Сибай ҡалаһында йәшәгән Азамат Байрамғоловҡа бары 22 йәш, әммә ул үҙен әүҙем йәмәғәтсе, ирекмән итеп танытып өлгөргән. Ул республикабыҙҙың сәйәси-ижтимағи тормошонда ла әүҙем ҡатнаша – Йәштәр хөкүмәтенең эшҡыуарлыҡ, туризм буйынса министры.
– Мин Сибай ҡалаһындағы “Тиҫтер” балалар-үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн клуб берлеге базаһында ойошторолған ирекмәндәр штабы ағзаһымын. Изге эштәр башланғысында беҙҙе рухи яҡтан етәксебеҙ Лена Сөнәғәт ҡыҙы Мөхәмәтова дәртләндереп тора. Уның ҡулы аҫтындағы татыу команда ҡала хакимиәте ярҙамында тулы ҡеүәттә эшләй һәм ойошҡанлыҡ күрһәтә. Беҙҙең ирекмәндәр штабында бөтәһе 250-нән ашыу кеше иҫәпләнә. Улар ауыр тормош хәлендә ҡалған ватандаштарыбыҙға ярҙам итеү кеүек изге эштәр башҡарыу маҡсатында берләшкән. Ирекмәнлек эше ыңғай тәьҫораттар бирә, миңә ирекмән булыу, кешеләргә ярҙам итеү оҡшай, – ти Азамат Мөхәмәт улы.
Фото: А. Байрамғоловтың шәхси архивынан.