Пандемия осоронда республикабыҙҙа йөҙәрләгән кеше ирекмән булып китте, мохтаждарға ярҙам итеү эшенә төрлө һөнәр эйәләре ҡушылды.
Кемдәргәлер дарыуханаға, магазинға барыу ҙа ҡыйын һәм хәүефле бурысҡа әүерелгәндә, ирекмәндәрҙең уларға ярҙамға ашығыуы бик яуаплы аҙым булды. Илгизә һәм Байрас Солтанғәлиевтәр - Иҫке Балтас ауылында икмәк бешереү менән шөғөлләнгән булдыҡлы эшҡыуарҙар. Улар, күп уйлап тормаҫтан, мохтаждарға бушлай икмәк таратыу бурысын иңенә алды. Аҙна һайын ауыр тормош шарттарына юлыҡҡан яҡташтарына улар аҙнаһына ике тапҡыр ризыҡ илтә. Күңел йылыһы ҡушып бешерелгән хуш еҫле икмәктән дә олораҡ ниндәй күстәнәстең булыуы мөмкин?
"Хәйриә акцияларында быға тиклем дә ҡатнашып килдек, - ти Илгизә. - Әлеге ябай булмаған шарттарҙа ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылдыҡ, өлкәндәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Аҙна һайын алтмыш икмәкте өй буйлап таратабыҙ".
Республикла биш меңдән ашыу кешенең ирекмәнлек бурысын башҡарыуы билдәле, барыһына ла һаулыҡ, уңыштар юлдаш булһын!