Геройҙар дәүере
24 Апреля 2020, 13:30

Ҡыҙҙар егетлек күрһәтә

Ул Краснокама районы дауаханаһына үпкәне яһалма елләтә торған ике аппарат бүләк итте. Шулай итеп, медицина учреждениеһындағы аппараттар һаны ике тапҡырға артты.

Эшҡыуар Дарья Осинина йәмғиәт өсөн ауыр мәлдә үҙенең гражданлыҡ позицияһын раҫланы. Ул Краснокама районы дауаханаһына үпкәне яһалма елләтә торған ике аппарат бүләк итте. Шулай итеп, медицина учреждениеһындағы аппараттар һаны ике тапҡырға артты.
Хакимиәттә әйтеүҙәренсә, Дарья Осинина медицина ҡорамалдары һатыу менән шөғөлләнеүсе компания ойошторған. Ул үҙе Нефтекама ҡалаһында йәшәй, тыуған ере – Николо-Березовка ауылы. Ата-әсәһе, олатай һәм өләсәһе Дарья менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Яҡташтарының сәләмәтлеген хәстәрләгән эшҡыуарға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең? Эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Фото:Bash.News.
Читайте нас