Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
22 Апрель 2022, 08:55

Именлеккә нигеҙ һалына

Хәйбулла районында яңы берекмә ойошторолдо.

Автор фотолары.  Ҡунаҡтарҙы ҡаршылау.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршылау.Фото:Автор фотолары.

Һуңғы йылдарҙа ата-бабаларыбыҙҙың онотола барған кәсептәренә, инәй-өләсәйҙәребеҙҙең милли шөғөлөнә иғтибар арта барыуы икеләтә ҡыуаныслы. Күптәрҙең, боронғо кәсептәрҙе ҡайтанан тергеҙеп, табыш алыуға өлгәшеүе бигерәк тә һөйөндөрә. Күрәһең, ҡаныбыҙҙағы генетик хәтер үҙен һиҙҙермәй ҡалмайҙыр. Шулай булмаһа, бөгөн атаһынан күреп – улы, әсәһенән күреп, ҡыҙы төрлө һөнәрҙе үҙ итер инеме?! Һөнәрселәр янында өйрәнсектәрҙең булыуы онотола барған милли кәсеп-шөғөлдәргә яңы һулыш өҫтәй, уның артабанғы үҫешенә ынтылыш бирә. Тап шундай сараның шаһиты булырға насип итте беҙгә лә.

Боронғо шөғөлдәргә иғтибар арта

 

Күптән түгел “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылында “Кәсеп – айыҡлыҡ нигеҙе” тип аталған I төбәк-ара кәсепселәр форумы үтте. Уның эшендә Урал аръяғы райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән килгән өс тиҫтәнән ашыу оҫта ҡатнашты. Сарала Өфө ҡалаһынан “Айыҡ ауыл” конкур­сының ойоштороу комитеты ағзаһы, Рәсәйҙең һәм  Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, журналист һәм драматург, Вәзәм ауылы килене Сәрүәр Сурина, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова һәм райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәттең булыуы сараның мәртә­бәһен арттырҙы.

Райондың иң төпкөлөндә урын­лашҡан Бәләкәй Арыҫланғол ауылы был көндә яҙғы һабантуйҙы хәтер­ләтте: ҡунаҡтарҙы һыбайлылар ҡаршы алды, уртала ҡоролған тирмә янындағы бәләкәй тирмә­ләрҙә бер-бер артлы күргәҙмәләр рәттәре теҙелеп киткән. Ә арыраҡ вәзәмдәрҙең оҫта ҡуллы ир-аты эшләгән мини-трактор, машина һәм тимерҙән төрлө ҡорамал урын­лаштырылған. Ауылдың мәҙә­ниәт йорто фойеһында Ырымбур өлкәһенән, күрше Ейәнсура һәм Йылайыр райондарынан, төрлө ауылдарҙан килгән оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе урын алған. Төрлө төҫтәрҙә балҡыған сағыу эштәр, ысынлап та, яҙғы йәйғор нурҙарына тиң ине.

Ниндәй генә оҫталар юҡ! Ағастан һәм ботаҡтарҙан семәрләп-һырлап төрлө йәнлек һындары, картиналар, паннолар булһынмы, һандыҡтармы, балаҫ һуғыу станогы тиһеңме, күҙҙең яуын алырлыҡ дебеттән бәйләнгән һәм һуғылған шәлдәрме, башҡорт халҡының милли кейем­дәре, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, селтәр, гәләбаш, текә таҡыя, ҡашмау, сәйләндәрҙән төрлө сәскә гөлләмәләре, сағыу балаҫтар, кейеҙҙән баҫылған төрлө әйберҙәр – барыһы ла күргәҙмәгә ҡуйылған. Ҡунаҡтарҙы һәм форумда ҡатна­шыусыларҙы һәр оҫта үҙ эше менән шул тиклем мауыҡтырғыс итеп таныштыра. Һәр әйбергә бар күңел нурын, йөрәк йылыһын һалғаны әллә ҡайҙан күренеп тора, сөнки ниндәй генә эше тураһында һорама, уның хаҡында яратыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән һөйләргә әҙер. Ысынлап та, күҙҙең яуын алырлыҡ матур әйберҙәрҙе нисәмә төн йоҡламай бәйләгәнен, сиккәнен йә теккәнен, һүрәт төшөргәнен ул үҙе генә белә.

 

Оҫталар менән танышыу

 

Кәсепселәр күргәҙмәһенең төп өлөшөн “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейем оҫталары конкурсында ҡатнашҡан, I “Ҡурай даны” милли телевизион премияһы бәйгеһендә “Ҡул оҫтаһы” номинацияһында “Халыҡ кәсептәренә тоғролоҡ өсөн” дипломына лайыҡ булған, 1-се республика “Селтәр”, Әсмә Усманова исемендәге “Гәләбәш түңе буйында” төбәк милли кейемдәр бәйгеһендә еңгән, селтәр, ҡашмау, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен эшләгән, Үҫәргән ырыуының өлгөһө буйынса башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем­дәрен тергеҙгән Ғәлиәхмәт ауылынан Светлана Ибраһимованың коллекцияһы төп урынды биләне, тиһәк һис кенә лә хата булмаҫ.

– Ҡасандыр балаларым бәләкәй саҡта ауылда эш юҡлыҡтан ғына башлаған шөғөлөм бөгөн йәшәү рәүешемә әйләнде, – ти Светлана Нурислам ҡыҙы. – Иң тәүҙә интернет аша өйрәнеп сәйләндәрҙән ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре яһай башлағайным, әле ошо эш өлгөләре буйынса һөнәрсегә әйләндем. Улай ғына түгел, кәсебем табыш та килтерә.

Уның һүҙҙәренә Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районынан килгән Зилә Яркова ла ҡушылды.

– Шалдарҙы (шәл) мин бала саҡтан бәйләйем. Беҙҙең яҡта ҡулына энә тотоп, бәйләмәгән кеше юҡ, хатта ирҙәр ҙә бәйләй, – тип йылмая ул. – Элегерәк бәйләгән дебет шәлдәргә ихтыяж ҙур булһа, әле дебеттән палантиндар, өсмө­йөшлә косынкалар, панчо, күкрәк­сәләр, бирсәткәләр, күлдәктәр ҙур һорау менән файҙалана. Әйберҙә­ремде Америка, Германия, Австрияла йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә һатып алды. Беҙгә сауҙалашыуҙа проблема юҡ, элек-электән Ҡыуандыҡ баҙары шәл бәйләү оҫталарын үҙенә йыйған.

Ейәнсура районынан килгән оҫталар Ғилминур Ҡәҙербәкова менән Ғәлиә Шәймәрҙәнова ла үҙҙәре бәйләгән шәлдәрҙе алып килгән. Ә бына Йылайыр оҫталары Миләүшә Моратова һәм Гөлнур Нәҙерғолова станокта һуғылған милли билбауҙар, тахтарҙар тәҡдим итте.

Сараның төп хужалары – Вәзәм ауылы уңғандары күптән инде төбәктә генә түгел, республикала һуҡма шәл оҫталары булараҡ танылған. Республика, Рәсәй конкурстарында ҡатнашып призлы урындар яулаған, Чебоксарҙа Рәсәй туҡыусылар форумында, “Башҡорт шәле” конкурстарында һәм “Уфа. Арт. Ремесла. Сувениры” Волга буйы халыҡ кәсептәре фестива­лендә йыл да ҡатнашып һәр саҡ алдынғы урындар яулаған “Вәзәм шәле” халыҡ клубы уңғанбикәләре шәл һуғыу кәсебен үҫтереү, уны йәш быуынға өйрәтеү менән ун йылдан ашыу шөғөлләнә. Был форумда ауыл уңғандарының дебеттән эшләгән эштәре төп биҙәк булды. Улар хәҙер яңы шөғөлдө үҙ итеп, кейеҙ баҫыуға ла ихлас тотонған. Күп ҡатын-ҡыҙ кейеҙҙән йылы, йомшаҡ тапочка, түбәтәй һәм башҡа кейем эшләгән. Киләсәктә кейеҙ әйберҙәр ҙә, “Вәзәм һуҡма шәлдәре” кеүек, бар республиканы хайран итер, тигән ышаныстабыҙ.

Әйткәндәй, төпкөл ауылдың үҙендә генә өс тиҫтәгә яҡын кәсепсе йәшәй. Улар ағас, умарта, станоктар эшләү менән бер рәттән септә һуғыу, мурҙа үреү, сыбыртҡы үреү кеүек боронғо шөғөлдәрҙе лә тергеҙгән. Унан тыш, үҙ ҡулдары менән төрлө ҡоролмалар, техника ҡороп алыусылар ҙа бихисап. Мәҫәлән, Мөхтәр Сурин күптәр өсөн ят булған сыбыртҡы үреү менән шөғөлләнә, уның ҡоралдарын райондың күп кенә ат тотоусылары ихлас һатып ала. Оло Әбештә йәшәгән мәғариф ветераны Фазылйән Сурин вәзәм­дәргә септә үреүҙе өйрәткән, әле ауылдың ир-егеттәре был шөғөлгә ихлас тотонған.

– Бында элек-электән һалабаш һалыусылар күп, һораусылар йылдан-йыл кәмей барғанлыҡтан, күптәрҙең өйҙәрендә һалабаш шул килеш тора. Ә септә үреүгә тотонғас, һалабаштың кәрәге тейҙе, – ти Йыһанур Ҡыҙрасов.

Илгиз Ҡырғыҙбаевтың үҙе эшләгән мини-тракторы дүрт ат көсөнә эйә. Был техниканың төп үҙенсәлеге шунда: яғыулыҡ аҙ китә. Ул яһаған ҡорамал­дар бының менән генә сикләнмәй. Тракторға яраҡлаштырып, бесән сапҡыс, картуф күмеү өсөн махсус аппарат та эшләп алған. Шулай уҡ шашлыҡ бешереү, ит ыҫлау өсөн заманса ҡорамалы ла магазиндыҡынан һис тә ҡалышмай.

Ә бына Флорид Суриндың үҙе эшләгән машинаһы теләһә ниндәй урындан үтеп китә ала. Теләһәң, урмандан бесән ташы, теләһәң, ҡая-тауға үрмәлә, бесән сап, утын алып ҡайт. Бына шундай оҫта ҡуллы ауыл уңғандары йәшәй Бәләкәй Арыҫлан­ғолда.

 

Хайран ҡалырлыҡ ғаиләләр йәшәй

 

Артабан форумда ҡатнашыусылар өсөн “Кәсеп – айыҡлыҡ нигеҙе” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Хәйбулла районы хакимиәте башлы­ғының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова алып барған сарала ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған, әммә онотола төшкән шөғөл-кәсептәрҙе ҡайтанан тергеҙеү, үҫтереү, камиллаштырыу хаҡында һүҙ барҙы. Сарала ҡатна­шыусылар бер тауыштан “Хәйбулла районында кәсепселәр берекмәһен ойошторорға” тигән уртаҡ фекергә килде. Артабан районда йәшәгән оҫталар реестрын төҙөү, барлыҡҡа килгән ойошмаға бар яҡлап булышлыҡ итеп, бигерәк тә уға төрлө гранттар яулау өсөн юридик ярҙам күрһәтеү, һөнәрсенең эшен йәйел­дереү, ярҙам итеү, эшмәкәрлекте республика кимәленә сығарыу, бәйгеләрҙә ҡатнашыу, белем усаҡтарында боронғо кәсеп төрҙәрен тергеҙеү һәм өйрәнеү буйынса класс сәғәттәре, саралар ойоштороу, халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятыу, эшҡыуарлыҡҡа өндәү, яңы, үҙенсәлекле таланттарҙы асыу, уларҙы халыҡҡа танытыу, бөгөнгө заманға ярашлы итеп үҙгәртеү, зауыҡ менән биҙәп стилләштереү һәм башҡа маҡсаттар ҡуйылды.

Ауыл эшҡыуары, үҙе ағастан төрлө әйберҙәр яһау менән шөғөлләнгән Азамат Сурин әйтеүенсә, кәсепселек – өҫтәмә килем сығанағы, әммә уның менән генә ғаиләңде аҫрап булмай, ул һиңә күңел кинәнесе бирә. “Башҡорт халҡында кәсеп итеү дин менән тыйыла” тигән фекер ҙә бар. Был хаҡта Хәйбулла районының имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт бик матур итеп аңлатты.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сығышында, был төбәккә эшкә килгәс тә, ауыл менән танышҡанда ҡыяр үҫтереүҙәренә хайран ҡалыуын хәтергә төшөрөп, ошо төбәктә элек-электән эшһөйәр халыҡтың йәшәүен билдәләне. “Мин килгән һайын вәзәмдәргә хайран ҡалып ҡайтам. Бөгөн шундай ҙур сара үткәреүҙәренә шаһит булдыҡ. Был форум “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үтһә лә, ауылда йәшәгән халыҡ төрлө кәсеп-шөғөлдө үҙ итмәһә, уны үткәреү мөмкин булмаҫ ине. Ә ауылдың һәр йортонда ниндәй ҙә шөғөл менән булышҡан кешеләр йәшәй. Ҡыяр үҫтерһендәрме, ағас эшкәртһендәрме, умарта тотһондармы, шәл һуғып бәйләһендәрме, быйма баҫһындармы, һалабаш һалһын­дармы – барыһының да иш янына ҡуш булырлыҡ шөғөлдәре бар. Иң мөһиме – үҙҙәре белгәндәрен йәш быуынға еткереү өсөн дә маҡсатлы эш алып барыла. Йәнә шуны билдәләр инем, был ауылда оло йөрәкле кешеләр йәшәй, биш ғаилә үҙ балалары янына опекаға бала алып тәрбиәләгән. Бындай изге ғәмәлгә оло йөрәк кәрәк. Икенсенән, ауыл халҡы бигерәк берҙәм һәм дәртле. Әйҙәүсеһе генә булһын, һәр эште бергәләшеп башҡарып та ҡуялар. Кәсепселеккә килгәндә, был йүнәлештә беҙ үҙебеҙҙең яҡтан бар яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ, юридик ярҙам булһынмы, эш өсөн бина кәрәкме, башҡа йүнәлештәме – беҙ һәр саҡ әҙер. Форум киләсәктә дауамлы булыр тип ышанам, – тине Рөстәм Динислам улы.

Вәзәм килене, ауылда һуҡма шәлде тергеҙеүгә башланғыс һалған Сәрүәр Суринаның, Татарстандың Алабуға ҡалаһындағы кеүек, киләсәктә “Вәзәм йәрминкәһе” үткәреү, унда тирә-яҡтан кәсепселәрҙе саҡырыу, үҙ тауарҙарын һатыу өсөн сауҙа нөктәләре тәҡдим итергә кәрәк тигән идеяһы ла бер тауыштан хупланды.

Сарала Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысов “Кәсеп – айыҡлыҡ нигеҙе” төбәк-ара форумында ҡатнашыусыларға диплом һәм иҫтәлекле статуэткалар тапшырҙы.

“Һөнәре бар юғалмаҫ”

 

Ошондай уйҙар менән таралышты форумда ҡатнашыусылар. Кәсепселек­тән яйлап эшҡыуарлыҡҡа килеү мәсьәләһе лә күтәрелде. Ҡасандыр бер балта менән эш башлап, әле районда аяғында ныҡлы баҫып торған, “Балта” коворкинг үҙәге булдырған уңышлы эшҡыуарҙарҙың береһе Рәмил Билалов был тәңгәлдә күптәргә өлгө. Үҙ йортонда башлаған кәсебе бөгөн киң үҫеш алған. Районда һөнәри-оҫталыҡ йүнәлешен етәкләгән йүнсел бөгөн халыҡ кәсептәре оҫталарына коворкинг үҙәген ҡуртымға эш урындары тәҡдим итә.

Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, төбәк-ара кәсепселәр форумы юғары кимәлдә үтте. Артабан уның, Вәзәм килене Сәрүәр Сурина әйтмешләй, “Вәзәм йәрминкәһе”нә әүерелеүе бик ихтимал. Ә инде ауыл уңғандарына балаҫ һуғыу, тире эшкәртеү кеүек шөғөлдәрҙе ҡайтанан тергеҙеү бурысы ҡуйылды. Кем белә, бәлки, киләсәктә был ауылда беҙ балаҫ һуғыусылар форумында ғына түгел, ә тиренән төрлө әйберҙәр тегеп, уны халыҡ иғтибарына тәҡдим итеүҙе ойошторған әллә күпме форумдарҙа ҡатнашырға насип булыр әле.

“Кәсепселек менән шөғөлләнеү ауырмы?” тигән һорауға һәр кем яуап тапты. Кемдер уны күңел йыуанысы тип кенә ҡабул итһә, икенселәр өсөн – эшһеҙлектән ҡотҡарған юл. Әммә ике осраҡта ла ең һыҙғанып эшләгәндә генә уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Йәнә шуны әйтергә кәрәк: бөгөн халыҡ араһында ҡулдан эшләнгән әйберҙәрҙе һатып алыусылар, уны баһалай белеүселәр, ысын сәнғәт өлгөһөн аңлаусылар аҙ. Халыҡ әле ҡулдан эшләнгән әйберҙәрҙең әһәмиәтен һәм баһаһын белеп бөтмәй. Бына шунан килеп сыға ла инде бәләкәй сувенирҙың баш етмәҫлек ҙур проблемаһы, шуға күрә халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүселәрҙе бер ҡорға туплау, районда кәсепселәр берекмәһе ойоштороу һөҙөмтәһеҙ булманы. Һәр кем башҡа һөнәрмәндәрҙең эштәре менән яҡындан танышты, оҫталар менән аралашты, төрлө фекерҙәр менән уртаҡлашты. Иң мөһиме – ябай ауыл кәсепселәрен район етәкселәре ишетте һәм уларҙың эштәрен күрҙе. Ә һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.

Сараны баштан алып аҙағына тиклем Вәзәм ауылының дәртле һәм талантлы ауыл халҡы әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт биҙәне.

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Хәйбулла районы.

Һәҙиә Байгилдина  ҡыҙы Таңсулпан менән.
Сыбыртҡы үреү оҫтаһы Мөхтәр Сурин.
Бына ул Вәзәм шәлдәре!
Ғәлиәхмәт ауылы оҫтаһы Светлана Ибраһимова.
Һәҙиә Байгилдина ҡыҙы Таңсулпан менән.
Мәртәбәле ҡунаҡтар септә һуғыу эше менән таныша.
Илгиз Ҡырғыҙбаев мини-трактор яһаған.
Мәртәбәле ҡунаҡтар септә һуғыу эше менән таныша.
Читайте нас: