Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
6 Август 2021, 13:55

Олена Уутай: “Фольклориада – ул тотош Йыһан!”

Яҡут хомусында уйнап, ярты донъяны таң ҡалдырған ханым “Башҡортостан”ға интервью бирҙе.

О. Подлужнаяның шәхси сәхифәһенән.
Фото:О. Подлужнаяның шәхси сәхифәһенән.

Күптән түгел тыуған республикабыҙҙа VI Бөтә донъя фольклориадаһы гөрләп уҙҙы. Бихисап халыҡтар мәҙәниәтен берләштергән был иҫтәлекле байрамға халыҡ ижады менән яратып шөғөлләнгән, этник мәҙәниәттең бар матурлығын кешелеккә еткереүгә, барыһына аңлайышлы итеүгә көс һалған ысын халыҡ таланттары ҡунаҡ булып килде, “Фольклориада йөрәге” типкән сәхнәнән сығыштары менән һоҡландырҙы.

Фестивалдең өсөнсө көнөндә Өфө амфитеатрында Олена Уутай (Подлужная) йондоҙо балҡыны. Был – артистың сәхнә исеме. Олена – яҡут хомусында виртуоздарса уйнап, ярты донъяны таң ҡалдырған ханым. “Уутай”ҙы, Олена үҙе әйткәнсә, “һыуҙан яралған сер” тип аңлатырға булыр ине.

Хомуста яңғыҙ уйнай башлап, бер сығышының видеоһы интернет киңлектәренә эләккәс, Олена ысын мәғәнәһендә билдәлегә әйләнә. Уның сығыштары яҙылған видеоларҙы донъяла миллионлаған кеше ҡарай, талантын ғәжәп итеп, концерттарын көтөп ала. Оленаның сығыштарында Тәбиғәт үҙе ауаз бирә, ҡабатланмаҫ матур көйҙәрҙә мәңгелектең үҙе сағыла.

Форсат табып, Олена менән бәйләнешкә сығып, һөйләшмәйенсә ҡалыу мөмкин түгел ине. Олена беҙҙең гәзиткә интервью бирергә ихлас шатланып риза булды.

– Олена, һеҙ Башҡортостанда беренсе тапҡырмы?

– Юҡ, Өфөгә инде өсөнсө тап­ҡыр килдем. Беренсеһендә – 2019 йылда, “Musafir” (“Мосафир”) фес­тивалендә ҡатнаштым. Унан һуң, 9 июндә, йәйге тур барышында филармонияла концертым булды. Фольклориада – өсөнсө сәйәхәтем. Быйыл көҙ, октябрь айында, баш ҡалағыҙға тағы бер киләм әле – 7-һендә филармонияның Ҙур залында тағы соло-концертым була.

– Рәхим итеп, үҙегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле.

– 35 йыл ғүмер эсендә һөйләр һабаҡтар, һис һүҙһеҙ, йыйылғандыр (көлә), хатта бер китапҡа һыймалы йәки фильм төшөрмәле. Әйткәндәй, документаль фильм төшөрөү хаҡында уйлай башланыҡ та инде.

Ҡыҫҡаса әйткәндә иһә, мин сихри Яҡутстанда тыуып үҫтем. Кесе генә йәштән үҙемә төньяҡтың бар тылсымын һеңдерҙем. Хәҙер бар тормошом – йырҙар һәм хомуста уйнау аша тыуған яғыма дан йырлау. Хомус миңә бар донъяны асты!

– Башҡортостанда үткән Фольклориада – тормошоғоҙҙа тәүгеһеме, әллә быға тиклем ҡатнашҡайнығыҙмы?

– Быға тиклем ҡатнашырға тура килмәне. Өфө миңә Фольклориаданы – был ғәжәйеп матур фестивалде – асты, тиергә мөмкин.

– Ошоға тиклем беҙҙең халыҡтың милли мәҙәниәте менән таныш инегеҙме?

– Эйе, республиканың мәҙәниәте, милли ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныш инем. Мин этник музыканы ныҡ яратам. Шуға ла башҡорт моңо күптән инде йөрәгемде яуланы!

– Республикала кемдәр менән аралашып өлгөрҙөгөҙ, милли мәҙәниәт вәкилдәре менән таныштығыҙмы?

– Өфөлә бик күп яҡшы кешеләр менән танышырға форсат сыҡты. Күбеһе менән концерттарымда таныштым. Социаль селтәрҙәрҙә лә хәҙер Башҡортостандан дуҫтарым күп. Филармониялағы концертымда Илмир Ҡурай менән бергә уйнаныҡ. Хомус менән ҡурай моңо тәүге нотанан уҡ шул тиклем аһәңле яңғыраны, тылсымлы моң яралды! Зал был сығышыбыҙҙы дәррәү алҡыштар менән ҡаршыланы.

– Башҡорт милли музыка ҡоралдары менән танышһығыҙ, тимәк?

– Әлбиттә. Иң күбе ҡурай менән ҡумыҙ тураһында беләм.

– Башҡорт ҡумыҙы менән яҡут хомусы ныҡ оҡшаш. Әллә шулай ҙа айырмалары бармы?

– Был музыка ҡоралдары үҙенсәлеге менән ныҡ айырыла, тип әйтеп булмай. Бөтөн донъяла уларға оҡшаш боронғо уйын ҡоралдары бар. Улар бары рәүеше, материалы, атамаһы менән айырыла. Әммә асылдары, төҙөлөш­тәре, тауышты сығарып алыу яғынан барыһы ла оҡшаш. Яҡут хомусы уйнау алымы менән айырыла, тип уйлайым: беҙ күберәк өҫ яҡтан һуғып уйнайбыҙ (русса әйткәндә, был алым “якутский бой” тип атала икән – Р.Ғ.). Ҡул суҡтары өҫ яҡта ҡалыуға ҡарап, уйнаусының тап хомуста көй сығарғанына төшөнөргә мөмкин.

– Беҙҙең ҡумыҙҙа уйнап ҡара­нығыҙмы? Был һеҙгә бер ниндәй ауырлыҡ та тыуҙырмайҙыр?

– Эйе, башҡорт ҡумыҙында уйнаным, бик оҡшаны. Уның тауышы шул тиклем матур, тылсымлы! Ғөмүмән, варганда уйнаған кеше уның бөтә төрҙәрендә лә уйнай ала.

– Хомуста ҡасан уйнай башлағайнығыҙ? Тағы ниндәй милли музыка ҡоралдарында уйнайһығыҙ?

– Хомуста алты йәштән алып уйнайым. Беҙҙең күршелә яҡут ғаиләһе йәшәй ине. Уларҙа ошо боронғо музыка ҡоралы булды. Мин уларҙың ҡыҙы менән дуҫ инем. Хомуста әхирәтем менән икәүләп уйнай торғайныҡ.

– Әйтегеҙ әле, һеҙҙеңсә, яҡут мәҙәниәтенең үҙенсәлеге нимәлә?

– Яҡут мәҙәниәте тәү һынланышында һаҡланған, йәғни йөҙәр йыл элек ниндәй булһа, ул әле лә шундай. Был, моғайын, ҡатмарлы тәбиғәт шарттарына ла бәйлелер: беҙҙә ҡыш һауа температураһы – минус 60, ә йәйгеһен плюс 40 градусҡа барып етә! Шуға ла башҡа халыҡтар Яҡутстанға йәшәргә барырға ынтылмаған. Ситтән килгәндәрҙең йоғонтоһо булмағанға күрә лә, урындағы халыҡтың мәҙәниәте шулай яҡшы һаҡланғандыр. Саха мәҙәниәте мәңгелек туңда һаҡланған яҡут бриллианты ише саф һәм тәбиғи.

– Өфөгә беренсегә генә килмәйһегеҙ, тимәк, ошо сәфәрҙәр араһында башҡорт милли аш-һыуын да тәмләп ҡараған­һығыҙҙыр? Иң оҡшағаны нимә булды?

– Өфөгә килеүем бик оҙаҡҡа булмаһа ла, – бер-ике көн генә, – мин данлы ҡаҙыны, бишбармаҡты, башҡортса мантыны ашап ҡараным. Мин – төньяҡ ҡыҙы, беҙ ҙә, һеҙҙең кеүек, итле ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ, ниндәйҙер үҙенсәлекле, экзотик тәмдәр эҙләп ҡаңғырмайбыҙ. Шуға ла башҡорт аш-һыуы миңә бик тә яҡын, үҙебеҙсә тәмле, аңлайышлы тойолдо. Яҡут кухняһы менән оҡшашлыҡтары бар, әлбиттә. 

– Һеҙҙең Башҡортостанда үткән Фольклориаданан алған тәьҫораттарығыҙ ниндәй? Ғөмү­мән, был бөтә донъя халыҡтары мәҙәниәте фестиваленең әһәмиәте нимәлә?

– Фольклориада – ул тотош Йыһан! Ул – шундай оло изгелек, ҡыуаныс, яҡшы энергия сығанағы!  Был бар донъяны берләштергән байрамда төрлө халыҡтар мәҙәниәте тыуҙырған ыңғай хис-тойғо, иң ҡиммәтле, иң мәңгелек нәмәләр – халыҡтарыбыҙ мәҙәниәте менән алмашыу тотош донъяны илһамландыра, ыңғай яҡҡа көйләй. Фольклориада – ул бар халыҡ­тарҙың берләшеүе, дуҫлашыуы, ә был ерҙәге иң ҙур ҡиммәттәрҙе – Йәшәүҙе, Мөхәббәтте – данлай!

– Олена, ваҡыт табып, әңгәмәләшкәнегеҙ, күңелдәрҙе яҡтылыҡҡа, тылсымға сорнаған матур, үҙенсәлекле уйнауығыҙ өсөн рәхмәт! Өфө тамашасыһы һеҙҙе ихлас көтөп ҡала!

Фольклориаданың Европа һәм Азия ҡитғалары тоташҡан Башҡортостан төбәгендә үтеүе ҙур мәғәнәгә эйә. Төрлө халыҡ мәҙәниәттәренең бер-береһенә үтеп инеүе Көнсығыш менән Көнбайышты ғына түгел, бөтә донъя халыҡтарын да дуҫ­лаштыра. Улар, бер-береһенең йәшәйеше, ҡаҙаныштары менән танышып, үҙ рухи йолаларының байлығын һәм үҙенсәлеген аңлап, дөйөм мәҙәни тормошто байыта һәм араларын яҡынайта. Бөтә донъя фольклориадаһын Өфөлә үткәреү – Башҡорт­остандың милләт-ара берҙәм­лекте, халыҡтар дуҫлығын үҫтереүгә, шуның менән Рәсәйҙең берҙәмлеген нығытыуға индергән өлөшөн таныу ул. 

- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: