Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
26 Июль 2019, 17:00

Ҡурай еләгенең тәме – тел осонда

Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәгән Фәнил Усмановты ауылдаштары оҫта баҡсасы булараҡ белә. Оҙаҡ йылдар туған колхозында механизатор булып эшләгән уҙаман хаҡлы ялға сыҡҡас, йәшелсәселек менән шөғөлләнергә тотона.

Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәгән Фәнил Усмановты ауылдаштары оҫта баҡсасы булараҡ белә. Оҙаҡ йылдар туған колхозында механизатор булып эшләгән уҙаман хаҡлы ялға сыҡҡас, йәшелсәселек менән шөғөлләнергә тотона.


– Электән баҡсасылыҡ менән булыша торғайным, әммә эшлә­гәс, ваҡыт та ҡалмай, арыта ла, шуға күрә пенсияға сыҡҡас, башта бер нисә йыл рәттән ҡыяр, помидор, ҡауын, ташҡабаҡ кеүек йәшелсә ултырттым. Улар тәгә­рәшеп өлгөрҙө, аҡрынлап ҡы­ҙыҡһыныу бөткәндәй тойолдо. Күңел ниндәйҙер яңылыҡты көҫәгәндәй, икенсе үҫентеләргә тотонорға теләнем. Тоттом да “виктория” еләге үрсетергә булдым. Улары ла бер йылдан биҙрәләп емеш бирә башланы: балалар ҙа ҡыуанды, кешеләр ҙә һатып алды. Уны үҫтереү, тәрбиәләү серҙәренә төшөнөп, мул уңыш алғас, йәнә күңелде ниндәйҙер бушлыҡ ҡаплағандай булды. Был юлы ҡурай еләген һайланым, – тип йылмайҙы Фәнил ағай.


Ҡурай еләге ағасы үҫентеләре шаҡтай ҙур майҙанға ултыр­тылған. Тигеҙ рәттәр буйлап теҙелгән ҡыуаҡтарҙың татлы һәм эре емештәре, “мине өҙ, мине ҡап” тигәндәй, күҙҙе ҡыҙҙырып, ҡояшта балҡып ултыра.

Фәнил Усманов уларҙы көн һайын тәрбиәләй, мул итеп һыу ҡоя.


– Балалар килеп, йыйып ала, артығын һатып та ебәрәбеҙ. Ҡыуаҡ емешен тәрбиәләү ҡыйын түгел, яҙ ҡороған ботаҡтарын ҡырҡам, йәштәрен айырып алып, ҡайтанан ултыртам. Ошонда эшләгәндән алып ҡан баҫы­мының ни икәнлеген дә бел­мәйем, сирҙәр ҙә һыпырып ал­ған­дай юҡҡа сыға. Көнөм дә үтә, емештәрен күргәс, балаларса ҡыуанам. Тик бына тәмле һәм эре ҡурай еләген ҡатыным ғына тәмләй алмай, шуныһы үкен­дерә, – тип бер аҙ бойоғоп та алды әңгәмәсем.


Артабан Ташбулат ауылы баҡсасыһы нимә үҫтерер, әле­гә билдәһеҙ. Әммә һәр емеш йәки йәшелсә, ағас йә ҡыуаҡтың, иманыбыҙ камил, оҫта баҡсасы ҡулынан гөрләп үҫеп китере­нә ышаныс ҙур. Ерҙе яратһаң, күңелеңде һалһаң, баҡсаң да һиңә шул тиклем рәхмәтле, бай һәм мул уңыш бирә, ти геройым. Хаҡ һүҙҙәргә тағы ни өҫтәйһең...


Әбйәлил районы.
Читайте нас: