Бөтә донъяны хәүефкә һалған пандемия һөҙөмтәһендә ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү маҡсатынан, илебеҙҙең күп урындарында ирекмәндәр ойошмалары эшләй башланы. Бөрйәндә лә шундай штаб ойошторолдо.
Хакимиәттең Йәштәр һәм спорт комитеты, “Атайсал” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Бөрйән районы бүлексәһе ошо йүнәлештә эш алып бара.
Кемгәлер аҙыҡ-түлек алырға, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә кәрәк, кемдер дарыуханаға ла бара алмай. Ошо ваҡытта уларға ярҙамға ирекмәндәр ашыға. Эйе, пандемия янаған осорҙа оло кешеләргә һаулыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайынса, мәрхәмәтле һәм әүҙем йәштәрҙең ярҙамынан файҙаланыуҙары хәйерле.
– Әлеге мәлдә 55 ирекмән иҫәпләнә, әммә ярҙам күрһәтергә теләүселәр һаны көндән-көн арта. 50 кеше резервҡа алынған, ярҙам талап ителһә, улар ҙа йәлеп ителәсәк. Ирекмәндәр социаль хеҙмәткәрҙәр менән берлектә 65 йәштән оло ағай-апайҙарға, хәрәкәт мөмкинлеге сикләнгән граждандарға аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алыуҙа, кәрәк икән, коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәрҙә булышлыҡ итә. Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, – ти Бөрйән районы хакимиәтенең йәштәр һәм спорт комитеты белгесе, ирекмәндәр штабы етәксеһе Илһам Ишкинин.
Ирекмәндәр барыһы ла интернет аша онлайн-әҙерлек үтеп, квалификациялы инструктаж алған. Әлбиттә, күп нәмәгә эш барышында ла өйрәнергә тура килә. Мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптар ҙа бар, мәҫәлән, ирекһеҙҙән инфекция таратмаҫ өсөн ирекмәндәр оло кешеләрҙең йортона йә фатирына инергә тейеш түгел. Адресатҡа сығыр алдынан ҡул дезинфекциялана, битлек һәм бирсәткә кейәләр.
Эш өс йүнәлештә ойошторолған. Бер төркөм тәүлек әйләнәһенә ярҙамға мохтаждарҙан заявкалар ҡабул итә, ошо маҡсатта “ҡыҙыу линия” эшләй. Мөрәжәғәт ҡабул ителгәс, шунда уҡ үҙәккә хәбәр ителә – кәрәкле аҙыҡ-түлек хәстәрләнә, талап ителгән дарыу һ.б. әйберҙәр һатып алына. Өсөнсө төркөм ошо әйберҙәрҙе тәғәйен адрестар буйынса илтеп бирә.
– Күпселек беҙҙән һөт, икмәк, май кеүек көндәлек ризыҡ килтереүҙе үтенә. Ирекмәндәр аҙыҡ-түлекте үҙ иҫәбенә ташымай, беҙ оло кешеләрҙең үҙҙәренең аҡсаһына ризыҡ йә дарыу һатып алырға ярҙам итәбеҙ.
Шулай ҙа һуңғы ваҡытта эшҡыуарҙар әүҙемләшә башланы. Ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә аҙыҡ-түлек, аҡсалата ла ярҙам күрһәтергә теләүселәр бар. Ошоно иҫәпкә алып, беҙ Ярҙам фонды булдырҙыҡ. Унда йыйылған аҡсаға, күмәртәләп һатыу урындарынан осһоҙораҡҡа тауар алып, мохтаждарға өләшәбеҙ, – ти штаб етәксеһе.
Район үҙәгендә генә түгел, ауылдарҙа ла ирекмәндәр ойоша башлаған. Әйткәндәй, ирекмәнлек менән йәп-йәш ҡыҙ-егеттәр, студент-уҡыусылар ғына шөғөлләнә тип уйлағандар яңылыша, ирекмәндәр араһында учреждение хеҙмәткәрҙәре, ғаиләле кешеләр ҙә бар, эшҡыуарҙар байтаҡ.
Әлфиә Ғәләүетдинова – бер бала әсәһе. Үҙенең шәхси бөҙрәханаһы бар. Карантин ваҡытын файҙаланып, кешеләргә ярҙам итеү маҡсатынан эшлекле ҡатын битлектәр тегә башлай. Бөтәһе 500-ләп битлек тегеп, райондаштарына бушлай тарата. Һуңынан ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушыла.
– Ирекмәндәр хәрәкәте тураһында әхирәтем Регина Юлмөхәмәтованан ишетеп ҡалдым. Ул да – шәхси эшҡыуар, “Хәләл” магазины хужаһы, иң әүҙем ирекмәндәрҙең береһе. Интернет аша онлайн-әҙерлек үтеп, квалификациялы инструктаж алғас, танытма бирҙеләр. Тормош иптәшем автозаправкала өлкән оператор булып эшләй, буш ваҡытында ул да ярҙам итә. Шәхси автомобилебеҙҙә райондың ауылдарында йәшәүсе мохтаждарға һораған әйберҙәрен илтәбеҙ. Бик йылы ҡабул итәләр. Кешеләрҙең рәхмәтен ишетеп, үҙебеҙ ҙә ҡыуанабыҙ, – ти ирекмән.
Быға тиклем дә оло кешеләргә ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнгән “Атайсал” үҙәге штатында 26 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Шуларҙың өсәүһе – медиктар. Коронавирус пандемияһы арҡаһында хеҙмәткәрҙәрҙең эш даирәһе тағы ла киңәйгән.
Социаль хеҙмәткәрҙәр коронавирус хәүефе янаған төбәктәрҙән килгән граждандарҙың йәшәгән урындарын байҡауҙа ла ҡатнаша, ҡурсаланған ололарҙың хәл-әхүәлен дә белешә, йомоштарын үтәй. Аҙна башында, мәҫәлән, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан районда теркәлгән 52 хроник сирленең исемлеге ебәрелгән. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре уларҙы ла хәстәрләйәсәк.
Күптән түгел Өфөнән “Изгелек” хәйриә фонды аҙыҡ-түлек йыйылмалары ебәргән, шуларҙың 56-һы район мохтаждары өсөн тәғәйенләнгән.
– Дуҫ яуҙа һынала, тиҙәр. Бындай ҡатмарлы осорҙа Бөрйән халҡының шулай берләшеп, ауырлыҡтарҙы бергә еңергә ынтылыуы маҡтауға ғына лайыҡ. Бигерәк тә йәштәрҙең, эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеге һоҡландыра. Был хәүефле ваҡытта бер-беребеҙгә, бигерәк тә ололарға, мохтаждарға иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ, ул саҡта бер сир ҙә ҡурҡыныс булмаҫ, – тигән теләктәрен еткерҙе “Атайсал” үҙәге етәксеһе Зөһрә Айытҡолова.