Геройҙар дәүере
28 Май 2020, 16:55

Сик һаҡсыларына ҙур бүләк

Һәйкәл Өфө - Белорет автомобиль юлы буйында урынлашҡан, тимәк, үткән һәр кем унда туҡтап, сик һаҡсыларын иҫкә алып китә ала.

Бөгөн Рәсәйҙә Сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы илебеҙ һаҡсылары, һаҡланыу сараларын күҙәтеп, бергә хеҙмәт иткән хәрби иптәштәрен иҫкә ала, һәйкәлдәргә, обелисктарға сәскәләр һала.
Иң алғы һыҙыҡта торған сик һаҡсылары һәр саҡ татыу, берҙәм булып ҡала. Бөгөн ошо күркәм мөнәсәбәттең, хеҙмәттәренә мәңгелек дан билдәһе булып, Белорет районының Сермән ауылында сик һаҡсыларына һәйкәл урынлаштырыу эше тамамланды.
"Сик һаҡсылары көнө менән! Һәйкәл ҡуйыуға булышлыҡ иткән Баймаҡ төҙөүселәренә, Сермән ауыл Советы депутаттары Ю. Татлыбаевҡа, Р. Ишморатовҡа, Л. Хөснөтдиноваға рәхмәт белдерәбеҙ", - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты урындағы әүҙем эшмәкәр Айытбай Әйүпов.
Һәйкәл Өфө - Белорет автомобиль юлы буйында урынлашҡан, тимәк, үткән һәр кем унда туҡтап, сик һаҡсыларын иҫкә алып китә ала. Сермәндәр бының менән генә сикләнергә йыйынмай - киләсәктә ошонда төрлө ғәскәрҙәргә арнап һәйкәлдәр ҡуйыуҙы дауам итергә ниәтләйҙәр, йәғни аллея барлыҡҡа киләсәк.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәре.
Читайте нас