Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
2 Декабрь 2022, 15:53

Гәзит-журналһыҙ өй йәмһеҙ

Почта хеҙмәте династияһын лайыҡлы дауам итә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Беҙ – гәзит-журнал уҡып үҫкән быуын вәкилдәре. Бала саҡтан уҡ матбуғат менән дуҫбыҙ, ғаиләбеҙгә ҡосаҡ-ҡосаҡ килгән гәзит-журналдарҙы уҡып буй еткергәнбеҙ. Ул ғына ла түгел, тормошобоҙҙо матбуғатһыҙ күҙ алдына килтермәйбеҙ.

Беҙ яратҡан “Башҡортостан” гәзите иһә – республикабыҙҙағы төп баҫмаларҙың береһе, рухи хазинабыҙ, йылъяҙмабыҙ, дастаныбыҙ.

Был баҫманы уҡып, Башҡортостандың тормошон, һулышын, йәшәйешен, ынтылышын тойомларға мөмкин. Тап шуға ла ул – күптәр өсөн ғаилә гәзите.

Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, һәр матбуғат баҫмаһы көндән-көн яңынан-яңы тарих биттәре менән тулылана, унда барлыҡ һөйөнөстәребеҙ, көйөнөстәребеҙ, уйланыуҙарыбыҙ, һыҙланыу­ҙарыбыҙ, ғөмүмән, йәшәйешебеҙ көҙгөләй сағыла. Ниндәй генә заман булмаһын, матбуғат баҫмаһы һәр саҡ үҙенең дуҫтары менән көслө булды. Әле лә шулай. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, шул иҫәптән почтальондар ҙа. Улар халыҡ менән яҡындан аралашып, уртаҡ тел табып йәшәй һәм эшләй.

Һуңғы осорҙа матдилыҡтың өҫтөнлөк алыуы, ҡиммәттәрҙең үҙгәреүе, интернет селтәренең тормошобоҙға ныҡлы үтеп инеүе кеүек бихисап сәбәптәрҙе билдәләп, матбуғатҡа яҙылмаусылар ҙа бар. Әммә үҙ эшен яратып башҡарған, ойоштороу оҫталығы булған, барыһы менән дә уртаҡ тел таба белгән, йәшәйеш ауырлыҡтарына һылтанмаған замандаштарыбыҙ арҡаһында гәзит-журналдар йорттарға барып етә.

Башҡорт матбуғатын һәр йортҡа  таратыуға  тос өлөш индереүселәрҙең береһе – Өфө ҡалаһындағы Матбуғат йортонда урынлашҡан 79-сы почта бүлексәһе етәксеһе Гөлнара Кантимерова. Ҡасандыр баш ҡалабыҙҙағы Ф. Мостафина исе­мендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһында белем алған, башҡорт телендә матур аралашҡан ҡа­тындың ихласлығына, әүҙемлегенә, тырышлығына таң ҡалырһың.

  – Халыҡты ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыуға дәртләндереүҙе уларҙың һәр береһе менән таныштырыуҙан башлайым. Ниндәй ҙә булһа гәзит йәки журнал битен асып күрһәтәм, – ти Гөлнара Сәлих ҡыҙы. – Милли матбуғаттың тәрбиә ҡоралы икәнлеге хаҡында әйтәм. Ҡайһы берәүҙәр Интернет селтәренә аҡланып, гәзит-журнал яҙҙырмаҫҡа тырыша, әммә унда мәғлүмәт күп булһа ла, гәзит-журналдарҙа заман һулышын тойорға, тормош барышын күҙалларға, тирә-яҡтағы барлыҡ ваҡиғаларҙы байҡарға, төрлө аналитикаға ҡоролған мәҡәлә йәки замандаштарыбыҙ тураһындағы төплө һүрәтләмәләрҙе лә уҡырға була, тип аңлатам.

Әйткәндәй, Гөлнара Кантимерованың әсәһе Зөлфирә Дәүләткәрәй ҡыҙы ла өс тиҫтә йылға яҡын почтала эшләгән. Ул әле лә һәр кемде матбуғат менән дуҫ булырға саҡыра. Гөлнара Сәлих ҡыҙының апаһы Флүрә Дәүләт ҡыҙы ла ғүмере буйы ошо тармаҡта хеҙмәт иткән. Шулай итеп, матбуғатыбыҙҙы таратыусылар ғына түгел, почта хеҙмәте династияһы вәкилдәре лә улар.

  • 5 декабрҙән республикабыҙҙағы барлыҡ почта бүлексәләрендә журнал-гәзиттәргә киләһе йылдың алты айына ташламалы хаҡ менән яҙылыуҙың 10 көнлөгө иғлан ителә. Ошо уңайлы осорҙо файҙаланып, матбуғат баҫмаларына яҙылып ҡалығыҙ, – тип өндәй Гөлнара Кантимерова.

Шулай итеп, республикабыҙҙың иң төп ижтимағи-сәйәси гәзиттәренең береһе булған “Башҡортостан”ға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып өлгөрөгөҙ, дуҫтар! Яратҡан баҫмағыҙға www.rbsmi.ru,  www.pochta.ru сайты аша өйҙән сыҡмай ғына яҙылырға мөмкин. Бынан тыш, ололарҙы, атай-әсәйҙәрҙе хәстәрләп, уларға ла "Башҡортостан" гәзитенә подписка бүләк итәйек, туған телде һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.

Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!

- Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: