Һыла (судак) менән берш (алабалыҡ) – алабуғалар ғаиләһенә ҡараған сәнскеле балыҡтар. Уларға тағы алабуғаның үҙен һәм шырт балыҡты (ёрш) индерергә була. Был балыҡтар сөсө һыуҙы ярата. Һыла менән алабалыҡты күптәр бутай, әммә улар төҫтәре менән оҡшаһа ла, айырмалары байтаҡ.
Һыла – алабуғалар ғаиләһендә иң эре балыҡ. Оҙон ғына тештәре бар. Кәүҙәһе оҙонса, мороно ослайып бөтә. Бик көслө балыҡ, ҡойроҡ йөҙгөстәре ҙур. Ҡабырғаларында ҡара һыҙыҡтар бар. Ҡорһағы аҡ төҫтә, шуға ла ул оҫта итеп йәшенә белә. Алғы оҙон тештәренән башҡа ваҡтары ла күп. Суртан һымаҡ ҡармаҡ ебен өҙә тешләй алмай, сөнки оҙон тештәре һирәк урынлашҡан, әммә уның арҡаһында үткер, сәнскеле йөҙгөс урынлашҡан.
Һыла промысла балығы һанала, ите ҡиммәт, тәмле. Был балыҡтың оҙонлоғо 1,5 метрға етеүе мөмкин, ә ауырлығы 20 килограмдан ашыуҙары осрай. Таҙа һыуҙы ярата, ағас араларында, яр буйҙарында һунар итә. Һыланы асыҡ һыуҙа ла, ҡышҡыһын боҙ аҫтынан да тоторға мөмкин. Себер тарафтарында осратып булмай, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә киң таралған.
Һыланың ҙурҙарын йылтырмаға тоторға мөмкин, ҡыш көнө балансирға һәйбәт эләгә. Селәүгә әллә ни тотолмай, сиңерткәнең ҡарышлауығын ярата. Мәҫәлән, Ағиҙелдә йә йылтырмаға, йә ваҡ балыҡҡа тоторға мөмкин. Ите тәмле, ҡурып ашарға һәйбәт.
Алабалыҡ (берш)
Алабуғалар ғаиләһенә ҡараған тағы бер балыҡ төрө. Һылаға бик оҡшаған, шуға күрә уларҙы балыҡсылар йыш бутай. Һылаға ҡарағанда бәләкәйерәк, иң ҙурҙары 1,5 килограмм тарта, оҙонлоғо ярты метрҙан ашмай. Төҫө буйынса һыла менән оҡшаш, тик алабалыҡ аҡһылыраҡ була. Мороно тупаҫ, эре тештәре юҡ, күҙҙәре лә һыланыҡына оҡшамаған, ҙур, сығып торалар. Йөҙгөстәре һыланыҡына ҡарағанда эрерәк, тәңкәләре лә ҙур. Ағын һыуҙы ярата, күлдә осрамай тиерлек. Һирәк булһа ла, бер һыу ятҡылығында ике балыҡты ла осратырға мөмкин. Алабалыҡ бәләкәй селбәрәләр менән туҡлана, бигерәк тә ҡомтойҙо ярата, эре балыҡтарҙы йота алмай. Балыҡ дүрт йәшлек сағында ғына ыуылдырыҡ сәсә башлай. Ала балыҡ 300 мең ыуылдырыҡ һала, әммә шуның бер проценты ғына үҫеп китә. Ул һыланан айырмалы рәүештә тәүлек әйләнәһенә туҡлана. Ата алабалыҡ ояһын ихлас һаҡлай.
Алабалыҡты ҡыш күпләп эләктерергә мөмкин, күбеһенсә ҡыҙыл ҡарышлауыҡҡа, “мормышка”ға тоторға була. Ҡайҙа алабуға йөрөй, ул да шул өйөрҙә була. Ҡышын тәрән ерҙән эҙләргә кәрәк.
Алабуға (окунь)
Яҙ көнө балыҡ тотҡанда алабуға менән юрыш күберәк тотолһа, бойҙай, арпа, арыш уңыр, ти халҡыбыҙ һынамышы.
Матур, арҡаһында сәнскеле йөҙгөсө, ҡара арҡыры һыҙаттары булған ҡыҙыл ҡанатлы балыҡ һәр һыу ятҡылығында тиерлек осрай. Ул йыл әйләнәһенә тиерлек ҡаба, талғын ағымлы, һирәк һыу аҫты үҫемлектәре үҫкән уртаса тәрәнлектә, ҡамыш үҫкән һыу ситендәге соҡорҙа, һыу аҫты таштары тирәһендә, бүтән ышыҡ урында осратырға мөмкин.
Ҡаптырыуға иң һәйбәт сәғәттәр – иртә таңда һәм кискә табан. Йонсоу көндә был балыҡ көн буйы сиртә. Иң яратҡан аҙығы – селәүсен, ҡыҙыл ҡорт, энәғараҡ ҡарышлауығы. Эре алабуғалар селбәрәләрҙе ихлас эләктереп ала. Ауырлығы ике-өс килограмға етә. Һыу алты-ете градусҡа тиклем йылынһа, ыуылдырыҡ сәсә башлай. Ыуылдырыҡ ашауҙан да тартынмай, шуға ла ул “ҡомһоҙ” ҡушаматы алған.
Юрыш (ершь) йәки шырт балыҡ
Был лайлалы балыҡты кем генә белмәй икән?! Бөтә һыуҙарҙа ла осрай тиһәм, хата булмаҫ. Әллә ни ҙур булмаған балыҡ (100 грамм тирәһе) һурпа бешергәндә иң татлы тәм бирә. Ҡылсыҡлы, алабуғаға оҡшаған балыҡ, йәшкелт-һоро төҫтә. Төрлө ерҙә төрлө исем менән йөрөй. Төбө мәтеле урындарҙа йәшәй. Селәүсенгә, ҡыҙыл ҡортҡа ихлас ҡаба, башҡа балыҡтарҙың ыуылдырығын ашауҙан да тартынмай. Апрель аҙағында һәм май башында бүлеп-бүлеп ыуылдырыҡ сәсә. Юрыш, сәнскеләрен тырпайтып, дошмандарын ҡурҡыта һәм шулай уларҙан һаҡлана.
Ите тәмле, тоҙлап киптерергә лә мөмкин. Шырт балыҡ – Башҡортостандың күп кенә һыу ятҡылыҡтарында суртан һәм алабуғаның төп аҙығы. Мәҫәлән, Аҡкүлдә һыла ҡаптырыу өсөн шырт балыҡ яҡшы ем һанала.
Ҡырмыҫҡалылар уны эт балығы тип әйтә, ә Ҡариҙел буйҙарында Этюрыш тип атайҙар. Беҙҙең һыуҙарҙа юрыш – сабаҡ, алабуға, суртан менән бер рәттән иң киң таралған, һәр кемгә билдәле балыҡтарҙың береһе. Йылғаларҙа ла, күлдәрҙә лә осратырға мөмкин.
Әсләм Камалов