Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
28 Сентябрь 2022, 19:23

“Ҡомһоҙланып табыш алыу миңә хас түгел…”

Һаҡмарбаш малайының хәтирәләре .

Бөгөнгө геройымды тиҫтәләрсә йыл элек белһәм дә, күҙмә-күҙ ҡарашып ултырып һөйләшеү бәхете ошоғаса тәтемәне. “Май сүлмәге тышынан билдәле”, тигәндәй, әңгәмәсемдең алсаҡ күңелле, йор һүҙле булыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ ине. Хоҙай бирһә, бирә бит кешегә һәләтте: яҙыусы, балыҡсы, һунарсы, яҡшы атай, ышаныслы ғаилә башлығы… Бөгөнгө әңгәмәсем – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, ете китап авторы, Әбйәлил районының Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы лауреаты Иҙрис Мөҙәрис улы Ноғоманов. Әлеге ваҡытта ул – “Йәйғор” әҙәби берекмәһе етәксеһе.

 

– Иҙрис Мөҙәрис улы, һеҙ ауылда йәшәп ижад иткән яҙыусы. Тормош иптәшегеҙ Тәнзилә ханым менән ҡайҙа таныштығыҙ?

– Эй, һөйләй китһәң, тормош мауыҡ­тырғыс бер сәйәхәт кеүек бит инде ул. Тәнзилә менән бишенсе класта уҡығанда уҡ таныш инек. Ул мәлдә журналда фами­лияның нисәнсе урында тороуына ҡарап, хат яҙышыу йолаһы бар ине. Ана шунда бәхетемә бөгөнгө кәләшем сыҡты. Мин Әхмәт, Ҡырҙас мәктәптәрендә уҡыным, Тәнзилә – Ярлыҡапта. Байтаҡ йылдар сәләмләшеп кенә торҙоҡ. Ул саҡта Тәнзилә минән буйға күпкә оҙонораҡ булғас, эргәһенә барырға бер аҙ уңайһыҙланып йөрөгәнем хәтеремдә. Яҙмыш һуҡмаҡтары беҙҙе Әбйәлил районы үҙәгендә – Асҡар мәктәбендә яңынан осраштырҙы. Мәктәпте бергә тамам­ланыҡ. Һуңынан оҙаҡ йылдар тормош юлдарыбыҙ айырылып торҙо. 1985 йылда яңынан осрашып, ҡабат айырылмаҫҡа вәғәҙәләр биреп, өйләнешеп ҡуйҙыҡ.

 

– Һеҙ – ауыл хужалығы белгесе, ә ижадҡа ҡасан килдегеҙ?

– Дөрөҫөн әйткәндә, мәктәптә уҡып йөрөгәндә үк ижадҡа тартыла башланым, нәҫерҙәр, уймаҡ хикә­йәләр яҙа инем. Һуңынан повестар ижад иттем, һәм бына “Һаҡмар­баш” исемле тарихи романым донъя күрҙе. Тәнзилә апайығыҙ, уҡытыусы булараҡ, файҙалы кәңәштәре менән ныҡ ярҙам итте. Миңә ижади көс биреүсе лә ул. Германияла әрме хеҙмәтемде үтәп ҡайтҡас, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, агроном, баш агроном, бүлексә етәксеһе вазифаларын башҡар­ҙым, һуңы­нан, хаҡлы ялға киткәнсе, ун йыл Ҡырҙас ауыл хакимиәтендә эш­ләнем. Яҙмышыма һис үпкәлә­мәйем, алты балаға атаймын (бер баланы балалар йортонан алып тәрбиәләнек), 16 ейән-ейәнсәргә олатаймын.

 

– Күңелегеҙҙә балыҡсы ҡомары ҡасан уянды? Белеүемсә, һеҙ балыҡсы ғына түгел, һунарсы ла бит?

– Иҫ белгәндән алып, үҙебеҙҙең яҡтың матур тәбиғәтенә ғашиҡ кеше мин. Ауылыбыҙ Ирәндек тауҙарына һыйынып ултырған, урманында ниндәй генә кейек-ҡоштар юҡ.

Атайым Мөҙәрис Хәйривара улы мине үҙе менән ике йәштән алып йөрөнө, тәбиғәт йәнле кеше ине. Кис арманһыҙ булып арып, әммә бик ҡәнәғәт төҫтә ҡайтып инә торғайныҡ.

Өләсәйемдең: “Шул сабый баланы ыҙалатып, ниңә урман ҡыҙырып йөрөйһөңдөр, өй янында ғына уйнаһа ни булған?” – тип атайымды әрләгәне хәтерҙә ҡалған. Ул мәлдә Һаҡмарҙа бәрҙе мыжғып ята торғайны.

 

– Тәүҙә тотҡан ҙур балығыңды хәтерләйһеңдер?

– Әлбиттә, хәтерләйем. Тик уны атайым менән балыҡҡа бар­ғанда мылтыҡ менән атып алдыҡ. Бер метр самаһы оҙонлоғондағы суртан ине ул. Атайымды Мәхмүт ауылына уҡытырға күсергәс, тыуған яғымды, дуҫтарымды онота алмай, каникул етһә, Ирәндек аша Әхмәттәге өләсәйемә велосипедта һыпырта инем. Бала саҡ хәти­рәләрем тураһында 2004 йылда сыҡҡан “Ғүмерлек һағыш” тигән китабымда яҙылды. Үҙем тотҡан тәүге иң ҙур балығым шамбы булды, табышһыҙ ҡайтҡанымды һис тә хәтерләмәйем. Бала саҡта еҙ сым менән мәскәүләп тоторға әүәҫләнеп алғайным. Ҡыҙыҡ шөғөл бит. Һыу буйлап шым ғына йөрөп, байтаҡ балыҡ алып ҡайта торғайным.

Ҡармаҡларға барғас, ҡайҙа ниндәй балыҡ тоторға мөмкин булыуын һиҙемләйһең. Ятыуҙарҙы ла яҡшы белә инем. Хәҙер һирәкләп булһа ла ейән-ейәнсәрҙәрем менән Ҡыҙыл йылғаһына төшөп әйләнәбеҙ. Ошо мөғжизәле тәбиғәт ҡосағында йышыраҡ булғым килә.

 

– Ярты ғүмерегеҙ тәбиғәт ҡосағында үткән. Балыҡсы кешелә ниндәй сифаттарҙы күргегеҙ килә?

– Дөйөмләштереп әйткәндә, балыҡсы ла, һунарсы ла сабыр булырға тейеш. Ныҡышмалылыҡ, тәүәккәллек – иң төп сифаттарҙың береһе. Икенсе яҡтан, балыҡта, тәбиғәттә үткәргән ваҡытың йәшәү иҫәбенә инмәй, тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр ҙа, сөнки күңелең йәшәреп, саф һауа һулап ҡайтып инәһең бит өйгә.

Һунарсыны һунарсы аңлай инде ул. Таң һарыһынан урман ҡыҙырырға сығып китәһең дә, ҡараңғы төшкәс, хәлдән тайып ҡайтып инәһең. Быныһы тәү ҡарауға. Икенсенән, алған табышыңа балаларса ҡыуаныу, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо һиңә көс өҫтәй, арыу-талыуың да онотола.

 

– Иҙрис Мөҙәрис улы, һеҙгә, тәжрибәле балыҡсыға, күңелде өйкәгән бер һорауҙы биргем килә. Ни өсөн барлыҡ йылға-күлдәрҙә балыҡ кәмене, ә ҡайһылары юҡҡа сыҡты?

– Мин был мәсьәлә хаҡында күп уйландым. Үткән быуаттың 70-80-се йылдарында быуа-күлдәр колхоз ҡарама­ғында булды. Ҡасан кәрәк, шул мәлдә балыҡ тотоп, һатыу өсөн магазиндарға сығарырҙар ине. Үрсетеү ҙә планлы алып барылды. Ә хәҙер һыу  ятҡылығын ҡуртымға алалар ҙа, булған балығын ау менән тотоп һаталар һәм табышһыҙ күлде кире ҡайтаралар. Хөкүмәт тарафынан һыу ятҡылыҡтарына иғтибар булырға тейеш. Бөтә шәхси эшҡыуарҙар ҙа шулай эшләй тип әйтмәйем, беҙҙең районда ла ҡуртымға алған күлдәрен яҡшы ҡарағандар бар.

Йылғаларға килгәндә, хәл баш­ҡараҡ. Үҙәндәр бысранды, һа­йыҡты, балсыҡтары кәмене. Элек Һаҡмарҙа бәрҙенең күплегенә хайран ҡала инек, ә хәҙер юҡ кимә­лендә. Ҡыҙыл йылғаһында ла шул уҡ хәл. Элек яр буйынан ҡараһаң, бурыштарҙың ялтырағаны күренеп торҙо. Хәҙер улары ла юҡ кимә­лендә. Нимә эшләргә кәрәк, тиһе­геҙ­ме? Беренсенән, йылғаларҙың үҙәнен тәрәнәйтергә кәрәк, икен­сенән, ауыл халҡы, балыҡсылар ау һалып балыҡты ҡоротмаҫҡа тейеш.

Райондың бер нисә йылға­һында бағры күп үрсегәйне. Хәлил ауылын уртаға бүлеп аҡҡан Дарыулыла, Ҡалмаҡ (халыҡ телендә Мишәр) ауылы янынан аҡҡан Игетимерҙә, Ҡаҙмаш йылғаһында бағры күп булды. Мәҫәлән, Ҡалмаҡ эргәһендә атайым 72 сантиметр оҙонлоғондағы бағрыны ҡармаҡҡа сығарҙы.

Ғөмүмән, атайымдың холоҡ-фиғеле миңә ныҡ оҡшай торғайны. Ул һәр ваҡыт миңә ҙур ышаныс менән ҡараны. Шулай булмаһа, 7-се класта уҡып йөрөгән малайына 20-се калибрлы немец мылтығын бүләк итер инеме ни?! Шунан китте минең һунарсы ҡома­рым асылып! Төрлө ҡоштарға, йәнлектәргә һунар иттем. Ҡуяндан башланды табышым, ҡор, һуйыр, сел алғаным булды. Әле лә атайыма тормош күнекмәләре биргә­не өсөн рәхмәт уҡыйым. Мин дә балаларыма тәбиғәт тәғлимәт­тә­рен төшөндөрөргә тырышам. Ошо һөйләгәндәремдең ҡайһы берҙәре китаптарымда сағылыш тапҡан. Әгәр ҙә тормошто, ғаиләмде яратмаһам, минән ижад кешеһе сыҡмаҫ ине. Күп кенә ваҡиғаларҙы балыҡ ҡармаҡлағанда яҙам.

 

– Ниндәй ҡармаҡҡа тоторға яратаһығыҙ?

– Иң ныҡ күңелгә ятҡаны – ҡалҡы­уыслы ҡармаҡҡа тотоу, ҡалҡыуыстың батып китеүен ҙур кинәнес менән күҙәтеп ултырам. Ысын балыҡсы бер ваҡытта ла ҙур табышҡа, эрерәген эләктереп алыуға ҡыҙыҡмай. Ул был шөғөлдән бары йәм таба, ләззәт ала, тәбиғәт ҡосағында ял итә, икенсе яҡтан, теләгән һәр кем балыҡсы булып та китә алмай.

Бала саҡта таш аҫтынан шамбы эҙләп, аяҡтарҙың “ҡарға табаны” кеүек ярылғанын һәр ауыл малайы иҫләйҙер. Әммә ул замандар артта ҡалды, экология ла боҙолдо, йылға-күлдәрҙә балыҡ та аҙайҙы. Бына ошо бала саҡ хәтирәләрем мине йәшәтә лә инде. Ҡомһоҙланып табыш алыу миңә хас түгел, балаларыма ла тәбиғәт байлығы ҡалһын тип, уны һаҡ­ларға тырышам. Һыуҙары­быҙҙы таҙа тотоу – барыбыҙҙың изге бурысы.

 

– Иҙрис Мөҙәрис улы, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.

 

Әсләм Камалов

Читайте нас: