Геройҙар дәүере
24 Май 2020, 05:25

Эшҡыуар бушлай кейем тарата

Хәйбулла районында башланған изге эш Йылайырҙа дауам итәсәк.

Республикала ирекмәндәр рәтен эшҡыуарҙар әүҙем тулыландыра. Мәҫәлән, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында өҫ һәм аяҡ кейемдәре магазиндары селтәре хужабикәһе 12 мохтаж ғаиләгә бүләк сертификаттары тапшырҙы.
Сертификаттың номиналы – 2,5 мең һум. Ата-әсә ошо суммаға теләгән тауарын бушлай аласаҡ. Бынан тыш, балалар тәмле-татлы аҙыҡ алып һөйөндө. Бындай күңелле акцияларҙы һәр магазинында үткәрергә уйлай эшҡыуар. Мария Цыкалованың ысын күңелдән башҡарған ғәмәлен хуплайбыҙ һәм эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Ул артабан Йылайыр районына сыҡмаҡсы, унда ла акция дауам итәсәк. Яҡшы ғәмәлдәр ҙә ”йоғошло” булыусан. Аҡъярҙа йәшәгән Зилә Ҡыуандыҡова ла үҙ өлөшөн индермәксе булып, балаларға уйынсыҡтар һәм тәмлекәстәр һалынған пакеттар таратҡан.
Фото: Bash.News.
Читайте нас