Бөгөнгө һүҙем – атмосфера баҫымы тураһында. Ни өсөн бер көн балыҡ һәйбәт эләккән урындан иртәгәһенә табышһыҙ ҡайтаһың? Ошо һорауға яуап биреп ҡарайыҡ. Тәбиғәт күренештәре араһында балыҡҡа иң ныҡ тәьҫир иткәне – атмосфера баҫымы. Бигерәк тә был ҡышҡыһын көнүҙәк.
Баҫымдың өс төрөнә иғтибар итәйек:
1) түбән баҫым;
2) үҙгәрешһеҙ (бер нисә көн үҙгәрмәгән) баҫым;
3) юғары баҫым.
Баҫым түбән булғанда, ел ҡайһы яҡтан иҫеүгә ҡарамаҫтан, балыҡтың ҡабыуы ҡырҡа әүҙемләшә. Себерҙән иҫкән ел генә әҙерәк үҙгәрештәр индереүе ихтимал. Тәүҙә бөтә балыҡтар ҙа туйып ҡалырға тырыша, ә өсөнсө тәүлеккә, ашҡаҙанын тултырып, ашауҙан туҡтай.
Баҫым үҙгәрешһеҙ ваҡытта балыҡ насар ҡаба. Йыртҡыс балыҡтар ҙа селбәрәләргә ташланып бармай. Ваҡ балыҡтар иһә, шунан файҙаланып, туйынып ҡалырға тырыша, шуға күрә ошо мәлдә бәләкәй балыҡтар күп эләгеүсән. Баҫым юғары булғанда иң тәжрибәле балыҡсы ла буш ҡайтыуы ихтимал, сөнки байтаҡ балыҡ “йоҡоға тала”. Боҙ аҫтында ярым ҡараңғылыҡ хөкөм һөрә, һауа етешмәй башлай.
Күҙәтеүҙәр шуны күрһәтә: ниндәйҙер практик саралар күрмәйенсә, киләсәктә балыҡһыҙ ултырыуыбыҙ ҙа бар. Беренсенән, бөтә ерҙә лә мәкеләр уйылмай, балыҡ юҡ, тип әйтеүҙән үтә алмайбыҙ. Икенсенән, йылғаларҙа көҙгөһөн ҡышлауға йыйылған балыҡтарҙы вәхшиҙәрсә ау менән тотабыҙ, хатта ҡайһы бер браконьерҙар һатып, байлыҡ туплауҙан да тартынмай.
Әсләм Камалов