Геройҙар дәүере
29 Апрель 2020, 07:15

Бер кѳнлѳк эш хаҡын күсерҙеләр

Ул аҡсаға биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 225 ғаиләгә аҙыҡ-түлек тупланмаһы һатып алынған.

Ѳфѳ ҡалаһы хакимиәте башлығы Ѳлфәт Мостафин һәм ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Ѳфѳнѳң социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фондына бер кѳнлѳк эш хаҡын күсерҙе. Ул аҡсаға биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 225 ғаиләгә аҙыҡ-түлек тупланмаһы һатып алынған.


Билдәле булыуынса, апрель башында фонд менән ҡала хакимиәте коронавирус инфекцияһына ҡаршы кѳрәш сиктәрендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү тѳҙѳнө. Уға ярашлы, социаль яуаплы бизнес ярҙамында “Время добра” йәмәғәт хәйриә проекты тормошҡа ашырыла. Уның эшмәкәрлеге Ѳфѳлә йәшәгән күп балалы ғаиләләргә, аҙ тәьмин ителгән кешеләргә, медицина учреждениеларына, шулай уҡ коронавирус пандемияһы ваҡытында ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Аҡсалар махсус асылған банк иҫәбендә йыйыла, сығымдар контролдә тотола.

Фонд, күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙән тыш, медицина учреждениеларына кер йыуыу машиналары, поликлиникаларға респираторҙар һәм һаҡланыу костюмдары алған, айырым категорияға ҡараған балаларға ланч-бокстар биргән.

Фото: ufacity.info

#Время добра

Читайте нас