Бөтә яңылыҡтар

“Тәбиғәт балаһы булып ҡалабыҙ”

Хәсән Усмановтың хыялы ла бар.

Башҡорт эстрадаһының билдәле йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәсән Усманов Әбйәлил районының үҙәге Асҡар ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Өфө янындағы Хыял ҡасабаһында йәшәй. Асҡарҙағы 1-се мәктәптә уҡый, бер үк ваҡытта урындағы сәнғәт мәктәбендәге торба класында шөғөлләнә. Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә, 2000–2006 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында уҡый. Уҡыу менән бер рәттән гастролдәргә лә йөрөй, һуңынан “Хәсән” студияһы аса, “Мираҫ” ансамбле солисы була. Ул – башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле тауышы менән халыҡ күңеленә еткергән йырсы. Ошо йылдарҙа төрлө халыҡ-ара конкурстар лауреаты була. Бөгөн Хәсән Хажиәхмәт улының тағы бер яратҡан шөғөлөн асып һалырға ниәтебеҙ бар. Шуға бәйле бер нисә һорау бирҙек. 

 

 – Хәсән Хажиәхмәт улы, тәбиғәтте мөкиббән китеп яратыуығыҙ тураһында күптән түгел генә ишеттем. Һеҙ һыу буйҙарына сыҡҡанда балыҡ тоторға ла өлгөрәһегеҙ икән. Был шөғөлдө бала саҡтан үҙ иттегеҙме?

– Балыҡ тотоуға әүәҫлек биш-алты йәштәрҙә башланғандыр. Атайым Әбйәлил районының Рысҡужа ауылынан. Йәйге каникулға сығыу менән өләсәйҙәргә бара торғайным, сөнки Асҡарҙа йылға юҡ, ә Рысҡужала Ҡыҙыл аға. Элек ул мул һыулы, урыны менән тәрән сөмбәйҙәре бар ине. Ә беҙгә нимә инде, яулыҡмы, тәҙрә селтәреме тотабыҙ ҙа ҡомтой, сабаҡ һөҙәбеҙ. Бер малай ҙа, ҡыҙ ҙа өйөндә ултырманы, ауырып та ятманыҡ.

Бына ошо осорҙан балыҡсы тормошом башланды ла инде. Малай саҡта иртәнән ҡара кискә хәтлем тышта уйнаныҡ, көнө буйы һыу буйында булдыҡ. Шуларҙы иҫләһәм, тән сымырҙап китә, алай ҙа беҙҙең менән бер хәл дә булмаған. Ололар көнө буйы эштә бит инде. Асҡар янында бер бәләкәй генә быуа бар, унда ла шул ике-өс ҡомтой йәки сабаҡ тотҡан булабыҙ. Алып ҡайтҡансы улар йә үлә, йә боҙола, тауыҡтарҙы һыйлай торғайныҡ.

Ҡыш көнө ҡулдағы бейәләй боҙланып ҡатҡансы урамда йөрөйбөҙ. Беҙҙе кем шулай йөрөргә ҡушҡандыр инде (көлә – автор). Уйлап ҡараһаң, шулай һаулыҡты нығытҡанбыҙ икән, ә хәҙерге ата-әсә балаһы биш минутҡа ситкә китһә лә, шылтыратып эҙләй башлай.

Әҙерәк үҫә төшкәс, тал сыбығынан ҡыуал эшләп, ҡалҡыуыслы ҡармаҡ менән балыҡ тота башланыҡ. VII класта уҡығанда Магнитогорск ҡалаһына барып, аквариум алып ҡайттым һәм байтаҡ йылдар өйҙә балыҡ үрсетеү менән шөғөлләндем. Һуңынан Дәүләт ауылы янындағы Сыбаркүлгә йөрөнөк, велосипедҡа атланып алабыҙ ҙа көнө буйы балыҡ тотабыҙ.

 

– Белеүебеҙсә, тормош иптәшегеҙ Зилә Рәхимйән ҡыҙы хозур Бөрйән районынан. Ҡайны-ҡәйнәгеҙҙә йыш булаһығыҙмы?

– Эйе, ваҡыт табып, ҡайнымдарға ҡайтырға тырышабыҙ, сөнки Бөрйәндең хозур тәбиғәте һәр саҡ үҙенә тарта. Ҡайным Рәхимйән Ҡолдәүләтов – оҫта балыҡсы, беҙ уның менән һәр ваҡыт һыу буйында. Ул балыҡты тотоп ҡына ҡалмай, оҫта итеп бешерә лә, ҡура ла белә. Элегерәк сыраҡҡа ла сыға торғайныҡ, бәрҙе лә тоттоҡ, тик ул хәҙер Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.

 

– Балыҡҡа йөрөгәндә берәй мәрәкә хәлгә осраманығыҙмы?

– Эй, улар күп инде ул, шулай ҙа береһен һөйләйем әле. Ҡайным менән фонарь алдыҡ та йәйен тоторға сығып киттек. Кистән алып иртәнге 6-ға тиклем йәйен ҡарауылланыҡ, әммә тота алмай буш ҡайттыҡ. Шулай ҙа был һунар миңә ныҡ оҡшаны, арыһаҡ та, күңел булды.

 

– Ғаиләгеҙ балыҡ ашарға яратамы?

– Беҙ бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ, бигерәк тә мин (көлә – автор). Үҙемдең яратҡан рецепт та бар. Балыҡты матур итеп таҙартҡас, картуф, тәмләткестәр, һуған, борос, кишер ҡушып, мейескә ултыртам. Үҫемлек майы менән бигерәк тәмле була инде. Балаларым менән Өршәк йылғаһына йөрөйбөҙ. Барыбер ауыл, тәбиғәт балаһы булып ҡалабыҙ инде. Улым Урал да балыҡ тоторға ынтыла, ҡыҙым Шәүрә (Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡый) матур йырлай, бейей. Ҡырға сыҡҡанда барыһы ла янымда булһа, ҡыуаныстың иге-сиге юҡ. Бына ҡайҙа ул бәхет!

 

– Ниндәй емгә тоторға яратаһығыҙ?

– Мин селәүсенгә, ағас ҡортона, өшәгә тотам. Алла бойорһа, берәй саҡ профессиональ балыҡсы булып китермен әле тигән уйҙамын. Ҡайһы бер дуҫтарым, туғандарым әллә ҡайҙарға барып тоталар, Ҡаҙағстан, Әстрхан яҡтарына барып сығалар.

 

– Әлеге ваҡытта ниндәй хыялдар менән йәшәйһегеҙ? Беләбеҙ, гастролдәр ҙә күп ваҡытты алалыр инде.

– Әлегә мин һәүәҫкәр балыҡсы ғына, әммә хыялым ҙур. Ҡала ситендә йәшәгәс, урам иркен, күп нәмә эшләргә була. Минең хыял – балыҡ һәм ҡош-ҡорт итен ыҫлай торған йәтеш кенә цех эшләү. Һәр бер процесын уйлап, урын-еренә еткереп башҡарғым килә. Туғандар, дуҫтар мөрәжәғәтен дә ҡабул итер инем. Балыҡтың ыҫланғанын бигерәк яратам.

 

– Тәбиғәттә булғанығыҙҙа күңелде өйкәгән уйҙар буламы? Уның торошо борсолдорамы?

– Иң борсоғанынан башлайым әле. Һыуҙарыбыҙ ныҡ бысрана, ошоно күрә тороп та, вайымһыҙ кешеләрҙең булыуы ҡот осҡос. Мәҫәлән, йылғаның эсендә машина йыуалар. Ау менән балығын ҡороталар. Штраф һалып торалар, әммә аңламайҙар. Беҙҙә шулай өйрәнгәндәр: бөтә сүп-сарҙы мотлаҡ һыу буйына, ағас араһына ташлайҙар. Әлбиттә, төрлө саралар, экологик өмәләр үткәреп торалар, тик был ғына етмәй шул. Беҙгә тәбиғәткә ҡа­рашыбыҙҙы тамырынан үҙгәртергә кәрәк.

 

– Хәсән Хажиәхмәт улы, йөк­мәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар ғына юлдаш булһын!

Әсләм Камалов

Читайте нас: