Геройҙар дәүере
30 Апреля 2020, 12:02

Ғаилә менән изгелек ҡылалар

“Изгелек – телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һаңғырауҙарҙы ишеттерә ала торған тел ул”, – тигән бер аҡыл эйәһе. Бөгөн был һүҙҙәргә өҫтәп, изгелек – бәлә килгәндә һынала торған сифаттарҙың береһе, тип әйтергә лә мөмкин. Ысынлап та, донъяны баҫып алған коронавирус инфекцияһы күптәрҙең ысын йөҙөн асты.

“Изгелек – телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һаңғырауҙарҙы ишеттерә ала торған тел ул”, – тигән бер аҡыл эйәһе. Бөгөн был һүҙҙәргә өҫтәп, изгелек – бәлә килгәндә һынала торған сифаттарҙың береһе, тип әйтергә лә мөмкин. Ысынлап та, донъяны баҫып алған коронавирус инфекцияһы күптәрҙең ысын йөҙөн асты.


Кемдер кибеттәрҙә аҙыҡ-түлектең хаҡын арттырып, үҙ кеҫәһен байытырға тырышһа, бәғзеләр мутлашыуҙың башҡа төрөн һайланы. Шуныһы ҡыуаныслы, барыбер арабыҙҙа изге йөрәкле, миһырбанлы кешеләр күп. Илгә бәлә килгәндә, улар ситтә ҡалмай, ҡулынан килгәнсә башҡаларға ярҙам күрһәтергә ашыға.


Шундай изге йөрәкле ирекмәндәр Хәйбулла районында ла йәшәй. Гөлнара менән Ғәфүр Сәйфуллиндарҙы райондаштары ҡул эштәренә маһир ғаилә булараҡ яҡшы белә. Ғаилә башлығы ағастан һырлап әйберҙәр яһау менән шөғөлләнһә, хужабикә бәйләй, сигә, сәйләндәрҙән төрлө гөлләмәләр эшләй. Уларҙың ҡул эштәре төрлө күргәҙмәләргә, район һабантуйҙарына ҡуйыла.


Аҡъяр ауылында йәшәүсе Сәйфуллиндар дарыуханаларҙа битлектәрҙең етмәүе хаҡында ишеткәс, үҙҙәре тегеп ҡарарға тәүәккәллек итә. Күптәр уларға һатырға кәңәш бирә, әммә ирекмәндәр битлектәрҙе бушлай тарата. “Ауыр ваҡытта кешеләргә аҙ ғына булһа ла файҙа килтерә алабыҙ икән, беҙ шуға ризабыҙ. Барыһы ла һау-сәләмәт булһын, ҡулдарыбыҙ эш белгәндә, киләсәктә бүтән эштәребеҙҙән табыш алырбыҙ әле”, – ти улар.


Гөлнара Әхтәрйән ҡыҙы изоляцияла бер нисә көн ятҡас, нимә менәндер шөғөлләнергә теләп, интернетты аҡтара. Уйламағанда “битлек һатабыҙ” тигән иғланға юлыға һәм шылтыратып һораша. Кешеләрҙең сират тороп алыуын белгәс, үҙе лә тегеп ҡарарға була. Ҡатынының был теләген ире лә хуплай.


– Теген машинам бар, ҡулым эш рәтен белә, тип тотондом, – тип йылмая әңгәмәсем. – Тәүҙә өйҙә булған туҡыма бөткәнсе битлектәр тектек. Мин тегәм, ирем туҡыманы ҡырҡып, үтекләп биреп тора. Икәүләп эшләгәс, тиҙ ҙә, күңелле лә. Әле 500-ҙән ашыу кешегә бушлай битлек тараттыҡ, – ти Гөлнара.


Тормошта изге күңелле кешеләр барыбер күберәк тигәйнек, ысынлап та, тап шулайҙыр, күрәһең. Мәҫәлән, геройҙарым, тегер өсөн туҡымалары бөткәс, уны һатып алғанға тиклем, социаль селтәрҙә “кемдең битлеккә ярашлы тауары бар – алып килегеҙ” тип иғлан яҙыуҙары була, Садовыйҙан беренселәрҙән булып Алексей Червяков бер рулон ҡара төҫтәге кизе-мамыҡ туҡыма алып та килә.


Хәйбулла ирекмәндәре изгелек ҡылып һыуға ғына һалмай, ә ихлас күңелдәренән яҡташтарына өләшә. Гөлнара менән Ғәфүр Сәйфуллиндар – бөгөнгө көн геройҙары, ауыр саҡта кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыусылар. Изгелек тулы йөрәгегеҙ артабан да кешеләргә яҡшылыҡ, мәрхәмәтлелек һәм изгелек ҡылыуҙан туҡтамаһын!
Хәйбулла районы
Читайте нас