Бөтә яңылыҡтар

Элегерәк ҡулланылған ҡорамалдар

Нәрәтә

 

Балыҡ тотоу өсөн ике һәм өс ҡанатлы нәрәтәләр ҡулланылған. Был ҡорамалды йылымдың селтәренән эшләйҙәр.

 

Уртала һәм ике яҡ ситтә мурҙалар, уларҙы тоташтырған өлөшө шаран тип атала. Балыҡ шаранға килеп терәлә лә сығырға юл эҙләй башлай һәм мурҙаларҙың береһенә инергә мәжбүр була. Унан кире сыға алмай. Нәрәтәләрҙе күлдәргә ҡуйыу уңайлы, сөнки ағын һыу юҡ. Йылғаларҙың тымығыраҡ урынына ла ҡуйып була, әммә уларҙы тотоп торған таяуҙар ныҡ ҡағылырға тейеш. Йылғала мурҙаның ауыҙы аҫҡа ҡаратып һалына, сөнки балыҡ һәр ваҡыт аҫтан өҫкә ҡарай хәрәкәт итә.

Һалдау

 

Бик боронғо ҡорамал, хатта тәүтормош кешеләре һалдауҙан файҙаланған, тик уларҙың ҡорамалы һөңгөнө хәтерләткән.

 

Беҙ бала саҡта уны ҡулдан эш­ләй инек. Өс тешлеһе, хатта биш-ете тешлеһе бу­ла. Хәҙерге законға ярашлы, һалдау ҡулланыу рөхсәт ителмәй. Ә элегерәк, айырыуса аслыҡ мәлендә, ул киң файҙа­ланылған. Халыҡтың күпселеге тап ошо балыҡсылыҡ арҡаһында үлмәй ҡалғандыр ҙа. Һалдау менән әллә ни тәрән булмаған йылға-күлдәрҙә балыҡ тотҡандар. Тәрән күлдәрҙә, киреһенсә, ырғаҡ ҡулла­нылған. Һыуҙа күренеп ятҡан балыҡтың аҫтынан уны үткәреп, табышты тартып сығарғандар.

 

Һөймән

 

Боҙ тишеү, ҙур мәкеләр уйыу өсөн уңайлы ҡорамал. Һөймәндең осона тимерҙе ослап ҡағып ҡуялар.

 

Ҡалған өлө­шө еңел бул­һын өсөн ағас­тан эш­лә­нә. Ағас осона бау тағыла. Һөй­мән ҡул­дан яңы­лыш ысҡынып кит­кәндә, ошо бау тотоп ҡа­ла. Боронғо за­ман­дарҙа уны һө­йәктән эшләр булғандар. Ҡайһы бер райондарҙа уның ата­маһы һаҡланған. Себер яҡтарында һөймән балыҡсының төп ҡоралы булып һанала. Беҙҙә оло быуын балыҡсылары әле лә уны үҙҙәре менән йөрөтә.

Әсләм КАМАЛОВ

Һалдау
Һөймән
Һалдау
Читайте нас: