Бөтә яңылыҡтар

Францияла “тыуған” балыҡтар Башҡортостанда ла шәп үҫә

Шаран районы халҡына бөгөн үҙ төбәге йылғаларында үрсетелгән ҡиммәтле балыҡтар менән рәхәтләнеп һыйланыу мөмкинлеге бар.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Шаран районы халҡына бөгөн рәхәтләнеп үҙ төбәге йылғаларында үрсетелгән ҡиммәтле балыҡтар менән һыйланырға мөмкинлек бар, сөнки райондың бөтмөр эшҡыуары Рәсүл Бикмөхәмәтов бына бер нисә йыл инде бағыр үрсетеү менән шөғөлләнә.


– Был кәсеп, әлбиттә, еңелдән һаналмай, етмәһә, кеҫәнән аҡса ла сығарырға тура килә, – ти эшҡыуар. – Табышлы һәм уңышлы эшләү өсөн иң кәмендә йылына 50 тоннаға яҡын балыҡ үрсетергә кәрәк. Әлегә миңә был тармаҡты артабан үҫтереү өсөн эшләргә лә эшләргә әле.


Саҡмағош районында тыуып үҫкән егеттең хужалығында бөгөн 78 меңгә яҡын селбәрә "тәрбиәләнә", уларҙы аяҡҡа баҫтырғансы арыу уҡ тырышлыҡ һалырға кәрәк Рәсүлгә.


Бөгөн бында балыҡ үрсетеүҙең тулы циклы ҡулланыла. Бағыр үрсетеү өсөн ыуылдырыҡты эшҡыуар Франциянан һатып ала. Киләсәктә Рәсүл район, республика ҡулланыусыларын сифатлы һәм иң мөһиме – арзан балыҡ менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп алған. Тимәк, алдағы көндәрҙә Францияла "тыуып", Башҡортостан йылғаларында "буй еткергән" бағырҙарҙы ашап ҡыуанырбыҙ әле.
Читайте нас: