Уйлап ҡараһаң, балыҡ тотоуҙың борон-борондан йәшәп килгән ҡағиҙәһе юҡ һымаҡ. Тәү тапҡыр юлың уңмаһа, күңелде һүрелтергә ярамай. Был уңышһыҙлыҡ ни бары балыҡты тейешле ваҡытта һәм уңайлы урында ҡаптыра алмауҙан килеп сыға. Ҡыш балыҡсыға иң уңайлы мәл – 8-10 градус һалҡын торған көн. Елдең көнбайыштан иҫкәне уңыш килтерер. Баҫымдың түбән төшөүе – балыҡ тотоуға яҡшы ишара.
Ҡышҡы ҡармаҡты эшләгәндә, епкә биш-алты ырғаҡ тағаһың да, емләп, боҙ аҫтына төшөрәһең, тик ялтырауыҡтар (мормышкалар) төрлө төҫтә булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Мормышкаларҙың ике йәки өс асалыһын һайларға кәрәк. Нилектән күп ырғаҡтар ҡуябыҙ? Сөнки бөтә балыҡ та төптә йөрөмәй, төрлө тәрәнлектә ем эҙләй. Гирляндаға балыҡтарҙың бөтә төрҙәре тиерлек эләгә, хатта “йоҡлаған” табан да. Был ысул көслө ағымлы йылғаларҙа ла отошло, сабаҡ, опто, ажау эләгеүе мөмкин.
Гирляндаға өҫтәп, батырғыстар ҙа ҡуйырға була, был алым да ағым йылғаларға ҡулайлы. Сабаҡ, опто, ажау өсөн ҡыҙыл ҡорт, ағас ҡорто, селәүсен яҡшы, сатлама һыуыҡтар мәлендә шамбы ла эләгә.
Был ысулдың кире яғы ла бар. Балыҡты сығарған мәлдә буш ырғаҡтар мәкенең ситенә йәки һыу төбөндәге сытырға эләгеүе бар. Гирлянданы күл-быуаларҙа ҡулланыу уңайлыраҡ. Әгәр бәләкәйерәк сабаҡ эләкһә, йыртҡыс балыҡтар һағалап торасаҡ, шуның өсөн ҡармаҡ ебегеҙ 0,18-0,20 мм булһа, яҡшыраҡ.
Был осорҙа күп балыҡтарҙың хәле йәйге һымаҡ түгел. Гирлянданың һәр мормышкаһы төрлө төҫтә булһа, юлығыҙ нығыраҡ уңыр. Тағы ла был ысул балыҡсынан оҫталыҡ, таһыллыҡ, йыйнаҡлыҡ талап итә, ашыҡ-бошоҡ ташлап ҡына, балыҡ тотормон, тимә. Бөтә ырғаҡтар һыу төбөнә төшөп ятҡас, яйлап ҡына тирбәтә башлайһың.
Ҡармаҡлап бөткәс, йомшаҡ тышлы кәтүккә урап ҡуйырға кәңәш ителә, һәр бер ырғаҡты эләктереп ҡуйырға кәрәк. Үҙемә ҡалһа, ҡыш көнө ҡармаҡлағанда иң отошло ысул ошолор тип һанайым.
Әсләм Камалов