Геройҙар дәүере
18 Апреля 2020, 08:35

Бүребай комбинатынан - бер миллион һум

Иҡтисади үҫешкә ҙур өлөш индергән предприятие Хәйбулла халҡын был юлы ла ярҙамынан айырманы.

Быйыл 90 йыллығын билдәләгән Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты - Хәйбулла районындағы иң ҙур сәнәғәт предприятиеһы. Иҡтисади үҫешкә ҙур өлөш индергән йәмғиәт урындағы халыҡты был юлы ла ярҙамынан ташламаны.
Район хакимиәте етәкселеге Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицынға коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә һәм ауыр хәлгә тарыған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙе һорап хат яҙғайны. Холдинг етәкселеге ҡарары менән уның Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты Хәйбулла районына COVID-19 сиренә ҡаршы иҫкәртеү саралары ойоштороуға, атап әйткәндә, йәмәғәт урындарында дезинфекция уҙғарыуға, мохтаждарға матди ярҙам күрһәтеүгә 1 миллион һум аҡса бүлде.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас