Ағалы-ҡустылы Дмитрий һәм Владимир Щербаковтар, сығыштары менән Белоруссия еренән булһа ла, бөтә Рәсәй балыҡсыларына ғәмәли кәңәштәр биреп тора. Социаль селтәрҙәр аша миллионлаған балыҡсы улар менән бәйләнеш тота. Бөгөн уларҙың бер нисә кәңәшен һеҙҙең иғтибарға еткерәбеҙ.
1. Ҡыш ниндәй ҡармаҡ менән балыҡ тоторға?
– Боронғо замандарҙа бөтә ҡорал да ағастан эшләнгән, ҡармаҡ сыбығы ла нәҙек ағастан булған. Хәҙер донъялар үҙгәрҙе. Шулай ҙа кәңәшебеҙ: иң нығы – титан сыбыҡтар һәм дюралимин. Улар еңел дә, ныҡ та.
2. Кәтүкле ҡармаҡ һәйбәтме, әллә ебе сыбыҡҡа уралғанымы?
– Эре балыҡтар өсөн кәтүклеһе, ә сабаҡ, күстерә, ҡомтой, ҡыҙылгүҙ өсөн кәтүкһеҙ уңайлы.
3. Кәтүккә күпме еп урарға кәрәк?
– Һыуҙың тәрәнлегенә ҡарап, шунан ике тапҡыр артыҡ кәрәк, сөнки һеҙҙең ебегеҙ өҙөлөүе ихтимал. Төйөндәр булырға тейеш түгел.
4. Ҡыш ниндәй йылтырма ҡулланырға?
– Балансирға (көйәнтәле йылтырма) һыла, суртан, алабуға яҡшы эләгә.
5. Аяғөҫтө тороп тотҡанда ҡармаҡ сыбығының оҙонлоғо күпме булырға тейеш?
– Әгәр баҫып тотһағыҙ, сыбыҡ оҙонлоғо 50-70 сантиметр, ултырып тотһағыҙ, 25-30 сантиметр йәки унан да ҡыҫҡа булыуы мөмкин.
6. Ҡайһы бер ҡармаҡтарҙың кәтүге ситтә урынлашҡан, ҡулға ҡамасау түгелме?
– Юҡ, киреһенсә, ҡармаҡ һеҙҙең ҡулдан һыпырылып төшмәйәсәк, тотоп тороуға ла уңайлы.
7. Сыбыҡҡа ниндәй йылтырма яҡшы?
– Күлдәрҙә лә, йылғаларҙа ла бер ырғаҡлы аҡ төҫтәге йылтырма яҡшы. Йылғала яһалма резинка селәүсен файҙаланһаң, отошлораҡ. Йылтырмағыҙ ябай булһын.
8. Нисә мәке уйыу кәңәш ителә?
– Моғайын, сиге юҡтыр, әммә бер тирәлә ике-өс мәке яҡшыраҡ булыр. Тәүгеһен уйғас та, емләп ҡуйырға кәрәк. Хәҙер күптәр һыу аҫты камераһын ҡуллана, шунан ғына емләй, балыҡһыҙ мәкене емләп ваҡыт үткәрмәгеҙ.
Әсләм Камалов