Бөтә яңылыҡтар

“Күршемә эйәреп, әүәҫләнеп киттем”

Балыҡтар өсөн бик ауыр мәл булған ғинуар айы ла артта ҡалды. Боҙҙоң ҡалынайыуы сәбәпле, йылға-күлдәрҙә кислород кимәле кәмей, балыҡ тонсоға йәки үләтләй. Февраль айы етеү менән балыҡсылар һыу буйҙарына ашыға, сөнки ниндәйҙер табыш алып ҡайтыу өмөтө бар. Улар сәғәттәр буйы мәке эргәһендә ултыра, алабуға, сабаҡ балыҡтарын, хатта суртанды эләктерергә тырыша.

Балыҡсылар янына барһаң, уларҙың эшлекле ҡиәфәт менән шөғөлдәренә мөкиббән китеүен күреп аптырашта ҡалған бар. Кемдәр сатыр эсенә бикләнгән, ҡайһылары асыҡ һауала ҡырын ятып, табышын бына-бына тартып сығарырына өмөтләнә. Бына ҡайҙа ул романтика! Бөтә донъяларын онотоп, бер кемгә күҙ ҙә һалмай ҡармаҡлауын беләләр.

Ошо “романтика”ны күрергә тип, бер көн Ағиҙел буйына юлландым. Ҡышҡы тәбиғәт үҙенекен итә, быйыл ҡар ҡатламы ҡалын ғына. Тубыҡтан көрт кисеп, күптәнге танышым Артур ҙа  килеп етте. Хәл-әхүәл һорашҡас, ҡармаҡлауға күстек, мәкеләр уйылып, емләнеп ҡуйылды.

Минең ҡыҙыҡһыныуым көслө: был артист кеше балыҡ ҡармаҡлай беләме икән, табышы менән ҡыуандырырмы? Бөгөнгө геройым – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Артур Рәүил улы Ҡунаҡбаев. Яйлап ҡына һүҙебеҙ балыҡтан ижадҡа күсә.

– Артур ҡустым, һеҙ нисек актер булып киттегеҙ? Бала саҡ хыялымы, әллә яҙмыш сәхнәгә алып килдеме?

– Эй, һөйләй китһәң, тормош ҡыҙыҡ инде ул. Сәнғәткә ынтылыш бәләкәйҙән килә, мәктәптә уҡыған йылдарҙа төрлө йөкмәткеле шиғырҙарҙы бирелеп ятлай, һөйләй торғайным. Артист булыу хыялы мине Мәскәүҙәге М.С. Щепкин исемендәге юғары театраль училищеға алып килде. 2007 йылда уны уңышлы тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә барҙым. Әлеге көнгә тиклем, Аллаға шөкөр, ошо театрҙа уйнайым.

 

– Актерҙың оҫта балыҡсы булып китеүе ҡыҙыҡлы күренеш. Атайы­ғыҙҙан күстеме был шөғөл?

– Юҡ, атайымдың балыҡҡа йөрөргә һис кенә лә ваҡыты булманы. География уҡытыусыһы, партия комитеты секре­тарының мәшәҡәттәре һыу буйына сығып әйләнергә лә форсат бирмәгәндер. Ә мине балыҡҡа йөрөргә күршем Виталий өйрәтте. Эйек йылғаһына барабыҙ ҙа эре генә сабаҡ, бәләкәйерәк булһа ла, ҡорман балыҡтарын эләктереп, бик ҡәнә­ғәт төҫ менән өйгә ҡайтып инәбеҙ. Ейән­сурала ҙур булмаған таҙа һыулы йыл­ғалар бар. Өҫкәлек йылғаһында тәүге бағры­ны тартып сығарғанымды әле лә һағынып иҫкә алам. Өмбәт йылғаһында бағры ла, бәрҙе лә күп булды. Беҙҙең бесәнлек тә Ғәббәс ауылы яғында булған­лыҡтан, рәхәтләнеп һыу инергә, балыҡ ҡармаҡларға бөтә мөмкинлек бар. Эш­тәрҙе тамамлауҙан ҡәнәғәтлек тойоп, тә­би­ғәттең хозурлығына һоҡлана-һоҡлана ҡайтаһың, ике яҡта ла урманлы бейек тау­ҙар теҙмәһе ята. Уларҙағы ҡош-ҡорт, кейектәр байлығы тыуған яҡҡа һөйөү тойғоһо уята.

Ә шулай ҙа ихласлап балыҡҡа йөрөй башлауыма улым Рамаҙан сәбәпсе булды. Бер мәлде улым менән йыйынып, балыҡ ҡармаҡларға барырға булдыҡ. Башҡаларҙың табышы артҡандан-арта, шуға күрә кәйефтәре лә күтәренке, ә беҙгә күңел өсөн сәнтәй ҙә эләкмәй. Улымдың кәйефе ныҡ ҡырылды, минең дә күңел төштө. Ахырҙа Ағиҙел йылға­һына кәмә менән сығып, ялтырмаға ҡап­тырып ҡарарға булдыҡ, йәғни троллингка. Миңә был юлы ла бәхет йылмайманы, ә улым ярайһы ғына ҙурлыҡтағы суртанды эләктереп, түбәһе күккә тейгәндәй һөйөндө. Күрһәгеҙ икән уның нисек шатланыуын! Мин дә эстән генә суртандың тап уға эләгеүенә ҡыуанып ултырам. Шулай итеп, улым да балыҡ тоторға әүәҫләнеп китте. Һуңғы йылдарҙа һыла балығын тоторға өйрәндек.

 

– Театрҙа һәр нәмә менән ҡыҙыҡһы­ныусан, әүҙем кешеләр эшләй. Балыҡ­ҡа бергәләп йөрөргә иптәш табыуы ҡыйын түгелдер?

– Әлбиттә, бар. Был исемлектең башында тормош иптәшем Зәлиә Ғимран ҡыҙы тора, ул тәбиғәт ҡосағында булырға бик ярата. Форсат сыҡһа, улыбыҙ Рама­ҙанды ла алып, һыу буйына сығырға тырышабыҙ. Бер саҡ, тамаша тамам­лан­ғас, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров менән бергәләп балыҡҡа барырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Иртә менән: “Артур, ҡармаҡтарың бармы?” – тип шылтырата. “Юҡ, ҡармағын да, башҡа кәрәк-ярағын да һатып алырға кәрәк”, – тигәс, минең менән бергәләп балыҡсылар магазинына барырға булды.

Азамат бөтә кәрәкле ҡорамалдарҙы һайлай, ә мин йыйып һалып барам. Ул мотлаҡ йәшник алырға тейешлекте лә аңғартты. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, 18 мең һумлыҡ кәрәк-яраҡ алғанбыҙ. Бына шунан һуң үҙемде ысын балыҡсы итеп тойҙом.

 

– Сәнғәт хеҙмәте, сәхнәләге көн­дә­лек эш еңелдән түгел, көнө-төнө рол­дәреңде ятларға, оҫталығыңды шымартыу, камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләргә кәрәк. Ҡасан ял итергә өлгөрәһең?

– Ял тигәнең йыш эләкмәй инде ул. Йәйге ял көндәрен ҡәйнәм Зәкиә Мулла­ғәле ҡыҙының тыуған яғы Нөгөш буйҙа­рында үткәрергә күнеккәнбеҙ. Ҡайным Ғимран Хәлит улы ла тәбиғәттә булырға ярата. Тормош иптәшем Зәлиә атаһының һөнәрен һайлаған – нефтсе-геолог. Бергәләп ял итергә тырышабыҙ. Иң ярат­ҡан ҡоралым – ҡалҡыуыслы ҡармаҡ, уны ҡулыма алған һайын бала сағым иҫемә төшә, фидерға тоторға ла яратам. Ялты­рмаға суртан тотоу ҙа күңелле шөғөл.

***

Бына шулай балыҡ ҡармаҡлағанда әңгәмәләшә-әңгәмәләшә яҡын иптәш, тоғро дуҫ булып китәһең. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Артур Ҡунаҡбаевтың исеме театр сәнғәтен һөйөүселәр араһында киң билдәле, уның үҙ тамашасыһы бар. Артур шул уҡ ваҡытта – йырлаусы актер, йырҙарҙы спектаклдәрҙә генә түгел, эстрадала ла башҡара.

“Бәхет хаҡы” тамашаһында – йәш Зариф, “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклендә тимерсе Зиновий һәм башҡа бик күп ролдәре халыҡ күңелендә һаҡлана.

Был осрашыу йылы хәтирәләр ҡал­дырҙы. Яғымлы тауышы, аныҡ фекер­ләүе, ғаиләһенә, туғандарына оло һөйөүе, тамашасыларына хөрмәте уға ҡарата ихтирамды тағы ла көсәйтте. Шундай ир-егеттәр яныбыҙҙа күберәк булһа ине...

Әсләм КАМАЛОВ

Читайте нас: