Таң һарыһынан юлға сыҡһаҡ та, ҡараңғы төшөүгә генә килеп еттек. Юл оҙон ғына. Хәйбулла районын үткәндә кешеләр шәмдәренә ут алған ине. Кемгә нисектер, әммә мин төнгө юлда йөрөргә яратам. Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районындағы Яңы Сембер ауылына ла килеп еттек. Сәфәребеҙ оҙон булһа ла, юлды имен-аман үтеүебеҙгә ҡыуандым. Ҡапҡа янында геройым ҡаршы алды.
– Әликбаев Рим Ғүмәр улы, – тип таныштырҙы үҙен. Алсаҡ, спорт менән дуҫлығы әллә ҡайҙан күренеп тора, йүгереп кенә йөрөй.
– Рим Ғүмәр улы, етенсе тиҫтәне ҡыуһағыҙ ҙа, теремек, шат, көләсһегеҙ, ғаиләлә кемгә оҡшағанһығыҙ?
– Минең атай ҙа, әсәй ҙә шундай ябай, ихлас. Килгән кешеләрҙе, кем булыуына ҡарамаҫтан, күңелдәре булғансы ҡунаҡ итәләр. Шулай ҙа үҙемдә атайымдың холоҡ һыҙаттары күберәктер, тим. Башлаған эште аҙағынаса еткерергә өйрәтте ул, ә әсәйемдең сабырлығына хайран ҡалырлыҡ!
– Беҙ һеҙҙе балыҡсы ла, һунарсы ла тип беләбеҙ. Шулай ҙа, ҡайһы шөғөлөгөҙгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Әллә икеһе лә берҙәй яҡынмы?
– Ике шөғөлөмдө лә берҙәй яратам, тип әйтһәм, дөрөҫөрәк булыр. Балыҡҡа мин бала саҡтан йөрөйөм, бәлки, шуғалыр ҙа хәтирәләрем күберәк. Һунарсы булыу теләге егет ҡорона ингәс кенә барлыҡҡа килде. Олоғайған һайын тормош ҡиммәттәре лә үҙгәрә бит инде. Элекке кеүек бар ергә лә “һә” тигәнсе барып етеп булмай, әммә спорт менән дуҫ булғас, һаман тәбиғәт ҡосағына тартылам. Ҡыш саңғыны ташламайым, һалҡындар мине ҡурҡытмай.
– Бәләкәйҙән балыҡ тоторға әүәҫмен, тигәйнегеҙ. Кемгә эйәреп йөрөй башланығыҙ балыҡҡа?
– Тыуған ауылым – Оло Сурай. Атайым Ғүмәр Ҡотлогилде улы оҫта балыҡсы булды. Эй, күп ҡаптыра торғайны балыҡты. Эре-эре оптолар, суртан, алабуға алып ҡайта ине. Бурышты ҡармаҡҡа биҙрәләп тота ла, тоҡлап киптерә ине. Шул мәлдән алып мин дә Һаҡмарға ғашиҡ булдым. Беҙҙең яҡта быуа-күлдәр ҙә бар, шуларҙың иң ҙуры – Ерекле һыу һаҡлағысы. Унда ниндәй генә балыҡ юҡ. Һыуының таҙалығын әйтеп аңлатырлыҡ түгел, тап-таҙа. Үҙем һаҙан, суртан, опто тотам, әммә бәләкәй саҡтағы ҡомтой һәм сабаҡтарҙың тәме һаман тел осонда һаҡланған кеүек.
– Бөтә ғәм фидерға күсеп ятҡан мәлдә, һеҙ классик тотоу өлгөләренән баш тартмағанһығыҙ. Машинағыҙҙа бер нисә ҡалҡыуыслы ҡармаҡ йөрөтәһегеҙ. Был нимәгә бәйле: яңылыҡты өнәп бөтмәүгәме?
– Ниндәй генә ысулдар уйлап табылмаһын, улар ҡалҡыуыслы ҡармаҡ менән тотҡандағы ләззәтте бирә алмай. Фидер ул яңы ысул түгел, мәҫәлән, беҙҙең ата-бабалар, шул алым ише, таш бәйләп ырғытып, балыҡ тотҡан. Ҡулға ҡармаҡ сыбығын тотоп тороу күңелгә кинәнес бирә. Һаҙанды ла ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тотам.
Элегерәк алтын төҫөндәге табандар күп ине, һуңғы йылдарҙа бөтә башланы, сөнки балыҡ үрсетеү хәҙер юҡ кимәлдә. Һаҡмар тәрән һәм балыҡлы йылға ине, хәҙер ҡайһы бер ерҙәрендә ҡатаға ла һыу инмәй.
– Ғөмүмән, ниндәй емгә тоторға тырышаһың?
– Иң тәү сиратта селәүгә һәм төрлө ҡарышлауыҡтарға инде, ә атайым йыл әйләнәһенә тик селәүгә тотто, табышһыҙ ҡайтҡанын хәтерләмәйем. Һаҙанға кукуруз, бүрттерелгән бойҙай ҡулланам. Йылтырма менән сыҡҡанда, миҙгеленә ҡарап, төрлө алдатҡыс емдәр ҡуям.
– Балыҡтар тураһында халыҡ араһында имеш-мимеш, ырым күп. Мәҫәлән, тотҡан балыҡты һанарға ярамай, һанаһаң, насар эләгә һ.б. Ошондай һынамыштарға ышанаһыңмы?
– Эй, балыҡсыларҙың ниндәй генә ғәҙәте юҡ, һанап бөткөһөҙ. Үҙемә ҡалһа, ышанмайым тиерлек, тик машинаға ултырғас, буш биҙрә менән юлды ҡыйып үтһәләр, өнәп бөтмәйем. Ҡармаҡ сыбығын үҙем көнөнә әллә нисә тапҡыр аша атлап үтәм, барыбер эләгә балыҡ. Моғайын, был үҙеңә ниндәйҙер кәртә ҡуйыуҙыр ул.
– Һаҡмарҙың ҡушылдыҡтары ла күп бит, һеҙгә ҡайһыһы яҡыныраҡ?
– Беҙҙең ауыл янында Һаҡмарға Ямаш тигән бәләкәй йылға ҡоя. Атайым шунда бәрҙеләр тотто (ул ваҡытта был балыҡ “Ҡыҙыл китап”ҡа инмәгәйне). Беҙҙе лә өйрәтте, мәскәүләп суртандар тотто. Яҙғыһын Һаҡмарҙан Ямашҡа эре балыҡтар ыуылдырыҡ сәсергә күтәрелә ине. Атай ошо мәлдә балыҡ тоторға рөхсәт итмәне, ҙурайһындар, ти торғайны.
– Иң ҙур балығыңды хәтерләйһеңме?
– Эйе, һаҙан ине ул. Ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа эләкте, бер нисә селәү ҡаптырып ҡуйғайным. Беренсе боҙҙа балыҡ һәйбәт ҡаба бит, алабуға, сабаҡ, опто, хатта табан да килеп сыға. Ваҡ балыҡҡа суртан тотоу ҙа күңелле, тик бер талапты иҫтән сығарырға ярамай: боҙ ҡалынмайынса йөрөмәгеҙ. Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса уҡытҡас, кешенең ғүмеренең ни тиклем ҡиммәт булыуын яҡшы аңлайым. Дәрес ваҡытында балаларға ла ошо хаҡта йыш әйтәм.
– Рим Ғүмәр улы, балыҡты нисек ашарға яратаһығыҙ?
– Шәхсән үҙем ҡурылғанын яратам, һурпаны ла үҙ итәм. Балаларым да балыҡсы, улар кәтлитен дә яратып әҙерләй. Тимур улым – газ буйынса инженер, йылтырма менән оҫта эш итә, икенсе улым Артур – физкультура уҡытыусыһы – эре, йыртҡыс балыҡтарҙы тоторға ярата. Тимур, һыу аҫтына сумып, мылтыҡ менән балыҡтарға һунар итә. Үҙем белеп етмәгәнде уларҙан һорарға тырышам.
– Әйткәндәй, һеҙ һунарсы ла бит! Нимәләргә һунар итәһегеҙ? Нисек һунар серенә төшөнөп киттегеҙ?
– Балыҡсылыҡтан айырмалы рәүештә, һунарға йөрөү – үҙ-үҙеңә һынау тотоу, тигән һүҙ, сөнки ҡара таңдан сығып китәһең дә төнгә генә, телеңде арҡыры тешләп, ҡайтып инәһең. Арттырып ебәрҙем шикелле. Бер нәмә алмаһаң да, шундай көр күңел менән ғаиләң янына ҡайтаһың. Мин өйрәккә, ҡаҙға һунар итергә яратам. Һуңғы йылдарҙа ҡуян алғылайым, әммә бик һирәгәйҙе. Ҡыр өйрәктәрен лицензияға ярашлы ғына атып алам. Эре йәнлектәргә һунарға сыҡһам, һоҡланып ҡарап торам да ҡайтып китәм, ни өсөндөр ата алмайым. Йәлләү тойғоһо көслө, бәлки, ғаиләләрен юҡҡа сығарғым килмәйҙер, күңелем шулай ҡуша.
– Әлбиттә, был фекереңде хуплайым. Рим Ғүмәр улы, үҙегеҙ менән булған берәй ҡыҙыҡлы хәлде һөйләгеҙ әле.
– Беҙҙең ауыл янында Шайтантау бар. Ҡустым менән шунда ҡуянға һунарға сығып киттек. Яһауҙар ҙа бәләкәй йәнлек алырлыҡ итеп эшләнгән. Бер заман айыу килеп сыҡты. Ҡустым, уны күреү менән, ҡасып китте, мин ни эшләргә белмәй тороп ҡалдым. Ҡурҡытайым быны тип, прикладын эсемә терәп атҡайным, эскә “типте” был приклад. Ауыртыуҙан ҡолап киттем, торһам, ҡусты ла юҡ, айыу ҙа юҡ. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ҡустым ҡурҡып килеп етте. Эй, икәүләп ултырып рәхәтләнеп көлдөк инде, ҡуян яһауы менән айыуға атҡас ни!
Балыҡҡа килгәндә инде, хәлем бар икән, нисек булһа ла йөрөргә тырышам. Тәмләткестәр һалып, тоҙлап та ҡуям. Телеңде йоторлоҡ!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Әсләм Камалов