Май айында, балыҡсыларҙы ҡыуандырып, балыҡтарҙың сиртеүе көсәйә төшә. Яҙ килеүен көтөп алған балыҡтар, ҡышлауынан сығып, тамаҡ эҙләй башлай. Ҡайһы берҙәре туплауға берләшә, ыуылдырыҡ сәсеү өсөн яйлы урын эҙләй. Шуның өсөн балыҡсыларға беренсе кәңәш: балыҡты тәрәндән эҙләмәгеҙ.
Майҙа балыҡтарҙың байтағы ыуылдырыҡ сәсеүҙән туҡтай. Ажау, сабаҡ, ҡорман, опто һәм табан һуңғараҡ ҡала, ә бына һаҙан, ҡыҙылғанат, карп, күстерә һәм һыла тик әҙерләнә генә башлай. Йәйен май аҙағында ғына ыуылдырыҡ сәсәләр. Һәр балыҡсы белә инде: был осорҙа балыҡ ҡапмай, тик сабаҡ, ҡомтой, ажау ғына ашауҙан туҡтамай. Айҙың икенсе ун көнлөгөндә йылғаларҙа ағарсаҡ, һыла, сабаҡ, бурыш ыуылдырыҡ сәсә. Бынан һуң балыҡ ауырый, ике-дүрт аҙнанан һуң ғына ҡаба башлай. Ҡояшта йылынып хәл алғандан һуң, балыҡтар йылдағы төбәктәренә ынтыла. Тәжрибәле балыҡсылар уларҙың ҡайһы ергә ашарға килеүен тиҙ генә төҫмөрләй.
Бер ай тирәһе ашап, туйынып алғас, сиртеү тағы һүлпәнәйә. Бының беренсе сәбәбе – туйыу, икенсеһе – ағастарҙан мамыҡ оса башлай, унан һуң балыҡтар тағы ауырый, эсәктәренә мамыҡ ҡата. Артабан ҡара көҙгә хәтлем бөтә балыҡтарҙы ла тоторға була. Һыу тартыла башлағас, ҡалҡыуыслы ҡармаҡ менән быуа-күлдәрҙә, йылғаларҙың тыныс урындарында тоторға мөмкин. Фидер менән тотҡан балыҡсыларҙың алтын мәлдәре етә: эре-эре балыҡтар ҡаба башлай.
Ниндәй емгә тоторға мөмкин? Ғәҙәттәгесә, ямғыр йәки тиреҫ селәүсенен йыйып ҡуйырға кәрәк. Энәғараҡ ҡарышлауығына сабаҡ, алабуға, опто, ажау, ҡара балыҡ, ҡыҙылғанат һәм табан эләгә. Селәүсенде уҡмаштырып ҡуйһаң, йәйен ҡабасаҡ. Селәүсенгә һәм ҡыҙыл ҡортҡа бурыш яҡшы эләгеүсән. Ярҙан алыҫ булмаған ерҙә суртан, алабуға һәйбәт тотола. Селбәрәгә алабуға шәп ҡаба. Күлдәрҙә табан балығын ихлас тоторға мөмкин. Майҙың икенсе яртыһында табан яҡшы эләгәсәк, сөнки йоҡоһонан уянып, ашарға эҙләй. Иң яҡшы ысул – ҡышҡы мормышкаға ҡыҙыл ҡорт йәки селәүсен эләктереп тотоу. Һыу йылыныу менән ҡорман балығы өҫкә сыға. Ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа ла, фидерға ла, берҙәй яҡшы ҡаба. Ҡыҙыл ҡортҡа, селәүсенгә, төрлө ҡарышлауыҡтарға эләгеүсән. Ә бына оптоноң ошо мәлдә эреләрен ҡаптыра алаһығыҙ. Тәжрибәле балыҡсылар уны йылғалағы тымыҡ ҡултыҡтарҙа ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тота. Оптоно һыу буйында үҫкән ҡыуаҡлыҡтар аҫтынан тотоу отошло, сөнки улар шунда йыйылып, төрлө бөжәктәрҙе ашай.
Әсләм Камалов