Геройҙар дәүере
22 Май 2020, 09:05

Өҫтөнлөктәр ҙә, ҡиммәттәр ҙә башҡа хәҙер

“Әлегә биҙәүестәргә заказ ҡабул итмәйем, табиптар ғүмерен һайлайым...”

Талантлы рәссам һәм дизайнер Илдар Ғатауллиндың исеме милли сәнғәтте һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ул 2008 йылдан профессиональ рәүештә башҡорт костюмдарын тергеҙеү һәм етештереү менән шөғөлләнә. Илдар эшләгән үҙенсәлекле 3D сулпылар, шундай тәңкәләр менән биҙәлгән селтәрҙәр тураһында миңә лә яҙырға тура килгәйне.


Бөтә донъяны ялмап алған коронавирусҡа бәйле ҡатмарлы хәл-торош килеп тыуғас, Илдар Зәбир улы үҙенә генә хас әүҙемлек, ныҡышмалылыҡ һәм фиҙакәрлек менән ирекмәнлек өлкәһендә шөғөлләнергә тотондо. Бына инде икенсе ай ул 3D принтер ярҙамында табиптар өсөн визорҙар – үтә күренмәле пластиктан һаҡлағыс битлектәр эшләй. Һәм быны ул тулыһынса бушлай башҡара.


– Илдар, нисек ирекмән булып киттең? Башта шуны асыҡлап үтәйек әле.

– Дөрөҫөн әйткәндә, тәүҙә таныштарыма һәм һатыуға бит­лектәр эшләй башларға уйла­ғайным. Әммә өҫтөнлөктәр үҙ­гәр­ҙе, мин хәҙер табиптарға яр­ҙам итәм. Ни өсөнмө? Берен­сенән, улар – алғы һыҙыҡта һәм тәү сиратта яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Икенсенән, бәхет аҡсала түгел. Табиптар нисек йоҡ­ламайынса, үҙҙәрен аямайынса кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшә, мин дә шулай көсөмдән, хәлем­дән килгәнсә эшлә­йәсәкмен. Ашығыс заказдарҙы үтәргә тура килгәндә, хатта йоҡо хаҡында ла онотам.


– Белеүебеҙсә, һин – “Мей­керҙар COVID-19-ға ҡаршы” тип аталған хәрәкәттең иң әүҙем ағзаларының береһе.

– Эйе. Был хәрәкәткә программист Александр Улитин етәкселек итә. Унда бер нисә йөҙ ирекмән, 40-тан ашыу мейкер берләшкән. Беҙ 3D прин­терҙар ярҙамында визорҙар, фильтрҙар, ИВЛ аппараты өсөн деталдәр эшләйбеҙ. Үтә күрен­мәле пленка ҡулланылған бындай битлектәр табиптарҙы осраҡ­лы рәүештә сәсрәгән там­сыларҙан, йүткер­гән, сөскөргән кешенән таралыуы ихтимал вирустан, яңылыш биткә ҡағы­лыуҙан һаҡлай.


Уларға ихтыяж бик ҙур, заказдар Өфөнән, республиканың барлыҡ төбәктәренән, хатта сит өлкәләрҙән дә килә. Беҙ уларҙы тулыһынса бушлай таратабыҙ, йәғни проект ирекмәндәрҙең шәхси сығымдары иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Үҙемдә пластик запасы бөткәс, “Уфанет” компанияһы материалдар менән ярҙам итте. Ҡайһы бер мәлдәрҙә принтерҙар тәүлек әйләнәһенә туҡтамай эшләй, ундай саҡта үҙебеҙ ҙә йоҡоно онотабыҙ.


– Был изге башланғысҡа ҡушылыусыларҙан тағы кемдәрҙе билдәләр инең?

– Иң тәүҙә дуҫым Илнур Ноғоманов хаҡында әйтеп үткем килә. Ул – “Эксит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Өфө дәүләт нефть техник уни­вер­ситетының Йәштәр инновация ижады үҙәге етәксеһе, әле башкөллө ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Илнур Рәйес улы ИВЛ аппараты өсөн яңы үткәргестәр уйлап тапты. Ул шулай уҡ визорҙың тәүге вариантын камиллаштырҙы: оҙон­ло­ғон аҙ ғына ҡыҫҡартыу һөҙөм­тәһендә принтерҙа бер юлы ике визор баҫыу мөмкин булды. Шулай уҡ унда “Табиптар өсөн бушлай эшләнде” тигән яҙыу бар­лыҡҡа килде. Мин ныҡлап эшкә тотоноу менән Илнур миңә ике принтер бирҙе. Шулай итеп, беҙ ете принтерҙа визорҙар баҫа башланыҡ.


Ғөмүмән, был хәл-торош кешеләрҙең эске булмышын бик асыҡ күрһәтте, кемдең кем булыуына баһа бирҙе. Бөгөн – өҫтөнлөктәр ҙә, ҡиммәттәр ҙә үҙгәргән осор. Шөкөр, шәхси мән­фәғәттәрен дөйөм эштән өҫтөн ҡуймаған изге күңелле кешеләр бихисап. Беҙ эшләгән ҡора­малдарҙы тейешле дауа­ханаларға алып барып еткереүҙә ирекмәндәр, үрҙә әйтеп үткән “Уфанет” компанияһы, дөйөм бәләгә битараф булмаған бик күп кешеләр ярҙам күрһәтә.


– Илдар, социаль селтәрҙәр аша принтерҙар ни тиклем күберәк булһа, һөҙөмтәнең шул тиклем яҡшыраҡ буласағы, күберәк кешеләргә ярҙам итеү мөмкинлеге хаҡында яҙып, яңы принтер өсөн аҡса йыйыу ха­ҡында иғлан иткәйнең. Был башланғыс һөҙөмтәле булдымы?

– Эйе, мин был изге эшкә ҡу­шылған, үҙ өлөшөн индергән барлыҡ кешеләргә ҙур рәхмәт­лемен! Халыҡтың ярҙамы менән 89046 һум аҡса йыйылды һәм 95 мең һумлыҡ “PICASO” 3D принтеры һатып алынды. Ми­нең иҫәпкә күсерелгән барлыҡ сумма социаль селтәрҙәге сә­хи­фәмдә асыҡ күрһәтелеп барҙы. Яңы принтерға Икенсе донъя һу­ғышы осорондағы танк хөрмә­тенә “Өфө-24” тигән исем бир­ҙем, шулай уҡ хәйриә ярҙа­мы күрһәткән бөтә кешеләрҙең дә исем-шәрифтәре принтерға яҙыласаҡ.


Бынан тыш, “АНК Групп” ярҙамы менән тағы бер принтер алынып, уға генерал Шаймо­ратовтың исеме бирелде.


– Әйткәндәй, һин социаль сел­тәрҙә ҡайһы дауахана өсөн күпме пластик битлек эшләп тапшырыуың тураһындағы пос­тарың аҫтына илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йырҙар ҡуя­һың. Шулай уҡ эш барышында йыш ҡына “Шайморатов-генерал” йырын башҡа­рыуың тураһында ла әйткәйнең...

– Был йырҙы бала саҡтан беләм, яратып башҡарам, ул һәр саҡ минең менән! Башҡорт атлыларының тиңһеҙ ҡаһар­манлығы тураһында һөйләгән был йырҙы тыңлаһам, үҙемде ҡанатланып киткәндәй хис итәм. Уны тыңлағанда батыр­лыҡтың асылы, ғәҙәти булмаған шарттарҙа ябай кешеләрҙең бөйөк ҡаһарманлыҡтарға, хатта үҙ-үҙен ҡорбан итергә әҙер булыуы хаҡында уйланам. Әле лә бит геройҙар заманы. Һәр кем үҙ урынында, шул уҡ табиптар ҙа көн һайын батырлыҡ ҡыла.

Ә “Шайморатов-генерал” йырына килгәндә, табиптар өсөн битлектәр эшләгәндә студияла уны йыш яңғыратам. Ул миңә дәрт өҫтәй, яңы еңеүҙәргә әйҙәй кеүек.


– 23 апрелдә “Бөгөн бер мең визор сиген үттем. Минең өсөн бәләкәй генә булһа ла еңеү! Был ябай һан ғына түгел, тимәк, Башҡортостандың бер мең табибы өҫтәмә һаҡланыу сара­һына эйә булды”, – тип яҙғай­ның. Ғөмүмән, кемдәр өсөн күпме пластик битлек эшләнең?

– Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һорауы буйынса иң тәү сиратта Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына 100 визор эшләп тапшырҙым. Артабан Өфөнөң 18-се дауаханаһы өсөн – 40, Стәрлетамаҡтағы 2-се ҡала дауаханаһына – 70, Баш­ҡорт­остан дәүләт медицина универ­ситетының клиникаһына – 350, Ишембайға – 145, Талбазыға – 50... Республика район һәм ҡалалары сиратҡа яҙылып эшләтеп алды, ҡайҙарға ғына ебәрелмәне беҙҙең ҡорамалдар: Благовещен, Туймазы, Нефтекама, Октябрьский, Күмертау, Мәләүез, Иҫәнғол, Архангел һәм башҡа төбәктәр. Сибайҙа эшләгән табип дуҫым мөрәжәғәт иткәс, бер төндә 50 визор эшләргә вәғәҙә бирҙем һәм һүҙемдә торҙом.


Мин был эштәрҙе ниндәйҙер дан, исем өсөн башҡармайым. Нисек кенә пафослы тойол­маһын, әммә ысын күңелдән әйтәм: тап ошондай мәлдә тыуған республикама кәрәкле булыуым, замандың яңы афәтен еңеүгә өлөш индерә алыуым менән ғорурланам. Барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге һағында торған табиптар хаҡына. Бына улар – ысын ҡаһармандар. Ә инде дауахана етәкселәренең рәхмәт һүҙҙәре, табиптарҙың битлек­тәрҙе сисмәй кейеүе тураһында яҙыуы тағы ла яңы эштәргә дәртләндерә.

– Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Изге эшеңдә уңыштар юлдаш булһын!


Рәхмәт хаттарынан юлдар

l “Тотош коллектив исеменән һеҙгә ҙур рәхмәт! Айырыуса коронавирус шиге булған пациенттар менән эшләгән хеҙмәткәрҙәр шат. Архангел үҙәк район дауаханаһының 50 табибы һеҙҙең визорҙарҙа эшләй”.


l “Ишембай үҙәк район дауаханаһының провизор госпитале Илдар Зәбир улы Ғатауллинға һәм Өфө ҡалаһының ирекмәндәр йәмғиәтенә техник тәьминәт йәһәтенән медицина хеҙмәткәрҙәренә күрһәтелгән ярҙам – 100 берәмек һаҡлағыс визорҙар өсөн рәхмәт белдерә!”


l “Өфө ҡалаһының Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы коллективы етәкселеге һәм коллективы күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерә. COVID-19 пандемияһы шарттарында медицина хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү эшенә индергән өлөшөгөҙ маҡтауға лайыҡ”.

Читайте нас