Тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял түгел.
Һуңғы осорҙа республика матбуғатында ҡортсолоҡто тергеҙеү, йәғни үҫтереү тураһында күп һөйләнелә. Башҡортостан етәкселеге лә халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлө малсылыҡты һәм ҡортсолоҡто үҫтереүгә йүнәлеш бирә. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә арналған тантаналы сарала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров: “Беҙ илдәге аграр етештереүселәр араһында лидерлыҡ позицияһын нығытасаҡбыҙ, бының өсөн ресурстарыбыҙ, белгестәребеҙ етәрлек. Иң мөһиме – яңы эш урындары булдырасаҡбыҙ. Ауыл халҡының табышын арттыра барып, көнкүреш, хеҙмәт шарттарын яҡшыртасаҡбыҙ”, – тине.
Башҡорт тоҡомло ҡортто һаҡлау зарур
Әлбиттә, етәкселектең ауыл халҡының социаль-көнкүреш кимәлен үҫтереүгә, юлдар асыуға тос аҙым яһауы ҡыуандырырлыҡ хәл һәм күптәрҙә бөгөнгөгә ҡарағанда иртәгә арыуыраҡ йәшәүгә өмөт уята. “Быйыл умартасылыҡты үҫтереү буйынса республика программаһын ҡабул итергә тейешбеҙ, ҡортсолоҡ тармағында үҫеш барлыҡҡа килтереү өсөн 614 миллион һум аҡса бүленәсәк”, – тине вице-премьер, Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Республика гәзитендә баҫылған мәҡәләләрҙә лә киләсәктә эре умартасылыҡ хужалыҡтарына ла, кооперативтарға берләшкәндәргә лә, эшен яңы башлаған йүнселдәргә лә ҙур ярҙам күрһәтеләсәге тураһында әйтелде. Мәҫәлән, журналист Марат Әминев “Башҡортостан” гәзитенең 2018 йылдың 19 октябрь һанында “Башҡорт балы – халҡыбыҙ һағы” исемле мәҡәләһендә: “Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғоловтың фекер йөрөтөүенә таянып, күстәр һанын бер миллион 350 меңгә еткергән хәлдә, кәмендә 175 мең тонна бал етештереү мөмкинлеге барлыҡҡа килер ине. Юғиһә, бөгөнгө көндән 5-6 мең тонна ғына тауар балы етештереп, Рәсәй күләмендә әҙерләнгәндең 9 процентын ғына тәшкил итәбеҙ. Шул ғына етештергәнде лә һата алмай яфаланабыҙ”, – тип яҙҙы. Тәрән фекер йөрөтөп иҫәпләһәк, фараз-хыялды тормошҡа ашырған хәлдә, йән башына 43,7 кг сифатлы, ҡиммәтле бал етештереләсәк. Шул кимәлде һаҡлағанда, башҡорт балы донъя баҙарында лайыҡлы урын алһа ғына, беҙ ҡортсоларҙың маҡсатлы, һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыуына өлгәшәсәкбеҙ. Юғары сортлы, сифатлы бал етештереү өсөн башҡорт тоҡомло ҡорттарҙы күҙ ҡараһындай һаҡлау – көнүҙәк мәсьәлә. Быға фәҡәт ата-бабалар шөғөлө – солоҡсолоҡто тергеҙеп кенә ирешеп буласаҡ! Ул башҡа төр ҡорттарҙан, беҙҙәге ҡаты климат шарттарына яраҡлашып, солоҡтарҙа ҡышлап сыға алыуы менән айырыла. Тимәк, солоҡсо уңышлы эшмәкәрлек алып барыу өсөн фәҡәт ошондай ҡорттарҙы ғына ҡышлатыуҙы хәстәрләйәсәк, йәғни Карпат, Алтай ҡорттарының ҡышлау шарттарына яраҡһыҙлығын белеп эш итәсәк. Һөҙөмтәлә башҡорт тоҡомло ҡорттар ғына барлыҡҡа киләсәк.
“Ҡурҡмағыҙ, үҙ эшегеҙҙе асығыҙ”
Төптән уйлағанда, юғары сортлы солоҡ балы (бренд) етештереп, донъя баҙарында лайыҡлы урын биләүгә мөмкинлегебеҙ бар. Киләсәктә 175 мең тонна бал әҙерләү маҡсатын ҡуйып, шуның етенән бер өлөшөн – 25 мең тоннаһын солоҡта һәм түмәр умарталарҙа етештереп, йүкә һәм урмандағы төрлө сәскәләрҙән генә йыйылған кәрәҙле балды донъя баҙарына сығара башлайбыҙ икән, һис шикһеҙ, маҡсатыбыҙға өлгәшербеҙ, тигән һүҙ.
Күрһәтелгән кимәлдәге балды етештереү – тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял түгел, ысынбарлыҡ, сөнки солоҡсолоҡто Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Ишембай, Мәләүез, Нуриман, Иглин, Ҡариҙел, Асҡын, ә түмәр умарталар менән шөғөлдө һәр районда барлыҡҡа килтерергә мөмкин. Мәшғүллекте йәнләндереү, фәҡәт кәсепселекте тергеҙеү өсөн янып-көйөп йөрөгәндәргә кәртәләр барлыҡҡа килтереүҙе туҡтатырға ғына кәрәк.
Грант юллау барышындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йәштәрҙең үҙ эшен асып, илһамланып эшләүгә дәрте булһа ла, шундай кимәлдә ҡағыҙҙар әҙерләү системаһы дауам итһә, ул бер ваҡытта ла Хөкүмәттән ярҙам ала алмаясаҡ. Беренсенән, һиңә МФЦ-нан бер ҡайҙа ла түләүең булмауы тураһында белешмә алырға кәрәк. Бөгөн кредит йә ипотека алып, бурысҡа батмағандар бармаҡ менән генә һанарлыҡ табаһа! Ярай, бурысһыҙ кеше табылды ла, ти. Ул икенсе кәртәгә осраясаҡ... Ниндәй суммаға дәғүә итәһең, шуның ун (хәҙер 25) проценты күләмендә, дәғүәсенең иҫәбендә аҡса ятырға тейеш, йәғни миллион ярымға дәғүә итһә, 375000 һум. Уныһын да тапты, ти. Дәғүәсе үҙе иҫәп тотҡан күләмгә ярашлы машина йә башҡа әйбергә килешеү төҙөй икән, шуның һалымын (НДС) үҙе түләргә тейеш, йәғни 300000 һум күләмендә. Унан башҡа юл сығымдары, мисәт һәм төрлө ваҡ сығымдар...
Ҡыҫҡаһы, миллион ярым ярҙам алыу өсөн кеҫәңдә шуның яртыһы күләмендә аҡсаң булыуы мотлаҡ! Бындай күләмдәге аҡсаны эш таба алмай ҡаңғырып йөрөгәндәр ҡайҙан тапһын! Тимәк, субсидия-гранттар электән мая туплай алған хәллеләр өсөн генә. Тағы ла мәғәнәһеҙ рәүештә таптырылған ҡағыҙҙар вариантында ошондай пункт та бар. Йәнәһе, эшҡыуар юридик ойошмалар менән генә килешеү төҙөргә тейеш! Физик шәхестәр менән рәсми документ төҙөү дөрөҫ түгел, йәнәһе.
Был үҙ эшен башлаусыларҙың эшмәкәрлегенә туранан-тура аяҡ салыу тигән һүҙ, сөнки күпселек ауыл советы биләмәләрендә бер-ике генә шәхес юридик эш кәсебе булдыра алған. Улары ла һатыусылыҡ менән генә мәшғүл. Улар, әлбиттә, умарта эшләүгә, солоҡ уйыу эштәре буйынса килешеү төҙөп, йөкләмә алмаясаҡтар...
Минеңсә, киләсәкте ҡайғыртҡан етәксе райондарҙан килгәндәргә иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейеш. Насир Уразбаев, Зекериә Аҡназаров кеүек. Ғөмүмән, ҡортсолоҡ тармағында үҫеш барлыҡҡа килтереү өсөн, 614 миллион һум аҡса бүленәсәк, тип әйткән икән Башҡортостан ауыл хужалығы министры, вице-премьер Илшат Фәзрахманов, программа буйынса бүленгән аҡса фәҡәт маҡсатлы эшмәкәрлек алып барғандар ҡулына ғына тотторолорға тейеш!