Яҙҙан алып ике ай самаһы ямғыр яуһа, һуңғыһында түҙеп торғоһоҙ эҫе көндәр китте. Тәбиғәт үҙенекен итә: ошоға тиклем ҡоролоҡҡа дусар булған райондарҙа ярайһы уҡ яуым-төшөм булды. Ғәҙәттә, эҫе көндәрҙә балыҡ ҡабып бармай. Әлбиттә, кем йоҡоһон йәлләмәй, улар төнөн ҡармаҡлай, сөнки балыҡ төнгөлөккә генә ашарға сыға.
Мин дә быйылғы йәйҙә Бөрө яҡтарына барып сығырға булдым. Борайға барып еткәс, урындағы балыҡсыларҙы осраттым. Улар араһында бер сос ҡына йәш балыҡсы кәмәнән ҡармаҡларға тәҡдим яһаны, ҡаршылашыу юҡ, риза булдым. Танышып киттек. Илшат Рәмил улы Ғәлиев икән, Борай районының Ҡаратамаҡ ауылынан, хәҙерге ваҡытта Өфөлә йәшәй.
“Атайым (мәрхүм инде) Рәмил Хәйрулла улы Ғәлиев әсәйем Маргарита Ислекәй ҡыҙы менән һәр ваҡыт тәбиғәт ҡосағына сығыр ине. Атай оҫта балыҡсы булды, бер ваҡытта ла буш ҡул менән ҡайтманы”, – тип хәтергә төшөрҙө бала сағын әңгәмәсем. Шул арала ялтырманы оҫта ташлай торғас, бер суртанды һөйрәп тә сығарҙы.
– Тәүге һөнәрем – уҡытыусы, Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетын тамамланым. Һуңынан – нефть университетын. Әле эшләп йөрөйөм, – тине егет.
Илшатты ике юғары уҡыу йортон бөтөп, ғаилә ҡорған ир тип уйламаҫһың да, ҡарап тороуға, бик йәш сырайлы егет. “Атайым вафат булғас, ғаилә ҡороп ебәрҙем. Ҡатыным Гөлнара Рәүис ҡыҙы менән Әнүәр исемле ул, Әминә исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Иптәшемдән уңдым, һәр ваҡыт иғтибарлы, балыҡҡа йөрөгәндә ризыҡ бешереп ебәрә, әлегә минең менән йөрөй алмай, сөнки балалар бәләкәй”, – тип дауам итте һүҙен.
Донъя көтөргә ынтылышы ҙур был егеттең, тип һоҡланып ултырҙым.
– Илшат, һин ниндәй балыҡ тоторға әүәҫһең? – тим.
– Мин йыртҡыс балыҡтарҙы ғына тоторға яратам, – тине ул. – Күп ҡармаҡтарым йыртҡыс балыҡ тотоуға көйләнгән.
Йәшнигендә ниндәй генә ялтырмалар юҡ, суртанға ла, һылаға ла, алабуғаға ла табырға мөмкин. Моторлы кәмәһендә ифрат оҫта йөрөй, ыңғайына балығын да тота. “Элек атайыма эйәреп йөрөнөм, хәҙер ҡайным Рәүис Рәүил улына эйәрәм. Ул бик хәстәрлекле хужа, ҡулынан килмәгән эше юҡ, хатта ҡыш йылынып ултырырға мейес эшләп бирҙе”, – тине әңгәмәсем. Ҡышын да, йәйен дә Татарстандың һыу ятҡылыҡтарына йөрөйҙәр икән. Илшаттың һөйләүенсә, унда ҙур һыуһаҡлағыстар, күлдәр күп. Күлдәре лә йыртҡыс балыҡтар ояһы икән, бигерәк тә Татар Ямалыһы ауылы янында улар шәп ҡаба, ти. Суртандарҙың бер кило тартҡандарын кире ебәреп, дүрт-биш килограмм ауырлыҡтағыларын алып ҡайталар икән, иң ҙур 12 килограмм ауырлыҡтағы суртанын да ошо һыуҙа тотҡан.
– Иң яратҡан миҙгелем – ҡыш. Йылғаға барып, ваҡ селбәрәләр тотам да, ҡармаҡҡа кейҙереп, флагтар ултыртам, суртан йәки һыла (судак) ҡаптымы, әләмдәр аяғүрә баҫа. Көнлөккә йөрөп, эре-эре йыртҡыс балыҡтар тотам. Ҡыҙығы шунда: мәкеләр араһында йүгереп йөрөп хәл бөтә. Йәй көнө дүңгәләктәргә лә тотам. Ҡануниәттә күпме рөхсәт ителә, шунса ғына эшләйем. Балыҡтарҙы ыҫлайым, ҡатыным ошо ризыҡты бик ярата, – тине яңы танышым.
Ҡомарлы, сәмле, балыҡ “ене” ҡағылған егет менән, бер-беребеҙгә уңыштар, мул табыш теләп, дуҫтарса айырылыштыҡ.
Әсләм Камалов