Йылым боронғо балыҡ тотоу ҡоралы һанала, әммә хәҙер ул, браконьер ысулы булараҡ, рөхсәт ителмәй. Йылым ҡалын ептән үрелә.
Уны ҡайһы берәүҙәр ау менән бутай. Ауҙы һуҙып һалалар, ә йылым менән һөҙәләр. Ике яғынан ярайһы уҡ ныҡ ағастар беркетелә. Йылым менән балыҡ тотоуҙа күмәк кеше ҡатнаша, ҡыуалаусылар дөмбөр (гөмбөр) ҡуллана. Уны таяҡтың башына эсе ҡыуыш, ауыҙы асыҡ тимер беркетеп эшләйҙәр, һыуға төрткән һайын көслө генә тауыш сығара. Силәбе башҡорттары уны бут тип атай. Тәрән һыуҙа һөҙгәндә ике яҡтан ике кәмә ҡулланыла, сығарғанда ғына ярҙам итәләр.
Йылымдың уртаһында тоғо була. Ҡаршы килгән һәр балыҡ шул тоҡҡа тула бара. Бер ни тиклем ара үткәс, йылға йәки быуаның һөҙәк ярына сығалар. Тоҡта балыҡ күп булһа, ҡыуыусылар сығарырға ярҙам итә. Сығарған балыҡтың вағын һыуға кире ебәрәләр, ә ҡалғанын кемдәр ҡатнашҡан шуларға ғәҙел итеп бүләләр. Бында балыҡты бүлеү йолаһы теүәл башҡарыла, олоһо ла, кесеһе лә бер үк күләмдә балыҡ ала.
Бушаған йылымды ҡыйҙан таҙартып, йыуып, киптерергә элеп ҡуялар.
Әсләм Камалов