Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
7 Июнь 2019, 14:58

Серҙәреңде ас, һандыҡ!

Фольклориада алдынан оҫталар барланды.

Фольклориада алдынан оҫталар барланды.


Бар тәбиғәт йәшеллеккә күмелеп, ҡоштар моңона сорналып, сәскәләрҙең хуш еҫенә тулышҡан мәлдә Әбйәлил райо­нында II асыҡ “Һандыҡ” байрамы ойошторолдо.


Сара 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек маҡсатында үтте. Тәүге тапҡыр 2016 йылда район кимәлендә булһа, быйыл байрам төбәк-ара статусын алды. Ата-бабаларыбыҙ һөнәрҙәрен һаҡлап ҡалыу, уларҙың нескәлектәрен йәш быуынға еткереү, халыҡ ижадын таратыу, оҫталарҙы асыҡлау, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолған сарала Әб­йәлилдән генә түгел, Бөрйән, Белорет райондарынан да оҫталар ҡатнашты.


Асҡар мәҙәниәт йорто фойеһында һандыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ ине: ҙуры ла, бәләкәйе лә, боронғоһо ла, әле ағас еҫе лә бөтмәгән өр-яңыһы ла. Элек-электән улар өҫтөнә хужабикәләр иң ҡәҙерле балаҫ-мендәрҙәрен, буй һәм арҡыры юрғандарын тәҫләп һалып ҡуйыр булған. Өләсәйҙәр, ейәнсәрҙәре донъяға килеү менән, бағышлап һандыҡ эшләтеп, бирнәлек әйбер йыйған. “Етенән йыйһаң – етер, алтынан йыйһаң – артыр”, – тигән ололар. Изге Ҡөрьәнде, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы өскөл хаттарҙы, өләсәйҙәрҙең милли кейемдәрен, еңгәй­ҙәрҙең беләҙек-сулпыларын, ҡашмау-селтәрҙәрен һаҡлаған тылсымлы йәшникте белмәгән кеше юҡтыр.


Шуға күрә лә байрамда ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә ойошторолоуы ла сараға йәм өҫтәне.

Яңауыл ауылынан Сәйҙә Муллағәл­ләмованың ҡул эштәренә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Ул ҡорама яһауҙың яңы ысулдарын да үҙләштергән. Диван япмалары, ултырғыс түшәктәре, арҡыры-буй юрғандарҙы бөгөндән үк килен булырлыҡ ҡыҙҙарға һатып алыусылар ҙа табылды.


Күргәҙмәгә ҡуйылған һандыҡ эсендәге сер һәр кемде үҙенә йәлеп итте, уны эшләгән алтын ҡуллы оҫталар һоҡлан­дырҙы, йөҙәр йылдан ашыу тарихы булған боронғо ҡомартҡыларҙың бөгөнгәсә һаҡланыуы хайран ҡалдырҙы.


Хәмит ауылында йәшәгән Илсиә Ҡаси­мованың шәхси музейындағы боронғо һандыҡтар иғтибарҙы йәлеп итте. Быуындар күсәгилешлеген һаҡлаған, әсәнән ҡыҙға күсә килгән был ҡомартҡы 1926 йылғы. Ул 1902 йылда тыуған Мәҙинә Вәлиеваныҡы. Уны 1936 йылда донъяға килгән ҡыҙын кейәүгә оҙатҡанда биреп ебәрә, артабан ул, Гөлсирә Ҡасимова, ейәнсәре Гөлдәриәгә ҡомартҡы итеп ҡалдыра.


Икенсе тарихи һандыҡ 1915 йылғы. Уның да үҙ тарихы бар. Хәмит ауылында йәшәгән Алтынбикә Мөлөкова ҡыҙы Файза Ҡотоеваға тапшыра. Артабан унан ҡыҙы Рауза Ғәбитоваға күсә. Бына шул рәүешле был ҡәҙерле ҡомартҡылар беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.


Ысынлап та, күргәҙмәлә экспонаттарҙың ниндәйе генә юҡ: бер сөй ҡаҡмайынса эшләнгәндәре лә, тимерҙән, ағастан семәрләп яһалғандары ла, аҡҡош, сәскә, балдаҡ һүрәттәре төшөрөлгәндәре лә – йәнең теләгәнеңде һайлап ал.


Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы оҫтаһы Данияр Псәнчиндең һан­дыҡтары баһалама ағзаларын ғына түгел, бар халыҡты һоҡландырҙы. Бер сөй ҙә ҡаҡмай, хатта йоҙағы менән асҡысын да, ҡапҡасын һәм һандыҡты тоташтырған шарнирға тиклем ағастан сылбыр рәүе­шендә эшләп ҡуйыуы хайран ҡалдырҙы. Был һандыҡтың республикала ғына түгел, хатта донъяла эксклюзив булараҡ киң танылыу табырына ышаныс ҙур. Егет үҙенең эшен 15 мең һумға баһалай.


Йүкә ағасынан яһалған һандыҡ еңел, ул ҡараймай. Бәләкәйҙән ағас эшен яратҡан Данияр Айҙар улының хеҙмәт емештәре лайыҡлы рәүештә конкурстың төп бүләгенә лайыҡ булды. Данияр Псәнчингә кәләше Лилиә, балалары Дияр менән Диана ла көс һәм дәрт өҫтәгәндер. Улар ҙа был конкурста ихлас ҡатнашты.


Белореттан килгән Сафиулла Ғайсин­дың һандыҡтары тик үҙенсә эшләнеүе менән иғтибарҙы йәлеп итһә, Красная Башкириянан Өлфәт Хәлисовтыҡы матур­лыҡ йәһәтенән алдырҙы. Иң йәш конкурсант иһә 13 йәшлек Асҡар һылыуы Эльвина Әхмәтйәнова булды. Ул үҙенең етәк­сеһе Зәйтүнә Тайсина менән Асҡар йәш техниктар станцияһында өсөнсө йыл шөғөлләнә.


– Быйыл мин дә конкурсҡа эшемде тәҡдим итергә булдым. Ошо бәләкәй һандыҡтағы һүрәттәрҙе гуашь ярҙамында үҙ ҡулдарым менән ике айҙан ашыу биҙәнем. Күреүегеҙсә, бик матур килеп сыҡты, – ти Эльвина.


Йәш оҫтаның эше номинацияла билдәләнеп, уға дәрт өҫтәне, сәмен арттырҙы.

II асыҡ “Һандыҡ” байрамының төп бүләген Данияр Псәнчин яулаһа, беренселекте Өлфәт Хәлисов алды. Икенсе урындарҙы Сафиулла Ғайсин менән Рәүеф Аҡмырҙин бүлеште. Баһалама ағзалары өсөнсө урынды билдәләмәҫкә ҡарар итте. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр береһе төрлө номинацияларҙа махсус бүләккә лайыҡ булды.


Әбйәлил районының брендлы сара­ларының береһенә әүерелә барған был байрам йәнә бер тапҡыр серле һандыҡтың әллә күпме тарих һаҡлауына, үҙенсәлекле хазинаның ни тиклем бай, ҡәҙерле булыуына инандырҙы.


Әбйәлил районы.


Ирек МУСИН, Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе:

– Беҙҙең районда элек-электән халҡыбыҙҙың матур йолаларына, кәсеп-шөғөлдәренә арналған конкурстар даими үткәрелә. “Һандыҡ” байрамы ла шуларҙың рәтендә тип әйтер инем. Уның 2020 йылда Башҡортос­танда уҙасаҡ Бөтә донъя фолькло­риадаһына арнап үткәрелеүе бигерәк тә әһә­миәтле, сөнки беҙ әле үк фольклор байрамында күрһәтә алырлыҡ оҫта­ларҙы, халҡыбыҙҙың боронғо милли көнкүреш әйберҙәрен, кәсептәрен сағылдырған эштәрҙе барлайбыҙ.


Мансур УСМАНОВ, “Һандыҡ-шоу-2016” байрамы еңеүсеһе:

– Конкурстың әһәмиәте ҙур. Ул би­герәк тә ауыл ерҙәрендәге оҫталарҙы асыҡларға ярҙам итә. Тик быйыл нишләптер райондан һандыҡ эшләү­селәр аҙ ҡатнашты. Үҙем белгән иң оҫта бишәүҙең булмауы аптыратты. Оҙаҡ йылдар бының менән шөғөлләнгән кеше булараҡ, шуны әйтә алам: күңел талабы буйынса башҡарылған шөғөл табышлы ла, файҙалы ла.
Читайте нас: