танылған фән докторҙарын, Рәүис Заһитов, Рәмзиә Хисамова кеүек талантлы халыҡ артистарын, көрәш буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәевте үҫтергән, әллә күпме хеҙмәт батырҙарын тыуҙырған бәрәкәтле Ҡыйғы ерендә бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың аяҡҡа баҫыуы ҡыуаныслы хәл. Ҡыйғылар, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағына таянып, иҡтисадты көсәйтергә тырышырға ниәтләйме?
– Беҙҙең төбәктә ҙур предприятиелар ҙа, ымһындырғыс эре ҡалалар ҙа юҡ. Киләсәктә булмаҫ та, бәлки, әммә бөтәбеҙ бер булып кооперативтар ойоштора, бәләкәй эшҡыуарлыҡты киң йәйелдерә, продукция эшкәртеүгә йөҙ бора алабыҙ бит. Өҫтәүенә шундай ҡырыҫ та, матур ҙа саф тәбиғәт ҡосағында йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ.
Һәр ерҙә лә ялды ойоштороу өсөн Ҡара диңгеҙҙең булыуы шарт түгел дәбаһа. Беҙҙә туризмды йәйелдереү өсөн бына тигән тулы һыулы Әй йылғабыҙ бар. Үҙем Йүрүҙән буйында үҫкәс, унан да матурыраҡ йылға юҡтыр тип уйлай торғайным. Яңылышҡанмын. Әй Силәбе өлкәһе менән беҙҙең район сигенән аға. Силәбеләр отҡорораҡ булып сыҡты, тәбиғәт байлығын белеп, оҫта файҙаланырға өйрәнде. Йылға буйлап уңайлы ял, сауҙа объекттары төҙөргә өлгөрҙөләр. Халыҡтың өҙөлгәне лә юҡ.
Беҙгә лә ошо тәңгәлдә туризм инфраструктураһын йәйелдереү хаҡында уйланырға ғына түгел, ә ҡыйыу рәүештә эш башларға ваҡыт. Яңыраҡ мин үҙем дә махсус рәүештә ҙур теләк менән йылға буйлап ойошторолған маршрут буйынса йөҙөп, тәбиғи мөмкинлектәрҙе барлап, пландар ҡороп, ҡанатланып ҡайттым. Үҙенең нәфис поэтик атамаһын йылға, ысынлап та, тулыһынса аҡлай. Йыланлы ауылы эргәһендә ер аҫтынан бәреп сыҡҡан фонтан үҙе тәбиғәт мөғжизәһе бит! Ниңә уны үҙебеҙҙең бренд итмәҫкә?
– Фекерҙәрегеҙ ҡыҙыҡлы. Социаль инфраструктураны үҫтереү буйынса яһаған аҙымдарығыҙ ҙа һөҙөмтәле булмаҡсы…
– Үрге Ҡыйғылағы ял паркын төҙөкләндереү эшенә дәррәү тотондоҡ. Ике йылға бер тапҡыр үткәрелгән “Ҡыйғыр юлы” этнофестивален даими ойошторасаҡбыҙ. Мәҙәниәт усаҡтары районда гөрләп эшләй. Ғөмүмән, беҙҙә авария хәлендәге мәҙәниәт йорттары ҡалманы. Әле Түбән Ҡыйғыла яңы мәҙәниәт йорто, Ләүйылға ауылында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ингән мәктәп төҙөлә, Үрге Ҡыйғыла музыка мәктәбе барлыҡҡа киләсәк. Район үҙәгендә белгестәр өсөн һалынған 25 фатирлы йорттоң икеһе буш – улар медицина кадрҙарының килеүен көтә. Ғөмүмән, ошо маҡсатта бөтә уңайлыҡтары булған өр-яңы йорт һалып, йәш белгестәрҙе ҡыуандырырға, төбәктә еректереүгә иҫәп тотабыҙ.
Әммә тормош яҡшырыуын ҡул ҡаушырып, кемдәндәр көтөп ултырһаҡ, эштең алға барыуы икеле. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы тап иң киҫкен социаль мәсьәләләрҙе халыҡ менән бергәләп хәл итеүгә йүнәлтелгән дә инде.
– Ҡыйғыларҙың программаға мөнәсәбәте ыңғаймы?
– Халыҡтың күпселеге программаны аңлап, яуаплылыҡ менән ҡабул итеүе ҡыуаныслы. Көс етмәҫлек тойолған бурыстарҙы атҡарып сығыуҙа ҡатнашҡан яҡташтарыма, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, эште башлап йөрөүселәргә ҙур рәхмәт белдергем килә. Өс йыл эсендә бергәләп һигеҙ ауыл клубы һәм мәҙәниәт йорто биналарын ремонтланыҡ, өс мәктәптә иҫке ағас тәҙрәләр яңыларына алмаштырылды, Кеҙетамаҡ һәм Мәсәктә ике балалар майҙансығы, Арыҫлан ауылында спорт майҙаны төҙөкләндерелде. Үрге Ҡыйғы ауыл Советы өсөн трактор алынды, бер нисә ауылда зыяраттар ҡоймаһы яңыртылды һәм башҡалар.
Быйылға ла пландар ҙур: райондағы ике мәктәп, бер балалар баҡсаһы, өс ауыл клубы биналарын ремонтларға уйлайбыҙ. Өҫтәүенә яңы музыка ҡорамалдары һәм инструменттар менән һәүәҫкәр артистарыбыҙҙы һөйөндөргөбөҙ килә.
– Шамил Радил улы, һеҙҙең Ҡыйғы ҡатын-ҡыҙҙарына йылы мөнәсәбәтегеҙ һоҡландыра. Уларҙың эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартҡанһығыҙ тип ишеттек.
– Эйе, бюджет учреждениеларында эшләүсе гүзәл заттар ир-атҡа ҡарағанда бер сәғәткә алдараҡ эшен тамамлай. Ғөмүмән, хеҙмәт кешеһенә үҙенең хужалығы менән шөғөлләнә алһын өсөн бөтә уңайлы шарттарҙы тыуҙырырға тырышырға кәрәк. Лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урындарын ойоштороу шарт. Беҙҙә ҡытайҙар ағас эшкәртеүгә тотоноп, яңы эш урындары барлыҡҡа килтерҙе, эшселәр һаны утыҙға етәсәк тип күҙаллана. Силәбеләр тегеү фабрикаһы асып, 85 кешене эш менән тәьмин итте. Хеҙмәттәре лә, эш хаҡы ла тотороҡло. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Оборона министрлығы заказын үтәй. Өҫтәүенә район ҡаҙнаһына һалым инә.
– Башҡортостан үҙенең икенсе 100 йыллығына аяҡ баҫты. Тарихтың өр-яңы битен ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән башламаҡсыһығыҙ?
– Ит эшкәртеү цехы асыу уйы тынғы бирмәй. Артур Хөснөтдинов тигән аҫыл егетебеҙ һөт эшкәртеү буйынса кооператив асып, төрлө һөт аҙыҡтары етештереүгә тотондо. Өмөтөбөҙ ошондай тәүәккәл, егәрле йәштәрҙә лә инде. Бындай тәмле, тәбиғи аҙыҡ-түлеккә ихтыяж көндән-көн артҡанда был йүнәлештә эште ҡыҙыулатырға, күләмде арттырырға, заманса ҡорамалдар алырға кәрәк. Картуф беҙҙә умырылып уңа ла һуң, ә бына реализациялау мәсьәләһе аҡһай. Былтыр шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыу буйынса республикала өсөнсө урынды алыуға өлгәштек, әммә ваҡытында иҫәпләшмәүселәр арҡаһында ҡайһы саҡта кәйеф ҡырыла. Эреле-ваҡлы был мәсьәләләр өҫтөндә даими эш бара.
Республикабыҙҙың икенсе йөҙ йыллығына ҡыйғылар ғорурлыҡ, саф күңел һәм изге ниәттәр менән аяҡ баҫты. Башҡортостаныбыҙ тағы ла ҡеүәтлерәк, байыраҡ, тормош сифаты юғарыраҡ булһын өсөн райондың күп милләтле халҡы менән ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә ынтыласаҡбыҙ. Республикабыҙҙа барған бөтә саралар, ваҡиғалар эсендә ҡайнап, “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” лозунгын тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Һуңғы осорҙа иҡтисад, социаль өлкәлә күҙәтелгән етди үҙгәрештәрҙең тағы ла ырамлыраҡ барыуына ышанам.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары