Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
16 Август 2019, 14:24

Балаларҙың шат йөҙөнән күңел йылына

Рим Рауил улы үҙ эшен асырға күптән ниәтләп йөрөй ине. Тик эште ниндәй йүнәлештә ҡорорға, нисек итеп башларға?! Был урынлы һорауҙың сиселеше үҙенән-үҙе тигәндәй табыла. Уның асылы Сакаевтарҙың ғаилә ҡиммәттәренә барып тоташа. Ғөмүмән, уларҙың ғаиләһендә һәр эште үҙ-ара кәңәшләшеп, ярҙамлашып башҡарыу, уй-маҡсаттарҙы уртаҡ итеп йәшәү ғәҙәткә ингән.

Барыһы ла — һатып алыусылар мәнфәғәтендә.


Рим Рауил улы үҙ эшен асырға күптән ниәтләп йөрөй ине. Тик эште ниндәй йүнәлештә ҡорорға, нисек итеп башларға?! Был урынлы һорауҙың сиселеше үҙенән-үҙе тигәндәй табыла. Уның асылы Сакаевтарҙың ғаилә ҡиммәттәренә барып тоташа. Ғөмүмән, уларҙың ғаиләһендә һәр эште үҙ-ара кәңәшләшеп, ярҙамлашып башҡарыу, уй-маҡсаттарҙы уртаҡ итеп йәшәү ғәҙәткә ингән.


Эшҡыуарлыҡты башлауҙы ла бергәләп хәл итәләр. Әллә ни ҙур табышҡа иҫәп тотмайынса, үҙҙәренә лә, кешеләргә лә игелекле булырҙай шөғөлгә керешәләр. Быға Сакаев­тарҙың балаларҙы ихлас яратыуы, улар тураһында хәстәрлекле, ҡайғыртыусан булыуы этәргес бирә.
Улар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Альбина менән Алинаны уҡыу йылдарында мәктәпкә әҙерләү ғаиләлә ысын байрам төҫө ала ине. Мәктәп формаһы, китаптар, уҡыу әсбаптары эҙләп, бергәләп магазиндарға йөрөйҙәр. Кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алып ҡайтҡас, йорт эсе балаларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстары менән тула... Ә бит уҡыу-яҙыу кәрәк-ярағы кибете асып бик күп балаларға һәм уларҙың ата-әсәһенә шатлыҡ өҫтәп була, тип уйлана Зилә. Күңелендәге ошо уй-кисерештәрҙе ире менән уртаҡлаша. Рим дә ҡатынының фекерен хуплай.
Ул саҡта, йәғни бынан 23 йыл элек, үҙ эшеңде ойоштороу бик ауыр ине. Эшҡыуарҙарға ярҙам итеүсе лә, уларҙы яҡлаусы ла юҡ. Сауҙа даирә­һендә ҡырағай баҙар ҡанундары хакимлыҡ итә, криминаль көстәр һағалай. Рим Рауил улы, бына ошондай шарттарҙа баҙарҙа палатка ҡуйып, уҡыу-яҙыу кәрәк-ярағы, кәнсә тауарҙары һата башлай.
Төп таянысы һәм кәңәшсеһе ҡатыны Зилә була. Зилә Әнәс ҡыҙының кооперация техникумын тамамлап (һуңғараҡ Мәскәү кооперация университетында ла белем ала), сауҙа өлкәһендәге бай тәжрибәһе эште тәүге көндән үк яҡшы ойоштороуға булышлыҡ итә. Һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн ҙур ихтыяж менән файҙаланылған тауарҙарҙы ғына ҡайтарталар, хаҡтарҙы халыҡтың һатып алыу мөмкинлегенә ҡарап ҡуялар. Һатып алыусы тигәндән, улар, нигеҙҙә, мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр, йәғни улар менән нәҡ мәктәптәгесә әҙәпле, мәҙәниле аралашыу талап ителә. Рим Рауил улы – тәбиғәте менән итәғәтле, кешелекле һәм кеселекле ир-уҙаман.
Әйткәндәй, Сакаевтар сығышы менән икеһе лә Бүздәк районынан. Рим Бүздәк ҡасабаһында, Зилә Таулар ауылында тыуып үҫкән. Яҙмыш уларҙы ғүмерлеккә ҡауыштыра. Йәштәр матур итеп ғаилә ҡора, үҙҙәре кеүек йәш Нефтекама ҡалаһына килеп, сауҙа тармағына эшкә урынлаша. Бай хеҙмәт һәм тормош тәжрибәһе туплағас, эшҡы­уарлыҡҡа тотоналар.
Сакаевтар тәүге мәлдәге ауыр осорҙо сыҙамлылыҡ һәм киләсәккә өмөт менән үткәрә. Улар сауҙа итеү, хеҙмәтләндереү өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуҙырыу маҡсатында ҙур булмаған бер бинаны ҡуртымға алып, магазин аса. Бында инде тауар ассортиментын тағы ла киңәйтеү мөмкинлектәре тыуа. Һатып алыу­сылар даирәһе киңәйә. Уларҙың магазины ҡалала билдәле сауҙа нөктәһенә әүерелә.
Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан үҙәк баҙар биләмәһендә заманса ремонт­ланған бинала “Бөтәһе лә мәктәп өсөн” (”Все для школы”) тигән магазиндары үҙ ишектәрен аса. Бына шулай улар сауҙа баҙарындағы көслө конкурентлыҡҡа бирешмәйсә, алға ҡарай атлай.
Һатып алыусылар даирәһе Нефтекама ҡалаһы менән генә сикләнмәй, тотош төньяҡ-көнсығыш төбәкте биләй. Һатып алыусыларҙы яңы төр тауарҙар менән даими таныштырып тороу һәм ҡыҙыҡ­һындырыу, шулай уҡ үҙҙәре менән хеҙмәттәшлек иткән эшҡыуарҙарға уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн күргәҙмә залы булған офис асҡандар. Унда күмәртәләп һатыу бүлеге эшләй.
2008 йыл уларҙың эшмәкәр­легендә иң әһәмиәтлеһе һаналалыр, моғайын. Сакаевтар ҡала уртаһында үҙҙәренең шул уҡ исемдәге супермаркетын аса. Ул 200 квадрат метр майҙанды биләй. Үҙ-үҙеңде хеҙмәт­ләндереүгә ҡоролған иркен залдарҙа кәрәкле уҡыу әсбаптарын һәм китаптарын, матур әҙәбиәт, яҙыу кәрәк-ярағын, эш дәфтәрҙәрен, кәнсә тауарҙарын һатып алырға мөмкин. Бында тәжрибәле һатыусылар эшләй. Хатта, әйтергә кәрәк, супер­маркетҡа эшкә урынлашыу абруйлы һанала.
Бөгөн инде Сакаевтарҙың эшмә­кәрлеген ғаилә бизнесы тип әйтергә мөмкин. Өлкән ҡыҙҙары Альбина, университет тамамлап, үҙенең хеҙмәт юлын башлаған, ошо уҡ фирмала топ-менеджер булып эшләй, ата-әсәнең ышаныслы таянысы. Ә кесе ҡыҙҙары Алина, Мәскәүҙә юғары белем алғандан һуң, баш ҡалала эшкә ҡалған. Ҡыҙҙар ата-әсәһе менән хаҡлы ғорурлана. Ғорурланырлыҡ та шул. Сакаевтар баҙар майҙанында палаткала башлаған сауҙа эшмә­кәрлеген тотош магазиндар селтәре итеп, Рәсәйҙә билдәле булырҙай дәрәжәгә күтәрҙе. Улар ойошмаларҙы офис өсөн тауарҙар менән тәьмин иткән “Офис планетаһы” Рәсәй системаһының дилеры булып тора. Был система илдең 200 ҡалаһында эшләй. Уларҙың республикала Erich Krause компания­һының продук­цияһын һатыу буйынса беренсе урынды яулағанын да әйтәйек.

Булдыҡлы эшҡыуарҙар үҙ хәстәрлектәре менән генә йәшәмәй. Уларҙың социаль яҡлауға мохтаж балаларға ярҙамы хуплауға һәм маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән, йыл һайын ҡаланың 2-се мәктәп-интернатҡа уҡырға кергән балаларға 1 сентябргә бүләктәр өләшәләр, хәйриәлек эшендә ҡатнашалар. Уҡытыусы­ларға, балалар баҡсалары тәрбиә­селәренә, күп балалы ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән ҙур ташламалы социаль дисконтлы картанан файҙа­ланыу мөмкинлеген булдырғандар. Сауҙа селтәрендә һатып алыусылар мәнфәғәтендә әленән-әле төрлө акциялар үткәрелә, даими клиенттар өсөн ташламалар ҡаралған. Әйтәйек, “Бөтәһе лә мәктәп өсөн” магазиндарында 15 авгусҡа ҡәҙәр мәктәп тауарҙарын илле процент ташлама менән һатып алырға мөмкин.
Инде уҡыусыларҙың йәйге ялы үтеп бара. Балаларын мәктәпкә әҙерләргә теләгән ата-әсәләр ошо сауҙа селтәре магазиндарына йүнәлә, сөнки бында бөтә кәрәк-яраҡты бер урында һатып алырға була. Балалар өсөн икеләтә шатлыҡ был.

– Уларҙың ҡыуанысын күреп күңел йылына, башҡарған эштән ләззәт тояһың. Был – үҙе ҙур бәхет, – ти Зилә Әнәс ҡыҙы.


Нефтекама ҡалаһы.
Читайте нас: