Бөтә яңылыҡтар

Табан балығын ҡаптырайыҡ

Табан балығын ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тотоу ғәҙәти күренешкә әйләнде. Әммә ул ҡапһын өсөн күп тәжрибә үткәрергә, емде төрләндерергә кәрәк, сөнки бөгөн селәүсенгә ҡапһа, иртәгә бүрттерелгән бойҙайға ғына сиртеүе мөмкин. Йыл һайын һыналған йылға-күлдәргә йөрөү отошло. Табан балығы ҡалҡыуыслы ҡар­маҡ­ҡа ярҙан да яҡшы ҡаба, бигерәк тә ҡамышлы урын бул­һа. Ҡамыштың һирә­герәк урынын емләргә кәрәк, эре табандар шунда йыйылыусан. Һуңғы ваҡытта табан балы­ғын да фидерға тотоу көсәйҙе, хатта көҙ һары төҫтә­ге йыл­тырмаға ла эләгә башланы.

Табан балығын ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тотоу ғәҙәти күренешкә әйләнде. Әммә ул ҡапһын өсөн күп тәжрибә үткәрергә, емде төрләндерергә кәрәк, сөнки бөгөн селәүсенгә ҡапһа, иртәгә бүрттерелгән бойҙайға ғына сиртеүе мөмкин. Йыл һайын һыналған йылға-күлдәргә йөрөү отошло. Табан балығы ҡалҡыуыслы ҡар­маҡ­ҡа ярҙан да яҡшы ҡаба, бигерәк тә ҡамышлы урын бул­һа. Ҡамыштың һирә­герәк урынын емләргә кәрәк, эре табандар шунда йыйылыусан. Һуңғы ваҡытта табан балы­ғын да фидерға тотоу көсәйҙе, хатта көҙ һары төҫтә­ге йыл­тырмаға ла эләгә башланы.


Ҡайҙан эҙләргә?


Көмөш төҫтәге табанды хә­ҙер бөтә ерҙәрҙә лә осратырға мөмкин. Ул беҙгә Амур өлкә­һенән килтерелгән. Ысын һары төҫтәге табандар бик һирәк осрай. Был балыҡ күл­дәрҙә генә түгел, Баш­ҡорт­остан йылғаларында ла кү­бәйҙе. Ҡайһы берәүҙәр уны гибрид тип йөрөтә. Табандар элек ҡамышлы, томбойоҡло ерҙә генә йәшәһә, хәҙер ҡыр­сын­лы һыу­ҙарҙа ла күбәйҙе. Төбөнә ләм ултырған күл­дәрҙә табан ҡыш батҡаҡҡа күмелеп йоҡ­лай, ә төбө ҡомло һыу ятҡылыҡта­рында улар һыуыҡ­тар төшһә лә йоҡламай.


Унан тыш, ҙур һыуҙарҙан табан ба­лығы йылы йылға­ларға ыуылдырыҡ һалырға күтәрелә, бер өлөшө йылға­ларҙа тороп ҡалһа, ҡалған­дары кире һыу ятҡылыҡ­тарына ҡайта.


Табанды тотоу урындары:

1. Йылы мәлдә – үлән, ҡамыш, томбойоҡ үҫкән урындарҙа.

2. Һыуыҡ һыуҙа – тәрән урындарҙа, һыуға йығылған ағастар араһында.

3. Эре табандар көҙгә ҡарай ҡамыш араһында тора.

4. Күл-быуаларҙа балыҡ­сылар көн һайын ашатҡан ерҙәрҙә.

5. Һыу төбөндә үҫкән үлән­дәрҙең асыҡ ерҙәрендә, том­бойоҡ араһындағы буш урын­дарҙа. Был урындар ҡал­ҡыуыс менән тотоуға уңайлы.

6. Яр буйындағы тәрән, тымыҡ урындарҙа.


Табан балығын тотоу өсөн, әлбиттә, махсус ҡармаҡ сы­бығы ла, ҡармаҡ ебе лә кә­рәкмәй. Шуныһы билдәле: һәр балыҡсы үҙе яратҡан еңел ҡармаҡ сыбығы һәм ныҡ ҡалын булмаған ептәрҙе алырға тейеш. Ырғаҡтың дүрт-биш үлсәмлеһе яҡшы.


Кәтүкле ҡар­маҡтар менән дә алыҫҡа ташлап тоторға мөмкин. Элегерәк бамбук сыбыҡтарҙы ла табып булмай торғайны, ә хәҙер ниндәйе генә юҡ: телескопик сыбыҡ­тар, пластиктары ла ки­бет­тәрҙә тулып ята. Кәтүктәрҙе һайлағанда осһоҙон, еңелен алырға кәрәк, дөрөҫ ҡул­ланғанда, ябай кәтүкле ҡар­маҡты ла 20-25 метрға ташлап була. Ҡалҡыуыстың ауырлығы өс грамдан артма­һа, балыҡ та ҡурҡмай, яҡшы ла эләгә. Эре табанға барғанда кәтүгегеҙҙең фрикционын бер аҙ бушатып ҡуйығыҙ. Башҡа эре балыҡтар ҙа, мәҫәлән, һаҙан эләгеүе бар. Табан ба­лығын тотоу өсөн ҡармаҡты ябай итеп ҡорорға кәрәк. Төп ептең нәҙек, әммә ныҡ икәнен тикшереп ҡуйыу фарыз. Ҡалҡыуыс һәм батырғыс беркетеп, ырғаҡтың ныҡ ҙур булмағанын бәй­ләһәгеҙ, бик яҡшы. Бала саҡта ҡаҙ ҡа­уырһынынан эшләнгән ҡалҡыуыстарҙы ҡуллана инек. Әле лә һирәкләп булһа ла файҙаланам.


Балыҡҡа барғанда ҡайһы берәүҙәр биш-алты грамлы ҡалҡыуыс ала. Был алыҫҡа ташлағанда уңайлы, сөнки шул уҡ ауырлыҡтағы батыр­ғыс ҡулланыла бит. Ҡайһы берҙә ҡалҡыуысты әҙерәк ҡыбырлатып алһаң да, балыҡ эләгә. Табан балығы ерҙән ашаусан, шуға күрә һыу тө­бөнән дүрт-биш сантиметр өҫтә торһа, яҡшы булыр. Көн елле булғанда йә йылғала ҡармаҡлағанда ырғаҡты ергә һалып ҡуйырға кәрәк. Ул ваҡытта ҡалҡыуысығыҙ һыу өҫтөндә ятыр, әгәр балыҡ ҡапһа, ул тороп ултырыр. Ҡар­маҡ ебенә өйрөлтмәле фиксаторҙар ҡуймаһағыҙ, дөрөҫ булыр, сөнки балыҡ металдан ҡурҡа. Ярҙан тотҡан­да ҡармаҡ сыбығығыҙ оҙоно­раҡ булыуы яҡшыраҡ, ә кәмәнән тотҡанда дүрт метр оҙонлоғондағыһы ла етә.


Табан ниндәй аҙыҡ ярата?


Табышһыҙ ҡайтмайым тиһәң, балыҡ­тың яратҡан аҙығын белергә кәрәк, тотҡан урыныңды һирәк-һаяҡ емләп торһаң, шунда балыҡ йыйы­ласаҡ. Ҡайһы берәүҙәр күл буйына килгәс тә, ем һибә башлай, быны таныш һыуҙа ғына эшләргә мөмкин.


Һауа торошона табан балы­ғы ныҡ иғтибар итә. Ныҡ эҫе­лә әллә ни ҡапмай, көнба­йыштан ел иҫһә, табышһыҙ ҡайт­маҫһығыҙ. Йәй буйы табанды тоторға бу­ла, көн ныҡ эҫелә томбойоҡтар араһында йөрөй. Ниндәйҙер күлдә табан иртәнсәк эләкһә, ҡайһы­арында балыҡ тик кискә ҡарай ғына ҡаба башлай.
Читайте нас: