Был ғаиләне Борайҙа ғына түгел, Өфөлә лә яҡшы беләләр. Яҙлы-көҙлө баш ҡала баҙарҙарында емеш-еләк ағастары менән сауҙа иткән йүнселдәрҙе күптәр танып тора, үҫентене тап уларҙан алырға тырыша. Һүҙем – Ғәлиә Мөғәллимова ойошторған крәҫтиән (фермер) хужалығы хаҡында.
Ғәлиә Муллайән ҡыҙы – һөнәре буйынса уҡытыусы. Үҫентеләр донъяһына бәләкәйҙән ғашиҡ ҡыҙ юғары белем алып, яҙмышын мәктәп менән бәйләй. Оҙаҡ йылдар уҡыу-тәжрибә участкаһына етәкселек итә. Ул районда беренсе булып йылытылған теплица ойоштора, балаларҙа ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләй, емеш-еләк үҫтереү нескәлектәрен өйрәтә. Уҡыусылары менән Мәскәүгә барып, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша. Уларҙың эш тәжрибәһенә бүтәндәр һоҡланып ҡарай, кәңәш һорай.
Тап шуға ла оҙаҡ йылдар ошо эш менән мәшғүл булған халыҡ 2015 йылда үҙенең крәҫтиән хужалығын булдырырға йөрьәт итә. Тормош иптәше Әлфис Мөғтәсим улының да һөнәре буйынса биология уҡытыусыһы булыуы файҙаға ғына. Бөгөн был хужалыҡтың даны районда ғына түгел, бөтә республикаға билдәле булыуы, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүе Мөғәллимовтар ғаиләһенең берҙәм, бер-береһен аңлап эш итеүендә. Мәҫәлән, өлкән улдары Илгиз менән ҡатыны Резеда техниканың төҙөклөгө, үҫентеләрҙе, емеш-еләкте халыҡҡа еткереү өсөн көс һала. Ә Башҡортостан дәүләт аграр университетында агроном һөнәре буйынса диплом алған кесе улдары Рөстәм хужалыҡтың эшмәкәрлегендә талап ителгән ҡағиҙәләрҙе һаҡлау өсөн тырыша, ҡатыны Лилиә теплица хужалығы өсөн яуаплы. Медицина университетын тамамлаған ҡыҙҙары Гөлнар документтар, ойошмалар менән сауҙа килешеүҙәре төҙөй. Кейәүҙәре Азамат иһә декоратив культуралар үҫтереү менән мәшғүл.
– Теләге булған кешегә төрлө дәүләт программалары бар. Бары иренмәҫкә кәрәк, – ти Ғәлиә ханым. – Эш башлағас, 1497600 һум күләмендә субсидия юлланыҡ. Был аҡсаға трактор, культиватор, үҫенте ултыртыу техникаһы һатып алдыҡ.
Уңған ғаиләнең эш һөҙөмтәһе бөгөн районда күптәрҙә һоҡланыу уята. 28 гектар майҙанда нимә генә үҫмәй! Бында төбәккә яраҡлаштырылған емеш-еләк, декоратив ағастар, ҡыуаҡтар...
– Һатып алыусыларға кәрәкле сортын һайларға, нисек тәрбиәләргә кәңәштәр бирәбеҙ, – тип һүҙен дауам итә Ғәлиә Муллайән ҡыҙы. – Эшебеҙҙе намыҫ менән башҡарғас, беҙҙе ихтирам итәләр. Республиканың алыҫ райондарынан да үҫенте һорап килеүҙәре шул хаҡта һөйләй. Халыҡ ҡыҙыҡ бит ул – берәйһе беҙҙән ағас алып, ул ергә ерегеп, уңыш бирә башлаһа, таныш-тоноштарына, дуҫтарына һөйләй, кәңәш бирә. Аллаға шөкөр, әлегә берәүҙең дә зарланғаны юҡ.
Мөғәллимовтарҙы республика күләмендә үткәрелгән күргәҙмәләрҙә, йәрминкәләрҙә йыш күрергә мөмкин. Берәүҙәр Борай уңғандарының балланып бешкән емеш-еләген һайлаһа, икенселәре уларҙың бөтмөрлөгөнә һоҡлана, өсөнсөләр иһә, уларҙан күреп, баҡсасылыҡҡа тотона...