Оҙаҡ йылдар ситтә йөрөп, йәнтөйәгенә ҡайтып төпләнгән замандаштарыбыҙ арабыҙҙа аҙ түгел. Уларға ҡарап ирекһеҙҙән тыуған ерҙең тартыу көсө барлығына ышанаһың. Ҡаңны-Төркәй ауылынан Илдар Йосопов – тап шундай ир-егеттәрҙең береһе.
Мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһенең кәңәше менән медицина колледжына уҡырға инә ул. Уны тамамлағас, 10 йылдан ашыу Өфөлә теш технигы булып хеҙмәт итә, ләкин тыуған яғына ҡайтып төпләнеү, ауыл хужалығы тармағында эш асыу уйы тынғылыҡ бирмәй. Һәм тиҙҙән ул үҙенең был ҡарарын тормошҡа ашыра.
– Бала саҡтан мал ҡарап, хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫкәнгәме, кабинетта ултырып эшләү минеке түгеллеген бик тиҙ аңланым. Шуға ла үҙемде ауыл хужалығы өлкәһендә һынап ҡарарға булдым. 2017 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторҙом. Яңы эш башлаған фермерҙарға хөкүмәт ярҙамы тураһында ишетеп, унан да уңышлы файҙаландым. Өс миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алып, уға үҙемдең аҡсаны ҡушып, 22 баш быуаҙ тана алдым. Улар ит йүнәлешендәге “абердин-ангус” тоҡомло мал ине. Шулай итеп эш алға китте, –тип һөйләне Илдар фермерлыҡҡа тотонған мәле тураһында.
Тормош иптәше Эльмира Айрат ҡыҙы ла иренең ауылға ҡайтырға тигән ҡарарына ҡаршы килмәй. Улар бер төптән шулай хәл итә.
– Ҡатыным миңә ышаныс белдергәс, уны аҡларға тырышам. Киләсәктә йорт һалыу маҡсатым да бар, – тип уй-теләктәре менән уртаҡлашты фермер.
Йосоповтар ауылға ҡайтҡанда бер балалары ғына донъяға килгән булһа, хәҙер улар – өс балаға атай-әсәй. Иң өлкәндәре дүртенсе класта уҡый, ҡалған икәүһе балалар баҡсаһына йөрөй.
Әлеге көндә фермер хужалығында дөйөм һыйыр малының һаны 70 башҡа еткән. Элекке совхоз фермаһын ремонтлап малдарға йәшәү урыны ла хәстәрләнгән. Хужалыҡтың үҙ ерҙәре бар. Күбеһенсә арпа, бойҙай сәсәләр. Көтөүлек, бесәнлек, сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны 300 гектарға етә.
Үткән йылда уңыштың мул булыуын да билдәләне әңгәмәсем. Арпаның гектар ҡеүәте хатта 50 центнерға еткән. Бесән яғынан да йыл уңышлы килгән, мал аҙығы артығы менән тупланған.
– Күңел ятҡан эш менән шөғөлләнгәс, ҡәнәғәтлек алам. Киләсәктә ошо эшемде балаларымдың да дауам итеренә өмөтләнәм. Алда тормошҡа ашыраһы маҡсаттарым аҙ түгел. Уларҙың береһе – ит етештереү менән бер рәттән, яңы эш башлаған фермерҙарға тоҡомло таналар үҫтереп биреү, – тип ниәттәре тураһында ла белдерҙе ул.
Үҙ эшен булдырған йүнселдәр күберәк булған һайын, ауылдың көсө лә нығый. Илдар Шамил улы ла – тыуған ауылының бер таянысы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә, уларҙың ауылда ҡалған ғаиләләренә ярҙам итеп тә өлгөрә, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында бағыусы булараҡ та үҙ өлөшөн индерергә әҙер.
– Фермерлыҡ эшенә тотонһаң, бик мауыҡтырғыс. Маҡсатың, тырышлығың булһа, һөҙөмтәһе лә килеп сығасаҡ. Шуға ниәттәре булғандарға “эшләгеҙ” тигән кәңәш бирер инем, – тине ул.
Ваҡыт етеҙ ел һымаҡ. Йылдар үтеү менән Ҡаңны-Төркәй фермерының эше тағы ла киңәйеп, ауылы мәнфәғәте өсөн дәртләнеп эшләгән мәлдәрен күрергә яҙһын.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА