Май башында йылғалар ярҙарына ныҡлап ҡайтты. Яҙғы буръяҡ һыу әкренләп тоноҡланды, уның өҫтөндәге ваҡ киҫәксәләр төпкә батты. Республика йылғаларында майҙың тәүге көндәренән үк балыҡтар ыуылдырыҡ сәсә башланы. Ғөмүмән, тәбиғәт йәмләнә. Бына ошо матур мәлдәрҙең береһендә йылға буйына сыҡтым, балыҡсылар ҙа күбәйгән. Уларҙың араһында күптәнге танышым, һәүетемсә оҫта балыҡсы һаналған Илдар Исмәғил улы МИҢЛЕҒӘЛИЕВ бар. Мин килгәндә ул ҡармаҡтарын йүнәтә ине. Һүҙгә һаран икәнен белһәм дә, бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итергә булдым.
– Илдар ҡустым, балыҡҡа күпме бергә йөрөйбөҙ, әммә һине һаман асып бөтә алмайым. Тыныс холоҡло, баҫалҡы ғынаһың, бер яҡтан “шәп” балыҡсыға ла тартмағанһың кеүек. Кемдән килә ошо холоҡ-фиғелең?
– Дөрөҫөн әйткәндә, Өфөлә йәшәһәм дә, Бәләбәй яҡтарынанмын. Беҙҙең төбәктә күлдәр, быуалар күп. Биш-алты йәштән балыҡҡа йөрөй башланым. Атайым Исмәғил, әсәйем Рәсимә балыҡ тоторға әүәҫлегемде һиҙептер: “Иптәштәрең менән бергә йөрө, яңғыҙ сығып китмә”, – тип киҫәтеп кенә тора ине. Уларҙың мине ҡурсалауы булған икән.
– Илдар Исмәғил улы, һеҙҙе кем балыҡ тоторға өйрәтте? Ғәмәлдә, малайҙар атайҙан үрнәк ала…
– Ауылдағы иптәштәремдән өйрәндем тиһәм, дөрөҫ булыр. Атайым балыҡсы түгел, ә бына дуҫтарым ысынлап та өйрәтте. Ҡармаҡ ебең булмаһа, табышып бирерҙәр, ырғағың булмаһа – берәйһе тиҙ генә фуражкаһынан ысҡындырып тоттора ине… Бына ошо дуҫтарым арҡаһында балыҡсылыҡты ташлай алманым инде. Бала саҡтан ҡалҡыуыслы ҡармаҡты үҙ иттем, ни өсөндөр күңелемә хуш килде ул, хатта төшөмдә лә ҡалҡыуыстың батып китеүен күрә инем. Үҫә төшкәс, Дәүләкән районындағы Рәеш быуаһына йөрөү ҡомарымды нығыраҡ арттырҙы (был һыу ятҡылығы беҙҙең район сигенә яҡын урынлашҡан). Быуаның таҙалығы, матурлығы хайран ҡалдыра. Ҙур-ҙур табан балыҡтарын эләктерә инем. Табанды ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа эләктереү – классик ысул. Шунан да матурыраҡ алым юҡ тип һанайым. Табан балығын ғына ярата икән, тип уйламағыҙ, ҡомтой (пескарь), сабаҡты ла теләп тотам. Минең өсөн ошолар – иң тәмле балыҡтар.
– Йылғала ла ҡаптыраһығыҙмы?
– Эй, ағай, мин бөтә ергә лә өлгөрәм ул (көлөмһөрәп ҡуйҙы – автор). Дәүләкән районындағы Дөндөк йылғаһынан башлап киткән шөғөлөм Ағиҙел, Ҡариҙел йылғаларына алып килде. Павловка һыуһаҡлағысына йыш йөрөйөм. Унда балыҡ күп төрлө. Миңә һыу буйында яңғыҙ ултырып, үҙ-үҙеңә бикләнеп, уйҙар йомғағын һүтеү оҡшай. Икенсенән, аҙ һүҙле тиһәләр ҙә, һыу буйына ҡармаҡ тотоп килгән кешеләрҙе яратам. Һәр кемдең үҙ яҙмышы, ауыр мәлдәрен дә, ҡыуаныслы ваҡиғаларҙы ла һөйләп алалар. Йылға ярында миңә йәше лә, ҡарты ла бер тигеҙ. Ҡармағың менән берәй хәл булһа, һәр береһе йүгереп килеп ярҙам итә. Үҙем дә кешене ярҙамһыҙ ҡалдырмайым.
– Ҡайһы миҙгелдә балыҡ ҡаптырырға яратаһың: ҡышынмы, йәйенме?
– Ике миҙгелдә лә балыҡҡа йөрөйөм. Ҡыш мәшәҡәтлерәк, әлбиттә, әммә ҡыҙығы шунда. Мөкиббән бирелеп, мәкенән күҙеңде алмай ултыраһың. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип, йәй ҙә, ҡыш та йылға-күл буйына ашығам.
– Ғаиләң ҙур ғына, “йөрөмә балыҡҡа” тип ризаһыҙлыҡ белдермәйҙәрме?
– Беҙҙә һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Ҡатыным Олеся Вячеславовна менән дүрт бала үҫтерәбеҙ, Максимға – 19, Юлианаға – 16, Глебҡа – 13, Никаға – 10 йәш.
– Тағы ниндәй балыҡ тотоу ысулдары ҡыҙыҡһындыра?
– Һуңғы ваҡытта инглиз фидерына өҫтөнлөк бирәм. Ем һалғысыңды тултырып алыҫҡа ырғытаһың да, көтөп тик ултыраһың. Хәрәкәт сикләнә бында. Мәҫәлән, һаҙанға барһаң, өс-дүрт сәғәт буйы бер балыҡ та сиртмәүе мөмкин. Сабыр итһәң, эләгә.
– Илдар Исмәғил улы, йылтырма менән һыу буйында йөрөйһөгөҙмө?
– Йылтырмалы ҡармаҡ менән сағыштырмаса һуңыраҡ йөрөй башланым. Әммә уңыштар булғылай, бигерәк тә йыртҡыс балыҡтар эләгә бит инде.
Волково ауылы янындағы быуала иң ҙур балығымды тотҡайным. Ул да булһа, сама менән биш-алты килограмлыҡ аҡ амур ине. Емһалғысҡа печенье онтағы тултырғайным. Ғәҙәттә, ҡармаҡҡа селәү, ҡамыр, икмәк ҡулланам. Ҡышын, ҡыҙыл ҡарышлауыҡтан тыш, өшә әүәләп алып барам, ҡорман, сабаҡ, күстерә тотам.
– Шулай ҙа күңелеңде ҡырған мәлдәр ҙә булғандыр балыҡ ҡармаҡлағанда?
– Эйе, бигерәк тә күл-быуаларҙа ау менән балыҡ тотоуҙары эсте бошора. Ҡануниәт, бер яҡтан ҡарағанда, ҡаты һымаҡ, әммә шул кешеләрҙең язаһыҙ ҡалыуы аптырата. Шул бер үк кешеләр, ау менән тотоп, һатыу итә. Шуларҙан “йылғала йәки күлдә балыҡ юҡ” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Үҙем балыҡ шәп эләккән осраҡта ла, артығын тотмайым. Алабуға күбәйҙе, ул башҡа балыҡтарҙың ыуылдырығын ашап бөтә. Шундай тәҡдимем бар: алабуғаға сикләү индермәҫкә кәрәк.
– Илдар Исмәғил улы, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, һаулыҡ теләйем. Әңгәмә өсөн рәхмәт!
Әсләм Камалов